Төбәк стандарты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төбәк стандарты

Төбәк стандарты — стандартлаштырыу буйынса төбәк ойошмаһы тарафынан ҡабул ителгән стандарт[1]. Төбәк стандарттарына миҫалдар: EH (EN) индексы (префиксы) менән билдәләнгән Европа стандарттары[2]; ГОСТ индексы (префиксы) менән билдәләнгән БДБ стандарттары.

Төбәк ойошмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БДБ-ның дәүләт-ара советы (МГС / EASC)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тулы атамаһы — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Дәүләт-ара стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау советы (рус. Межгосударственный совет по стандартизации, метрологии и сертификации, ҡыҫҡартмаһы — МГС) (ингл. EuroAsian Interstate Council for Standardization, Metrology and Certification).

МГС БДБ-ның стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау өлкәһендә килешелгән сәйәсәт булдырыу һәм үткәреү маҡсатында эш итеүсе хөкүмәт-ара органы булып тора. Советтың эш органы — Стандарттар бюроһы. Совет ҡарамағында 270 дәүләт-ара стандартлаштырыу техник комитеты эшләй. Дәүләт-ара стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау советы Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO) тарафынан Төбәк стандартлаштырыу ойошмаһы — Евро-Азия стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау берлеге (EASC) тип танылған (Совета ISO Советының 26/1996 һанлы резолюцияһы).

Европалағы стандартлаштырыу ойошмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • CEN (the European Committee for Standardization) — Европала тауарҙарҙың, хеҙмәттәрҙең һәм технологияларҙың киң спектрын стандартлаштырыусы комитет.
  • CENELEC (the European Committee for Electrotechnical Standardization) — Европала электротехникалағы сиселештәрҙе стандартлаштырыу комитеты.
  • ETSI (European Telecommunications Standards Institute) — Европала телекоммуникациялар өлкәһендә стандартлаштырыу институты.

НАТО[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

НАТО-ның стандартлаштырыу органдары

  • Стандартлаштырыу буйынса НАТО комитеты (NCS — NATO Committee Standardization)
    • NATO Standardization Staff Group (NSSG)
  • НАТО-ның Стандартлаштырыу бюроһы (ONS — Office for NATO Standardization)
  • Элемтә буйынса стандартлаштырыу мәсьәләләрендә НАТО Советы (NSLB — NATO Standartization Liaison Board)
  • НАТО-ның сандартлаштырыу программаһын мониторингылау, индереү һәм камиллаштырыу буйынса НАТО стандартлаштырыу ойошмаһы (NSO — NATO Standartization Organisation).


Башҡа төбәк ойошмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • COPANT (Pan American Standards Commission) — Панамерика стандарттар комитеты
  • АСЕАН ағза илдәренең стандартлаштырыу һәм сифат буйынса консультатив комитеты
  • Тымыҡ океан бассейны илдәренең стандартлаштырыу буйынса конгресы (PASC)
  • Сәнәғәт үҫеше һәм тау эше буйынса ғәрәп ойошмаһы
  • Африка төбәк стандартлаштырыу ойошмаһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Федеральный закон от 27.12.2002 г. N 184-ФЗ "О техническом регулировании" Ст.2
  2. "ГОСТ 1.1-2002 Межгосударственная система стандартизации. Термины и определения"