Эстәлеккә күсергә

Төрөпкәлеләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Төрөпкәлеләр (лат. Tubifex tubifex) — аҙ төклө селәүсендәр төрө. Төрөпкәлеләр — ҡыҙыл төҫтәге нәҙек еп һымаҡ 40 мм оҙонлоғондағы селәүсендәр. Кәүҙәнең һәр сигментында 4-әр төк бар.

Һыу төбендә йәшәүсе олигохеттарның төп вәкилдәре — төрөпкәлеләр, уларның иң ябайҙары Tubifex tubifex, Limnodrilus hoffmeisteri, Nais communis, Lumbriculus variegatus һ.б. Һыу олигохеттарының, бигерәк тә төрөпкелеләрҙең ҡандарында гемоглобин булыу сәбәпле, кәүҙәләре ҡыҙыл төҫтә. Был уларга бөтенләй тийәрлек кислород булмаған ләмле һыулыҡтар төбөндә урынашырға мөмкинлек бирә. Тупраҡ олигохеты 5 тән 20—25 см-ға ҡәҙәр, ә һыуҙыҡылар мм өлөштәренән башлап 10 см-ға ҡәҙәр оҙонлоҡта. Олигохеттар органдарының кәүҙә үҙәге буйлап дөрөҫ ҡабатлануы менән характерланалар (метамерия). Селәүсен һамаҡ кәүҙә төрөпкеләргә йәғни сегменттарга бүленә, уларның һаны төрлөсә, 5 тән 600 гә ҡәҙәр. Кәүҙәнең алғы осонда баш ҡалағы, ауыҙ сегменты урынашҡан. Ҡалған барлыҡ сегменттарҙа 4 бәйләмгә ҡәҙәр төктәр була, уларҙың һаны күп төклө селәүсендәр менән сағыштырғанда әҙерәк — 3 тән алып 150 гә ҡәҙәр (исеме шунан).

Эске ҡыуышлығы шыйыҡлыҡ менән тулған һәм тышҡы сегментацияға тәңкәл рәүештә айырым быуынтыктарга бүленгән. Быуынтыҡтарҙа эске органдар урынашҡан. Аҙ төклө селәүсендәр гермафродиттар. Олигохеттарҙың күп төрҙәре партеногенетик, енесһеҙ, вегетатив юл менән үрсергә мөмкин. Тупраҡ олигохеттары тупраҡ йотып тукланалар. Иҫәпләүҙәр күрһәтүенсә, олигохеттар тәүлек һайын уртаса һәр гектарда 250 кг самаһы ер эшкәртәләр (2—3 т га ҡәҙәр), шуның менән олигохеттар тупраҡты минераль матдәләр менән байыталар, шулай уҡ аралаштыралар һәм күпертәләр, йәғни тупраҡтың уңдырышлылығын арттыралар. Ләмле грунттарҙа йәшәүсе һыу олигохеттары, грунттың органик матдәләрен файҙаланып, һыулыҡтарҙың үҙлегенән таҙартыуҙа ҡатнашалар, балыҡтар өсөн аҙыҡ булып торалар, күп кенә төрҙәре — һыулыҡтарҙыәың бысыраныуу индикаторы. Аҡ энхитрей (Enchytraeus albidus) олигохет — аквариум балыҡтары өсөн уңайлы аҙык.

  • Известия Иваново-Вознесенского политехнического института имени М. В. Фрунзе. Иваново-Вознесенск: Основа, 1927. Том 10.
  • Жизнь животных. М., 1968; Т. 1. Краткий определитель водных беспозвоночных Среднего Поволжья. Казань, 1977; Определитель пресноводных беспозвоночных Европейской части СССР. Л., 1977.