Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙыл Партизан (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл Партизан
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Төбәк ауыл биләмәһе[1]
Халыҡ һаны 340 кеше (2002)[2],
233 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 238 метр
Почта индексы 456848
Карта

Ҡыҙыл ПартизанРәсәйҙең Силәбе өлкәһе Кәҫле районындағы ҡасаба. Түбәк ауыл биләмәһе составына инә.

Ҡыҙыл Партизанды күрше тораҡ пункттар менән шоссе юлдары бәйләй. Төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 4 км СиләбеЕкатеринбург автомобиль магистрале үтә.

Кесе Аллаҡай күленең көньяҡ ярында, район үҙәге, Кәҫле ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 238 метр[4].

Ҡыҙыл Партизан ҡасабаһы XX быуат башында боронғо юл буйында төҙөлгән ҡасандыр Павловка утары булған урында барлыҡҡа килгән, ул Рәсәйҙең Европа өлөшөн Себер менән бәйләгән[5]. Утарҙа амбар, эшселәр өсөн барак булған. Улар иген культуралары һәм йәшелсә үҫтергән. Тоҙлау цехы булған, ул революцияға тиклемге ваҡыттан алып 1941 йылға тиклем эшләгән; тоҙланған ҡыяр һәм кәбеҫтәне Кәҫлегә ылауҙар менән ебәргәндәр. Коллективлаштырыу йылдарында «Павловский» совхозы ойошторола. 1931—58 йылдарҙа эшселәр картуф үҫтерә, ул Түбәк спирт комбинатына оҙатыла. 1936 йылда башланғыс мәктәп асыла. Һуғыштан һуң үҙәк ремонтлау оҫтаханаһы асыла, ул тирә-яҡта бөтә хужалыҡтарҙы хеҙмәтләндерә. 1947 йылда электр үткәрелә. Һөт малсылығы әүҙем үҫешә. 1960 йылдар уртаһында Ҡыҙыл Партизан территорияһында «Тюбукский» совхозының бүлексәһе урынлаша. Күп йылдар ҡасаба менән йәнәш совхоздың емеш-еләк баҡсаһы һәм умарталығы урынлаша. 1980 йылдар уртаһында ҡасабала әүҙем төҙөлөш башлана: кирбес йорттар, клуб (хәҙер мәҙәни-сәләмәтләндереү), 50 урынға балалар баҡсаһы (1995 йылдан уның базаһында төп мәктәп эшләй) һ.б. бетон япма менән юлдар һалына, йылылыҡ трассаһы үтә. Район үҙәге менән автобус хәрәкәте асыла. Хужалыҡтың төп йүнәлеше булып әлеге ваҡытта баҫыусылыҡ тора. (СХПК «Синара» бүлексәһе). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[6].

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2010[8]
340233

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда ҡасабала халыҡ һаны 233 кеше тәшкил ит (129 ир-ат һәм 104 ҡатын-ҡыҙ). (1926 йылда — 99, 1966 йылда — 297, 1986 йылда — 375, 1996 йылда — 459). Милли составы: урыҫтар, башҡорттар, татарҙар һ.б.

Ҡасаба 5 урам селтәренән тора[9].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Krasnyy Partizan (англ.). GeoNames.Дата обращения: 14 апреля 2014.
  5. Красный Партизан // Касинский городской портал
  6. Красный Партизан
  7. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  8. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  9. Регионы России → Челябинская обл. → Каслинский р-н → Красный Партизан п.