Эстәлеккә күсергә

Украинаның ағас ҡорамдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Украинаның ағас ҡорамдары — Украиналағы ағас ҡорамдар архитектураһы ҡомартҡылары. Украинала ағастан төҙөлгән өс меңләп культ ҡоролмаһы бар. Хәҙерге көнгә һаҡланып ҡалған ағас сиркәүҙәрҙең күпселеге илдең көнбайышында урынлашҡан, Һул Ярҙағы Украинала улар әҙерәк. Ҡорамдарҙың бөтәһе лә тиерлек Украина православие сиркәүенеке һәм Украина грек католик сиркәүенеке булып иҫәпләнә. Тик Львов өлкәһендәге 11 ағас костёл ғына Рим католик сиркәүенә ҡарай. Был культ объекттарының барыһы ла илдең рухи мираҫы һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Украинала ағас ҡорамдар ҡасан төҙөлә башлағаны билдәле түгел. Киевтағы ағас Изге Илья пәйғәмбәр сиркәүе беренсе тапҡыр 944 йылда Киев кенәзе Игорь менән Византия империяһы араһындағы хатлашыуҙа телгә алына. Иван Франко өлкәһенең Галич районы Крылос ауылы биләмәһендә үткәрелгән археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында XII һәм XIII быуаттарға ҡараған ике ағас сиркәүҙең таш нигеҙе табыла[1].

Изге Николай Чудотворец сиркәүе, 1470 йылда төҙөлгән

Закарпатье өлкәһенең Рахов районы Урта Водяное ауылындағы Изге Николай сиркәүе (ике бураһы 1428 йылғы) менән шул уҡ өлкәнең Тячев районы Колодное ауылындағы 1470 йылғы Изге Николай сиркәүе Украинаның иң боронғо ағас ҡорамдары тип һанала. Ике сиркәүҙе лә заманына хас булған готика стиле һәм венгр мотивтары берләштерә. Киев өлкәһе Фастов районы Дорогинка ауылындағы Изге Архистратиг Михаил сиркәүе Днепр буйындағы иң боронғо ҡорам булып тора. Ул 1520 йылда төҙөлгән[2], Украинаның «Пирогов» халыҡ архитектураһы һәм көнкүреше музейы биләмәһенә инә.

Галиция менән Карпат территорияһында XV быуат аҙағына ҡараған ун сиркәү һаҡланып ҡалған. XVI—XVII быуаттарға ҡараған сиркәүҙәр һаны — 150 самаһы. Украинала һаҡланған боронғо сиркәүҙәрҙең күпселеге XVIII—XIX быуаттарҙа төҙөлгән. СССР осоронда сиркәүҙәр тыйыу аҫтында булһа ла, Украинала уларҙы төҙөү дауам иттерелә, шул иҫәптән ағастан һалынғандары ла була. Әлеге ваҡытта ла ағас ҡорамдар күтәрелә тора.

Е. А. Крушинскаяның Украинаның ағас ҡорамдарына бағышланған сайты бар — Дерев’яні храми України  (укр.).

Православие һәм грек католик ағас ҡорамдарының архитектур күренеше йөҙҙәрсә йылдар буйына ҡануни традицияларға ярашлы була һәм өс төп өлөштән тора: ҡатын-ҡыҙ айуаны, неф һәм алтарь. Ошо өс өлөштән (был өлөштәр бура тип йөрөтөлә) торған сиркәүҙәр өс яҡлыларға (өс буралы) ҡарай. Биш, ете һәм туғыҙ яҡлы ағас сиркәүҙәр ҙә осрай. Ныҡ һәм тотороҡло булһын өсөн ағас сиркәүҙәрҙең нигеҙе таштан ҡорола.

Ҡоролмаларҙың стилдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Подолье өсөн бейек буралы өс башлы сиркәүҙәр хас. Ғәҙәттә улар тыштан таҡта менән буйлай көпләнеп, башы гонт менән ябылып һәм ишек алдына күтәрмә ҡуйып төҙөлгән. Башына өс көмбәҙ ҡуйылған, урталағыһы ҙурыраҡ булған. Подолье сиркәүҙәре иркен урынға, йышыраҡ ауыл уртаһына һалынған. Сиркәү ихатаһына йүкә ағастары ултыртылған. Сиркәүҙең төп ишеге ҡаршыһына ҡыңғыраулы башня ҡуйылған, уның да башы гонт менән ябылған. Элек сиркәү тирәһендә зыярат булған.

Галицияла сиркәүҙе ике метр самаһы бейеклегендәге бүрәнә диуар менән уратыр булғандар. Ҡорамдың бөтә әйләнәһенә ҡар-ямғырҙан һаҡлай торған япма беркеткәндәр. Был япманың киңлеге ярты метр самаһы булып, уны сиркәү стенаһына ҡарата 15-тән 50 градусҡа тиклем мөйөш яһап ҡорғандар. Йыш ҡына ул япмалар аҫтына мәхәлләселәр өсөн эскәмйәләр ҙә ҡуйылыр булған. Галиция сиркәүҙәренең дүрт мөйөшлө ҡыйығы һигеҙ мөйөшлөгә әүерелә һәм көмбәҙ хасил итә.

Гуцул сиркәүҙәре арҡысаҡ планировкалы, башҡа үҙенсәлектәре лә бар. Йышыраҡ биш яҡлылар. Урталағы квадрат бура өҫкө яғында һигеҙ яҡлыға әйләнә, ҡыйыҡ япмаһы кәрниз тирәләй аҙ ғына бөгөп ҡуйыла. Ҡалған дүрт бураһы фронтонлы ҡәҙимге ҡыйыҡлы була. Сиркәүҙәрҙе был төҙөлөшкә махсуслашҡан гуцул оҫталары төҙөгән.

Гуцул сиркәүе яҫы планда тигеҙ яҡлы арҡысаҡ рәүешендә булған, алтары — мотлаҡ көнсығыштан, ҡатын-ҡыҙ айуаны көнбайыштан урынлаштырылған. Гуцул сиркәүенең аҫҡы ниргәләре брустан булып, таш нигеҙгә ҡоролған. Сиркәүгә күтәрмә буйлап ингәндәр. Сиркәү эргәһенә дүрт мөйөшлө ҡыңғыраулыҡ ҡуйылған, уның башы ла, сиркәүҙеке кеүек, гонт менән ябылған.

</gallery>

Бойковщинала сиркәү бураларының һәр береһе киртләсле бейек ҡыйыҡ менән ябылған. Ғәҙәттә бындағы сиркәүҙәрҙә алтарь менән ҡатын-ҡыҙ айуанының ҡыйыҡтары бер бейеклектә, ә нефтың ҡыйығы уларҙыҡынан бейегерәк. Ҡыңғыраулыҡтар сиркәүҙән айырым тора. Ике киртләсле итеп эшләнә торған ҡыйыҡ артабан өс, дүрт һәм биш киртләсле итеп төҙөлә башлаған. Ете, һигеҙ киртләстән торған башлы сиркәүҙәр ҙә булған. Бойковщиналағы сиркәүҙәрҙең күбеһе XVIII быуатҡа ҡарай. 





Лемковщина сиркәүҙәренең һөлдәһен ҡануни тура дүртмөйөшлө өс бура хасил итә. Неф бураһы ҙурыраҡ була. Барокко стиле йоғонтоһо аҫтында ул һигеҙ мөйөшлөгә әүерелә. Ҡатын-ҡыҙ айуаны урынына башня ҡуйылыу Лемковщина сиркәүҙәренең үҙенсәлекле һыҙаты булып тора. Бөтә сиркәү таҡта менән көпләнә һәм гонт менән ябыла.

Буковина архитектураһының бөгөнгә тиклем һаҡланған ҡорамдары нигеҙҙә төбәктең ғосмандар оккупацияһы аҫтында булған сағында төҙөлгән. Улар ҡәҙимге йортҡа оҡшаған, сөнки төрөктәр башҡа төрлө итеп һалырға рөхсәт итмәгән. Ҡәҙимге ҡыйыҡ аҫтына оҫталар бигүк бейек булмаған өс бураны һыйҙырыр булған. Төрөктәр барып етмәгән таулы төпкөлдәрҙә генә буралар айырым ҡуйылған.

Урта Днепр буйы (Киевщина һәм Полтавщина) ҡорамдары оҙонса формалар (башлыса XVII—XVIII быуаттарҙағы рококо стиле йоғонтоһо аҫтында) һәм нәзәкәтле еңел көмбәҙҙәр менән айырыла. Полтавщинала көмбәҙҙәр оҙонса торҡаға оҡшаш. Ҡайһы бер сиркәүҙәргә боронғораҡ осор һыҙаттары хас — улар келит типлы сиркәүҙәр тип йөрөтөлә.

Днепр буйында һәм Слобожанщинала ағас ҡорамдар һигеҙ мөйөшлө бураларҙан төҙөлгән һәм буралары йә уларҙың башы бейек итеп эшләнгән. Һул Ярҙағы сиркәүҙәрҙең тағы бер төрө дүрт мөйөшлө өс буранан торған, алтарь менән ҡатын-ҡыҙ айуаны тәпәшерәк булған һәм ике яҡлы ҡыйыҡ менән ябылған. Бөтә бураларҙың да стеналары эске яҡҡа ауыш итеп төҙөлөүе уларҙың иң төп үҙенсәлеге булған.

  • Архитектура Украины
  • Деревянные церкви Карпатского региона на территории Польши и Украины
  • Музей народной архитектуры и быта Украины