Украинала транспорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Украинала самолет, тимер юл, автомобиль транспорттары тәҡдим ителә.

Тимер юлдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украинала тимер юлдар Украинаның Дәүләт хакимиәтенең тимер юлдары хакимлығы аҫтында торалар(укр. Укрзалізниця Укрзалізниця). Тимер юл селтәре алты юлға (магистралдәргә) бүленгән: Донецк, Львов, Одесса, Көньяҡ, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Приднепровск. Пассажирҙар ташыуҙың максималь тиҙлеге  — 160 км/сәғ. Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 22473 км.


Автомобиль юлдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украина аша 23 халыҡ-ара автомобиль юлы уҙа[1]. Шоссе юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 169 491 км.

Авиация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең төп һауа ҡапҡаһы —  Борисполь аэропорты.

Йылға һәм диңгеҙ транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украинаның иң ҙур йылғаһы — Днепр — судно йөрөрлөк йылға. Украина Азов һәм Ҡара диңгеҙгә сыға ала.

Украинала иң эре порт (2008)
Порт Йөк әйләнеше, млн. т
Одесса 34,56
Көньяҡ порт 21,7
Черноморск 18,9
Мариуполь 16,3
Николаев 9,25

Трубопровод транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нефть һәм нефть продукттары, тәбиғи газ хәлендәге продукттарҙы алыҫҡа ебәреү өсөн үткәрелгән торбалар ҡулланыла. Украинала уларҙың дөйөм оҙонлоғо — 40 мең км, ә газ үткәргес торбалар - 35 мең км.

Ҡала транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Россия империяһында беренсе  трамвай[2][3] (1892) һәм беренсе донъя практикаһында[4][5] троллейбус поезды[6] (Владимир Векич)[7][8] (1966) һәм СССР-ҙа беренсе тиҙйөрөшлө трамвай линияһы (1978) Киевта барлыҡҡа килгән.[2]

Һүрәт теҙмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Международные автодороги Украины. 2016 йыл 26 декабрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 В. Ф. Веклич, Л. В. Збарский Проблемы и перспективы развития трамвайного транспорта в Украинской ССР — К.:Общество «Знание» УССР, 1980
  3. В. К. Дьяконов, М. А. Ольшанский, И. М. Скаковский, В. Ф. Веклич и др. Первый в России. Киевскому трамваю 75 лет — К.:Будівельник, 1967—144 с, илл.
  4. Брамский К. А. Первый в мире троллейбусный поезд // Городское хозяйство Украины. — 2013. — № 4. — С. 30-31. 
  5. Брамский К. А. Троллейбусный поезд Владимира Веклича // газета «Всеукраинская техническая газета», 11 декабря 2003 р.  (укр.)
  6. Фонова М. «Ракета» Веклича // газета «Вечерний Киев», 2 ноября 1970. — С. 2.  (укр.)
  7. Энциклопедия современной Украины: в 25 т. / Под ред. И. М. Дзюба и др. — Киев : 2005. — Т. 4. — С. 187 — ISBN 966-02-3354-X  (укр.)(укр.
  8. Крат В. И.Владимир Филлипович Веклич // Коммунальное хозяйство городов. Киев: Техника — 1998. — № 17. — С. 3-9.