Төҙөүсе (стадион, Салауат)
Урынлашыуы | |
---|---|
Төҙөлгән | |
Реконструкцияланған | |
Милексе |
муниципалитет |
Һыйҙырылышлығы |
7500 |
Өйҙәге команда |
ФК «Юрматы», |
спидвей клубы «Салауат» Майҙан размеры
110 × 60 м
«Төҙөүсе» стадионы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһында урынлашҡан стадион. 7 000 тамашасыны һыйҙыра һәм һыйҙырышлылығы буйынса ҡалала Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге стадиондан һуң икенсе урында тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Төҙөүсе» стадионы 1959 йылда төҙөлә һәм Салауат ҡалаһында икенсе иң ҙур стадион. Уның тәбиғи япмалы футбол майҙаны һәм уның тирәләй йүгереү юлдары бар. Спорт ҡоролмаһының беренсе директоры Шәрипов А. Х.
Бында шулай уҡ асыҡ трибуналар, футбол яланы һәм еңел атлетика манежы, футбол, волейбол уйындары өсөн майҙансыҡтар бар.
Стадионда спортсы мотоуҙышсылар күнекмәләр үткәрәләр[1], футбол матчтары үткәрелә. 1967 йылдың 22-23 февралендә Салауат стадиионында спидвей буйынса 2-се донъя шәхси чемпионатының ярымфиналы, ә 1968 йылдың 20-21 февралендә — шәхси донъя чемпионаты финалы үтә.
Ҡыш футбол майҙанына һыу һибелә һәм һырғалаҡ эшләй, унда шыуыу өсөн прокатҡа коньки алып торорға мөмкин.
2008 йылда стадионға капиталь ремонт үткәрелгән[2].
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Төҙөүсе» стадионы Мусино биҫтәһе эргәһендә, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге стадион менән йәнәш урынлашҡан.
- 2011 йылда стадионда йәйәнән атыу буйынса Рәсәй беренселеге үтә[3].
- Стадионда, ярышта ҡолағанда йәрәхәтләнгән аяғына операция яһатҡандан һуң вафат булған мотоуҙышсы А. Баскаковҡа[4] һәйкәл ҡуйылған. Бетон һәйкәлдең авторы — Сергей Полетавкин. Һәйкәл 1993 йылдың 19 авгусында асыла. Шул ваҡыттан алып стадионда даими рәүештә ярыштар — башҡорт спидвей оҫтаһы Баскаков Александр Мемориалы үткәрелә.
Адресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 453250,Башҡортостан Республикаһы, Салауат ҡалаһы, Пархоменко урамы, 8.
- Стадионға тиклем автобуста йәки 1-се маршрут такси менән барырға мөмкин.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Н. М. Кирәев. Беҙ далала ҡала төҙөнөк. Өфө, 1998. Башҡортостан «Китап» китап нәшриәте, тир. 1500 экз ISBN 5-295-02628-0
- Журнал «Спидвей» 1967 йыл № 3, 1968 г. № 3.