Эстәлеккә күсергә

Оҙонкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Узункуль (озеро, Башкортостан) битенән йүнәлтелде)
Оҙонкүл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта
 Оҙонкүл Викимилектә

Оҙонкүл — Көньяҡ Уралда Кесе Ҡыҙыл йылғаһы бассейндағы күл. Башҡортостандың Учалы районы Оҙонкүл һәм Яңы Оҙонкүл ауылдары эргәһендә урынлашҡан.

Оҙонса тарайып ятҡан формаһына ҡарата Оҙонкүл тигән исем бирелгәндер.

Күл өҫтө майҙаны 4,6 км2, оҙонлоғо 4,5 км, уртаса киңлеге 1,2 км, уртаса тəрəнлеге 2,0 м (макс. — 4,1 м), һыу күлəме 9,2 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 36,5 км2. Көнсығыштан Ташъяр тауы (545,3 м), көнбайыштан Көркəк һəм Оҙонғыр һырттары араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Барлыҡҡа килеүе буйынса тектоник күл, урта девондың ҡарамалыташ свитаһы базальттарында, риолиттарында, йəшмəлəрендə барлыҡҡа килгəн. Күлдең соҡоро һуҙылған, төбө һөҙəк, сапропель менән ҡапланған. Ағар күл, күлдән Кесе Ҡыҙыл йылғаһына ҡараған Ҡылы йылғаһы ағып сыға.

Күлдең төньяҡ һəм төньяҡ-көнсығыш өлөштəре һаҙланған.

Рәсәйҙә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен категориялаштырыу өсөн Күлбаш һаҙлығы (Оҙонкүлдең төньяҡ өлөшөн индереп)[2] перспективалы булып тора.

Туйыныуы буйынса ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары менән туйына. Һыуы сөсө. Күл эвтрофлы. Төньяҡ һəм көньяҡ ярҙары һөҙəк, көнбайыш һəм көнсығышы — текə. Тирə‑яғындағы ландшафы аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағай һəм ҡайын урмандарынан тора. Яр буйҙарын үҫемлектəрҙең урман һəм болон төрҙəре (тимофеевка, типсəк, əрем, ябай кесерткəн) ҡаплаған. Күрəн, ҡамыш, һаҙ ҡолонғойроғо, һыу үлəне һәм башҡа үҫемлектәр бар.

Күлдә табан балыҡ, ялтырсабаҡ, күл һəм осло моронло тəлмəрйендəр тереклек итә; күлдең яры буйында күл аҡсарлағы, һоро өйрəк һәм башҡа ҡоштар йəшəй.

Күлдәге балыҡ запасы балыҡсылыҡ сәнәғәте өсөн яраҡлы[3].