Черногорияла транспорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черногорияла транспорт
Дәүләт  Черногория
 Черногорияла транспорт Викимилектә

Черногорияла транспорт һауа, тимер юл, автомобиль юлы һәм диңгеҙ транспортына бүленә.

Һыу транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең иң ҙур порты — Бар. Ул 5 миллион тоннаға тиклем йөк ҡабул итә ала. Унан Италияның Бари һәм Анкона ҡалаларына паромдар йөрөй. Башҡа порттары — Котор, Рисан, Тиват һәм Зеленика (Котор ҡултығы).

Берҙән-бер суднолар йөрөй алырлыҡ йылға — Тара, уны туристар ағып төшөү өсөн ҡуллана.

Автомобиль юлы транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногорияның автомобиль юлдары: автотрассалар, ғәмәлдәгеләре магистраль юлдар һәм төбәк юлдары

Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 5277 км тәшкил итә, шуларҙың 1729 км юлға асфальт һалынған.

Черногория юлдарының төрҙәре:

  • Автотрассалар — әлеге ваҡытта бер генә автотрасса — Белград — Бар трассаһын төҙөү бара. Ул Черногорияның Бар портын һәм Сербияның баш ҡалаһы Белградты тоташтырасаҡ (165 км; контракт эштәренең хаҡы 809 млн евро тәшкил итә. Төҙөлөш 2012 йылда Сербия яғынан башлана, ә 2015 йылдың 11 майында — Черногориянан; төҙөлөштө Ҡытайҙың China Road and Bridge Group и China Poly Group Corporation компаниялары Exim Bank of China финанс ярҙамы менән алып бара[1][2][3][4][5]. Уның бер өлөшө — Бар — Боляре автотрассаһы (Матешевонан алып Колашин, Смоковец, Подгорица эргәһендәге участкалар)[6][7]. Икенсе автотрасса, Адриатик — Ионий автотрассаһының Черногорск участкаһын төҙөү күҙаллана.
  • Магистраль юлдар ҙур ҡалаларҙы йәки иҡтисади төбәктәрҙе тоташтыра. Черногория магистраль юлдарының байтаҡ өлөшө Европа маршруттарына ҡарай, төбәктә номер яҙылған M хәрефе менән билдәләнә. Ғәҙәттә улар — өҫтәмә һыҙатлы асфальт түшәлгән бер һыҙатлы ике яҡлы юлдар. Боролош радиусы арҡаһында хәрәкәттең максималь тиҙлеге сәғәтенә 80 саҡрымға тиклем тәшкил итә, һыҙаттың киңлеге 3 метрға тиклем тәшкил итә.
  • Төбәк юлдары — төбәк үҙәктәре араһындағы юлдар, башҡа төбәк юлдары, магистраль юлдар йәки башҡа илдәрҙең юлдары менән тоташтыра. Ғәҙәттә асфальт түшәлә, әммә һыҙаттың киңлеге һәм боролоу радиусы магистраль юлдарҙағыға ҡарағанда бәләкәйерәк, шунлыҡтан максималь тиҙлек түбән. Төбәктәрҙә номерлы R хәреф менән билдәләнә.
  • Урындағы юлдар — ауылдар араһындағы юлдар. Сифаты рельефҡа бәйле: асыҡтан-асыҡ бысраҡ та, тигеҙ булмаған юлдар ҙа, төбәк юлдарына оҡшаш сифатлы юлдар ҙа бар.
Острог монастыры янында туннель, 2018 йылдың сентябре

Юлдар категорияһы 2016 йылдың ғинуарында ҡайтанан ҡарала[8], ҡайһы бер осраҡтарҙа статусы сифатҡа тура бирмәй. Магистраль юл өлгөһө тип Колашин — Матешево — Андриица юлы иҫәпләнә, уның участкалары сифаты буйынса Шавник — Жабляк төбәк юлына ҡарағанда насарыраҡ.

Подгорицаны һәм яр буйындағы ҡалаларҙы тоташтырыусы юлдарҙың сифаты Созински тоннелен төҙөү һәм Сетинье, Будва һәм Бар янында күп һанлы юл ремонты арҡаһында һиҙелерлек яҡшыра. Мәҫәлән, Созинский туннеле Подгорицанан Барға тиклем юлды ярты сәғәткә тиклем ҡыҫҡарта һәм сәфәрҙәрҙе хәүефһеҙерәк итә. Төньяҡта Подгорица — Колашин юлының Сербияға илткән Морач каньоны аша һалҡын көндәрҙә хәүефле тип иҫәпләнә: альтернатива сифатында 2015 йылда төҙөлә башлаған Бар — Боляре автотрассаһы ҡарала.

Мөһим транзит юлы булараҡ Адриатик-Ион трассаһының Черногория участкаһын төҙөү көтөлә. Подгорица — Гусин юлын төҙөү тәҡдим ителә, ул Албанияның төньяҡ-көнбайышы аша үтә (Грабом — Вермос) һәм Гусин менән Плавҡа юлды кәм тигәндә ярты сәғәткә ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә.

Вериг күперен төҙөү көтөлә, ул Котор ҡултығын һәм Адриатик шоссены тоташтырасаҡ.

Магистраль юлдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Магистраль юлдар ҙур ҡалаларҙы йәки иҡтисади төбәктәрҙе тоташтыра. Черногорияның күпселек магистраль юлдары европа маршруттарына, төбәктә хәреф менән билдәләнә M номеры менән. Ғәҙәттә был асфальтланған бер һыҙатлы ике яҡлы юлдар, йыш ҡына өҫтәмә һыҙатлы. Максималь хәрәкәт тиҙлеге боролоу радиусы арҡаһында сәғәтенә 80 км тәшкил итә, һыҙаттың киңлеге 3 м тәшкил итә.

Черногория территорияһы аша түбәндәге Европа автомагистралдәре үтә:

  • E 65, E 80 — M-1, M-1.1, M-2 һәм M-5 (Дебели-Бриег — Петровац (Черногория) — Сутоморе — Подгорица — Колашин — Беране — Рожае — Сербия менән сик) юлдары. Дебели-Бриег — Петровац участкаһы Адриатик шоссеһының Черногорск участкаларының береһе булып тора.
  • E 762 — M-4 һәм M-3 юлдары (Албания менән сик — Божай — Тузи — Подгорица — Даниловград — Никшич — Плужине — Шчепан-Поле — Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина менән сик)
  • E 763 — M-2 юлы (Биело-Поле — Сербия менән сик)
  • E 851 — M-1 юлы (Сутоморе — Бар (Черногория) — Круте — Улцинь — Сукобина — Албания менән сик). Петровац — Улцинь участкаһы — Андриатик шоссеһының Черногорск участкаларының береһе.

Черногория магистралдәре исемлеге[9]:

Билдәләмәһе Маршрут
M-1 Дебели-Бриег — Мелина (M-12) — Липци (M-8) — Котор (R-1) Кртолск (M-11) сиселеше — Будва (M-10) — Петровац (M-2) — Сутомор (M-1.1) — Бар — Улцин (R-22) — Владимир (R-15) — Сукобин
M-1.1 Сутоморе (M-1) — Созинский тоннеле — Вирпазар (M-2 менән бәйләнеш)
M-2 Петровац (M-1) — Вирпазар (M-1.1 һәм R15) — Голубовци — Подгорица (M-3 һәм M-4) — Биоче (R-13) — Миоскавец (R-21) — Колашин (R-13) — Мойковац (R-10) — Слиперач күпере (R-11) — Рибаревина (M-5) — Биело-Поле — Бар күпере
M-3 Босния һәм Герцеговина Шчепан-Поле — Плужине (R-16) — Ясеново-Поле (M-6) — Вир (R-7) —Никшич (M-7) — Церово (R-23) — Даниловград (R-14) — Подгорица (M-2 һәм M-10)
M-4 Подгорица (M-2) — Тузи — Божай
M-5 Рибаровина (M-2) — Беране (R-2) — Бидимля (R-12) — Калаче (R-12) — Рожае (R-5) — Зелени күпере (R-6) — Драченовац
M-6 Ранче — Трлица (R-11) — Плевля (R-3 һәм R-18) — Джурджевич-Тара (R-10) — Жабляк Вирак (R-20) — Пошченск-Край (R-16) — Шавник (R-20) — Ясен-Поле (M-3)
M-7 Никшич (M-3) — Риджани (R-17) — Вилуси (M-8 һәм M-9) — Босния һәм Герцеговина Илийин-Брдо
M-8 Липци (M-1) — Грахово — Вилуси (M-7)
M-9 Вилуси (M-7) Петровичтар — Босния һәм Герцеговина Делеуша
M-10 Подгорица (M-3) — Цетине (R-1) — Будва (M-1)
M-11 Лепетани (M-1 паромы) — Тиват — Кртолск (M-1)сиселеше
M-12 Мелине (M-1) — Петиевичи — Босния һәм Герцеговина Ситницаһы

Төбәк юлдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногорияның төбәк юлдары исемлеге түбәндә килтерелә[9]:

Билдәләмәһе Маршруты
R-1 Цетине (M-10) — Чекане (R-17) — Негуши — Крстац — Троице — Котор (M-1)
R-2 Беране (M-5) — Буча (R-24) — Андриевица (R-19) — Мурино (R-9) — Плав — Гусине — Грнчар
R-3 Плевля (M-6) — Даевица-Хан (R-4) — Босния һәм Герцеговина Металька
R-4 Даевица-Хан (R-3) — Чемерно
R-5 Рожае (M-5) — /Флаг Республики Косово Кула
R-6 Мост зелени (M-5) — Вуча
R-7 Вир (M-3) — Босния һәм Герцеговина Крстац
R-8 Ресна (R-17) — Грахово — Босния һәм Герцеговина Нудо
R-9 Мурино (R-2) — /Флаг Республики Косово Белуха
R-10 Джурджевича-Тара (M-6) — Мойковац (M-2)
R-11 Слиепац-Күпер (M-2) — Томашево — Павино-Поле — Трилица (M-6)
R-12 Бидимля (M-5) — Стенице — Калаче (M-5)
R-13 Биоче (M-2) — Матешево (R-19) — Колашин (M-2)
R-14 Даниловград (M-3) — Чево (R-17)
R-15 Вирпазар (M-2) — Острос — Владимир (M-1)
R-16 Плужине (M-3) — Трса — Пошченски-Край (M-6)
R-17 Чекане (R-1) — Ресна (R-8) — Чево (R-14) — Риджани (M-7)
R-18 Плевля (M-6) — Градац — Шула
R-19 Матешово (R-13) — Андриевица (R-2)
R-20 Вирак (M-6) — Тушина (R-21) — Шавник (M-6)
R-21 Миоска (M-2) — Семоль — Боан — Тушина (R-20)
R-22 Улцин (M-1) — Ада-Боян
R-23 Церово (M-3) — Богетичи — Глава-Зете — Даниловград — Спуж — Рогами
R-24 Буча (R-2) — Лубницаға

Тимер юлдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм оҙонлоғо 250 км тәшкил итә, колеяһы — 1435 мм. Тар колеялы юлдар юҡ.

Башҡа илдәр менән бәйләнеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп тимер юлы — 1976 йылда асылған Белград-Бар юлы. Мала йылғаһы аша күпер, донъялағы иң бейек тимер юл күпере һәм оҙонлоғо 6,2 км булған Созин тоннеле юлдың үҙенсәлеге булып тора. Был юлдың өстән бер өлөшө Черногорияла туннелдәр һәм күперҙәр аша үтә. 1990-сы йылдарҙа илдәге иҡтисади һәм сәйәси хәл арҡаһында юл торошо насарая, шуның һөҙөмтәһендә 2006 йылда Биоче янында тимер юл һәләкәте була һәм 47 кешенең ғүмере өҙөлә. Юлда ремонт эштәре алып барыла.


Оҙонлоғо 56,6 км булған Никшич-Подгорица тимер юлы 1948 йылда тар колеялы тимер юлы булараҡ төҙөлә һәм 1965 йылда киң колеялы итеп үҙгәртелә. 1992—2012 йылдарҙа Никшич боксит рудниктарынан йөк ташый. 2006—2012 йылдарҙа ҡайтанан үҙгәртеп ҡорола һәм электрлаштырыла һәм пассажир поездары йөрөй башлай. Максималь тиҙлеге — 75 — 100 км/сәғ.

Тиранаға илткән Подгорица — Шкодер тимер юлы күбеһенсә йөк ташыу өсөн файҙаланылған. 1997 йылда Албаниялағы юлдың бер өлөшө емерелә, 2002 йылда бәйләнеш тергеҙелә. Юл участкалары 2009 йылдан ремонтлана, ремонт хаҡы 9,7 млн евро тәшкил итә.

Һауа бәйләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черногорияла ике эре халыҡ-ара аэропорт эшләй. Улар Подгорицала (TGD) һәм Тиватала (TIV). Ике аэропорт та 2006 йылда асыла: Подгорицала шулай уҡ яңы пассажирҙар терминалы сафҡа индерелә. 2017 йылда ике аэропортта ла пассажирҙар ағымы 2184857 кеше тәшкил итә, өҫтәүенә, тап ошо йылда һәр аэропортта пассажирҙар һаны 1 миллион кешенән артып китә[10].

Шулай уҡ Берана, Жабляк һәм Никшич аэропорттары бар, әммә эске рейстар өсөн ҡулланыла һәм ҙур самолеттар ҡабул итеү өсөн яраҡлаштырылмаған. Ульцинь аэропортының осоу-ултырыу һыҙаты үләнле.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Китай заинтересован в строительстве трассы в Черногории 2022 йыл 27 март архивланған.
  2. Китайская грамота // «Аргументы и факты» № 34, 25.08.2021
  3. [21 апр,https://ru.euronews.com/2021/05/07/montenegro-in-chinese-trap Черногория: в китайской долговой ловушке?] // Euronews, 8 мая 2021 (видео)
  4. Долговая яма Черногории. Китайский вариант // ТАСС, 21 апр 2021
  5. Китай готов забрать земли Черногории за долги: как такое возможно?Долг Черногории перед Китаем. Подгорица в ожидании европейского рефинансированияОбщая Подгорица: выкупит ли ЕС Черногорию из долгов Китаю
  6. Автомагистраль Бар — Боляре // Montenegro4all
  7. Участок трассы Бар-Боляре в Черногории от Смоковаца до Матешево должен быть завершен к концу 2021 года // ИА REGNUM, 19 февраля 2021
  8. Pravilnik o kategorizaciji državnih puteva (серб.). www.sluzbenilist.me. Official Gazette of Montenegro (5 ғинуар 2016). Дата обращения: 14 февраль 2018.
  9. 9,0 9,1 Pravilnik o kategorizaciji državnih puteva (серб.). www.sluzbenilist.me. Official Gazette of Montenegro (5 ғинуар 2016). Дата обращения: 14 февраль 2018.
  10. Airports of Montenegro. montenegroairports.com. 2022 йыл 4 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]