Эстәлеккә күсергә

Төньяҡ Үҙән (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төньяҡ Үҙән
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Ағиҙел
Ҡушылдыҡ Ҡатарыш һәм Ҡана (Үҙән ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Белорет районы
Карта
 Төньяҡ Үҙән Викимилектә

Төньяҡ Үҙән,Ҡоро Үҙән (рус. Узян, Сухой Узян, Северный Узян) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районы биләмәләрендә аҡҡан йылға.

Ағиҙел йылғаһының үрге ҡушылдығы. Йылғаның тамағы Ағиҙел йырҙаһының 1238-се километрында урынлашҡан. Уның һул ярынан килеп ҡушыла. Йылғаның оҙонлоғо — 30 км, һыу йыйыу майҙаны бассейны — 353 км².

Башланған урыны Уралтау һыртының өсөнсө армытында, Үҙәнбаш ауылынан көнсығышҡа табан 1 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Йылға тамағының диңгеҙ кимәленә ҡарата бейеклеге — 433 м. Ағым тиҙлеге сәғәтенә 0,6 метрға тиклем.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Ҡатарыш (һул ярына тамағынан 19 км өҫтәрәк ҡушыла), Һарына (уң ярына тамағынан 18 км өҫтәрәк ҡушыла), Иҫергәп (уң ярына тамағынан 5,4 км өҫтәрәк ҡушыла), Сухоляд (һул ярына тамағынан 9,1 км өҫтәрәк ҡушыла) йылғалары һәм башҡалар.

Төбө ташлы, киңлеге 12-15 метрға тиклем. Кеше аяғы баҫмаған тиерлек урман эсенән тар ғына үҙән буйлап үтә. Һыубаҫар туғайҙарын болонға хас үҫемлектәр бергәлеге биләй. Үҙән ауылы янында урынлашҡан. Башҡа атамалары: Үҙән, Ҡоро Үҙән. Үрге Үҙән.

XVIII быуат уртаһында Белорет районы Үҙән ауылы үҙәгендә, Үҙән йырҙаһында Демидовтарҙың Үҙән заводы өсөн Үҙән һыуһаҡлағысы төҙөлә.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Төньяҡ Үҙән Кама бассейны округына инә.

Һыу хужалығы участкаһы Ағиҙел йылғаһынан Ар ташынан алып Йомағужа һыу һаҡлағысынан тиклем урынды ала.

Ағиҙел йылғаһы йылғаһының аҫ бассейнына инә(2)

Йылғаның бассейны — Кама(1)

Ағиҙел йылғаһы бассейны (2)

Гидрологик өйрәнеү буйынса код 111101704

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017041

  1. GEOnet Names Server — 2018.