Эстәлеккә күсергә

Төркиә сәйәсәтендә ҡатын-ҡыҙҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Төркиә сәйәсәтендә ҡатын-ҡыҙҙар

Төркиә сәйәсәтендә ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн һиҙелерлек роль уйнай. Улар Төркиә сәйәсәтен булдырыуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашалар , Төркиә парламентында ҡатын-ҡыҙҙар һаны арта бара [1][2][3].

Таңсу Чиллер Төркиәнең тәүге ҡатын-ҡыҙ премьер-министры (1993-1996)

Төркиә Республикаһына 1923 йылдың 29 октябрендә, Ғосман империяһы тарҡалғандан һуң нигеҙ һалына. Быға тиклем ҡайһы бер вәлидә-әсәләр төрөк солтандарын бойһондороп тотһа ла (бигерәк тә Ҡатын-ҡыҙ солтанаты осоронда), ҡатын-ҡыҙҙар ул замандарҙа дәүләт вазифаларын биләү тураһында хатта хыяллана ла алмай .

Төркиәнең тәүге сәйәсиәттә әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙары араһында 1923 йылда тәүге ҡатын-ҡыҙҙар партияһын төҙөгән Нәзиә Мөхөттин була. Тик был партия законлы эшмәкәрлек йәйелдерә алмай, сөнки ул ваҡытта республика иғлан ителмәгән була.

Төркиә Республикаһына нигеҙ һалған Мостафа Кәмал Ататөрк илде модернизациялау өсөн бер нисә реформа башлап ебәрә, улар араһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың гражданлыҡ һәм сәйәси тиң хоҡуҡлығын таныу ҙа була. 1926 йылдың 17 февралендә ҡабул ителгән граждан кодексы буйынса Төркиәлә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы тип иғлан ителә — был тик һайлау хоҡуғына ғына ҡағылмай. Бер нисә йыл ауыр көрәштән һуң төрөк ҡатын-ҡыҙҙары урындағы һайлауҙарҙа тиң хоҡуҡлылыҡ яулай (1930 йылдың 3 апрелендәге 1580-се һанлы закон). Дүрт йылдан һуң 1934 йылдың 5 декабрендәге яңы закон буйынса улар күп кенә илдәрҙән алдараҡ дөйөм тулы тиң хоҡуҡлылыҡҡа өлгәшә.

Төркиәләге тәүге ҡатын-ҡыҙ мөхтәр Гөлҡыз Урбүл 1933 йылда Айдын провинцияһының Чинэ районы Демирцидере (хәҙерге — Карпуцлу) ауылында һайлау ваҡытында ете ир кандидатты еңеп, ауыл башлығы итеп һайлана. 1950 йылда Мүфидә Илхан Мерсин ҡалаһы башлығы итеп һайлана, ул Төркиәләге тәүге ҡатын-ҡыҙ мэр булып тарихҡа инә.

1935 йылдың 8 феварлендә дөйөм һайлауҙар һөҙөмтәһендә 17 ҡатын-ҡыҙ Төркиә Бөйөк Милләт Мәжлесе депутаты итеп һайлана. 1936 һайлаҡҙарынан һуң Хәтиджә Озгүнер өҫтәлә, ҡатын-ҡыҙ депутаттар һаны 18-гә етә[4] (4,6 %). Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан деутат булып Хаты Чирпан ( Саты Кадын) һайлана.

1935—1991 йылдарҙағы һалауҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылдан башлап, ҡатын-ҡыҙҙар һаны Төркиә парламентында әкренләп аҙая. 1954 йылда ул күрһәткес 0,7 % ҡына тәшкил итә. Унан һуң 1991 йылға тиклем парламенттағы ҡатын-ҡыҙҙар һаны яңынан арта башлай, 1983 йылда парламента 12 ҡатын-ҡыҙ депутат (3 %), 1991 — 8 (1,8 %) ҡатын-ҡыҙ депутат була.

1995—2015 йылдарҙағы һайлауҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылдан парламентта ҡатын-ҡыҙҙар һаны арта бара : 1995 йылда улар 13 (2,4 %), 2015 — 97 (17,7 %) була.

Парламент вице-спикерҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бығаса Төркиә парламентына рәйес итеп бер ҡатын-ҡыҙ ҙа һайланғаны юҡ. Парламент вице -спикеры вазифаһына һайланған тәүге ҡатын-ҡыҙ- Милли ышаныс партияһынан Нермин Нефтчи ( 1972 ). 2007—2015 йылдарҙа Мерал Акшенер менән Гүлдәл Мүмджү, 2011 йылда Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһынан Айшенур Бахчеҡапылы (ПСР) вице-спикер итеп һайлана.

1961 йылдан 1980 йылға тиклем Бөйөк Милли Мәжлесендә сенат (юғары палата) була.Унда 5 ҡатын-ҡыҙ һайлана.

Ҡатын-ҡыҙҙар сәйәси партияларҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1972 йылда булдырылған Төркиә милли ҡатын-ҡыҙҙар партияһына (1972- 1980 ) һәм Ҡатын-ҡыҙҙар партияһына (2014) ҡатын-ҡыҙҙар нигеҙ һалған.

Тәүге партия лидеры Бәхиджә Боран (1910—1987) 1970 йылда Төркиә эшселәр партияһының рәйесе итеп һайлана һәм был вазифала 1980 йылдың 11 сентябрендәге дәүләт түңкәрелешенә тиклем (партия эшмәкәрлеге тыйылғансы) эшләй.

Таңсу Чилләр — 1983 йылдан иҡтисад профессоры , ул 1990 йылдың ноябрендә «Туры юл партияһы» (DYP) консерватив партияһына инә, 1993 йылдың 13 июнендә ул партия лидеры итеп һайлана . Шул уҡ йылдың 25 июнендә Чиллер коалицион хөкүмәттең премьер-министры итеп һайлана. Таңсу Чилләр әлегә Төркиәнең тәүге һәм берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ премьер-министры булып ҡала.Чиллер был вазифала 1996 йылдың 6 мартына тиклем эшләй.

  1. Akşin, 2011, с. 188
  2. Türkiye'nin 75 yılı, 1998, с. 48, 59, 250
  3. Nordland, 2016
  4. Emine Nermin Abadan-Unat, Deniz Kandiyoti, Mèubeccel Belik K. ̧ray. Women in Turkish politics // Women in Turkish Society. — BRILL, 1981. — 358 с. — ISBN 9004063463. — ISBN 9789004063464.
  • Sina Akşin. Kısa Türkiye Tarihi. — İstanbul: Türkiye İş bankası Kültür yayınları, 2011. — 568 с. — ISBN 978-9944-88-172-2.
  • Türkiye'nin 75 yılı. — İstanbul: Tempo Yayıncılık, 1998.
  • Rod Nordland Crackdown in Turkey Threatens a Haven of Gender Equality Built by Kurds // The New York Times. — 2016.
  • Aydemir, Suna Güzin (2013): Turkish women in politics, the economy and society // KAS international Reports, 3.
  • ESI (2007): Sex and Power in Turkey: Feminism, Islam and the Maturing of Turkish Democracy. Berlin, Istanbul.
  • Ilkkaracan, Pinar (2014): Democratization in Tukrey from a gender perspective // Turkey’s Democratization Process (eds: Rodríguez, Carmen, Ávalos, Antonio, Yilmaz, Hakan & Planet, Ana I. Routledge: London & New York.
  • Yesim Arat (2012): Rethinking Islam and Liberal Democracy: Islamist Women in Turkish Politics, SUNY Press, 2012, 160 p.