Төбәк ауыл биләмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төбәк ауыл биләмәһе
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Төбәк[1]
Административ-территориаль берәмек Кәҫле районы
Халыҡ һаны 3330 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Карта

Төбәк ауыл биләмәһеРәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы муниципаль берәмек. Административ үҙәге — Төбәк ауыл биләмәһе.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон ауыл икегә бүленгән һәм ике алпауыт ғаиләһенә ҡараған. Бында үҙ әҫәрҙәрендә Төбәк ауылы тураһында яҙған яҙыусы Д.Н. Мамин-Сибиряк булған.

XVIII быуат уртаһына тиклем Төбәк мишәрҙәр милкендә була, һуңынан был ерҙәр алпауыттарға күсә, улар ауылға крепостной крәҫтиәндәрҙе урынлаштыра. Шулай итеп бында урыҫтар барлыҡҡа килә.

Төбәк ауылы биләмәһе сиктәре Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 16 ноябрендәге 312-ЗО «Кәҫле муниципаль районының, уның составындағы ҡала һәм ауыл биләмәләре сиктәре һәм статусы тураһындағы» законына ярашлы билдәләнгән[3].

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәк атамаһы боронғо башҡорт теленән тәржемә иткәндә «алыҫ, йыраҡтағы урын» тигәнде аңлата[4].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төбәк ауылы биләмәһе (Төбәк ауыл Советы) Кәҫле муниципаль районының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Ҡрншаҡ муниципаль районы менән, көньяҡ-көнбайышта Кәҫле ҡала биләмәһе менән, көнбайышта Снежинск ҡала округы территорияһы, төньяҡта Воздвиженский һәм Григорьевский ауылдары, көнсығышта Булзинский ауыл биләмәләре менән сиктәш. 5 тораҡ пунктты: Төбәк (үҙәге, 3661 кеше), Воскресенское (299), Аллаҡай (438) ауылдарын, Киҫегәс ҡасабаһын (45), Ҡыҙыл Партизан (340) ҡасабаһын үҙ эсенә ала. Урындағы әһәмиәткә эйә булған автомобиль юлдары селтәренә эйә. Төбәк ауыл биләмәһенән көнсығышҡа табан Силәбе — Екатеринбург федераль автомобиль трассаһы үтә. Рельефы — ярым тигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены); бейеклектәр айырмаһы 216 м алып 268 м тиклем. Ландшафты — күл-урман зонаһы өлөшө. Ҡарағай-ҡайын урмандары киң таралған. Ауыл биләмәһе ерҙәре буйлап Синара йылғаһы аға. Бер нисә ҙур күл бар. Иң ҙур күлдәр булып Оло Аллаҡай, Кесе Аллаҡай, Оло Киҫегәс, Кесе Киҫегәс күлдәре иҫәпләнә. Көнсығыш өлөштә Төбәк ауыл биләмәһе территорияһы Көнсығыш-Урал ҡурсаулығы менән сиктәш. Кесе Аллаҡай күле яры буйында, көнбайыш-төньяҡҡа ҡарай ике километр алыҫлыҡта Ҡыҙыл партизан ауылы ята, Аллаҡай петроглифтарының археология ҡомартҡыһы табылған (см. Большеаллакский археологический комплекс)[5]. Төбәк ауыл биләмәһендә «Төбәк» ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2010[7]2011[8]2012[9]2013[10]2014[11]2015[12]
4783369036753619354934803518

Халҡының дөйөм һаны 4783 кеше тәшкил итә.

Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тораҡ пунктТораҡ пункт тибыХалҡы
1 Аллаҡай ауыл
  1. Н/Д[13]
2 Воскресенское ауыл
  1. Н/Д[14]
3 Киҫегәс ҡасаба
  1. Н/Д[15]
4 Ҡыҙыл Партизан ҡасаба
  1. Н/Д[16]
5 Төбәк ауыл, административ үҙәк
  1. Н/Д[17]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  3. Закон Челябинской области от 16 ноября 2004 года № 312-ЗО «О статусе и границах Каслинского муниципального района, городских и сельских поселений в его составе»
  4. https://uraloved.ru/goroda-i-sela/chelyabinskaya-obl/selo-tyubuk Село Тюбук
  5. Тюбукское сельское поселение 2020 йыл 25 февраль архивланған.
  6. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  7. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  8. Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года. Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  11. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  13. Аллаҡай > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  14. Воскресенское (Силәбе өлкәһе) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  15. Киҫегәс (Кәҫле районы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  16. Красный Партизан (Силәбе өлкәһе) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  17. Төбәкк > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник