Украин бейеүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Украи́н бейеүе (укр. украї́нський та́нець) — Украинаның төрлө төбәктәренең халыҡ йәки сәхнә бейеүе.Халыҡ бейеүе (характерлы бейеү) — билдәле бер территорияла барлыҡҡа килгән һәм билдәле ер һәм милләт өсөн хас булған ғәҙәти хәрәкәттәр, ритмдар, костюмдар һ.б. килеп сыҡҡан фольклор бейеүе. Балетмейстер тарафынан профессиональ йәки үҙешмәкәр коллективта сәхнә өсөн ҡуйылған сәхнә бейеүен украин бейеүе тип атап була, әммә ул ысын мәғәнәһендә халыҡ бейеүе була алмай, сөнки сәхнә бейеүе тик стилләштерелгән халыҡ бейеүе була.

Фольклор һәм сәхнә бейеүҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фольклор һәм сәхнә бейеүҙәренең дөйөм һәм айырмалы һыҙаттары була. Фольклор бейеүе — хистәр, кәйеф, эмоцияларҙы урғылтып сығарылыу әмәле һәм бындай бейеүҙе, тәү сиратта, кеше үҙе өсөн башҡара, һуңынан ғына – тамашасы (төркөм, йәмғиәәт) өсөн башҡарыла. Фольклор бейеүе тарихи ваҡиғаны кәүҙәләндерә, уның килеп сығыуының сәбәбе йола була, йола бейеүҙәре — теләһә ҡайһы ритуалдың айырып алғыһыҙ өлөшө. Сәхнә бейеүе, тәү нәүбәттә, тамашасы өсөн ҡуйыла һәм башҡа стилдәрҙән, сәхнә ысулдарынан, акробатика элементтарынан ғибәрәт була. Украин халыҡ бейеүендә йыш ҡына ярыш элементы һүрәтләнә: ике егет, егет менән ҡыҙ йәки бейеүсе менән музыкант араһында, мәҫәлән. Сәхнә бейеүендә иһә хореограф бындай ярышты аңлы рәүештә бейеү сюжеты элементы булараҡ ҡуя ала.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге бейеүҙәр кешеләрҙең уҙ – ара һәм аллалар менән аралышыу ысулы булараҡ барлыҡҡа килгәндәр. Бейеү хәрәкәттәре шулай уҡ хайуан - ҡоштарҙың хәрәкәттәрен имитациялап күрһәтеүҙән үҫешкән, ә һуңғараҡ — ниндәйҙер хеҙмәт барышын ишара, ҡул хәрәкәттәре аша сағылдырған. Иң тәүге бейеү, шулай уҡ йыр ҙа, магик ролен уйнаған, шуға күрә миҙгел – йола бейеүҙәре араһында бик күп архаик һыҙаттар һаҡланып ҡалған. Триполь мәҙәниәте рәсемдәрен Украиналағы бейеү сәнғәтенең иң боронғо эҙҙәре тип әйтеп була. Триполь эпохаһының рәсемдәрендә бер ҡулын талияға ҡуйған, икенсеһен баш артына һалған кеше фигуралары кәүҙәләндерелгән. Нәҡ ошондай хәрәкәттәр замана бейеүҙәрендә лә осрай. Бейеүселәр һәм музыканттар һүрәттәре Киевтағы София соборында XI быуат фрескаларында бар. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса, IV быуатҡа ҡараған Мартынов кладынан көмөш фигуралар бейеү хәрәкәттәренең береһен күрһәтә: ярым сүкәйгән хәлдә аяҡтары тарбайтылған һәм ҡулдары янбаштарына һалынған. Бейеү һүрәттәрен боронғо яҙмаларҙың күп кенә миниатюраларында күреп була. Йылъяҙмасылар боронғо бейеүҙәр тураһында яҙма хәбәрҙәр ҡалдырғандар, улар бейеү хәрәкәттәрен “ырғыу ҙәм тапаныу”, “типтереү һәм бейеү”, “арҡа уйнатыу”, “бейеү һәм шапылдатыу” тип исемләйҙәр. -христиан йылъяҙмасылар бындай әрәкәттәрҙе “шайтандан” йәки “мәжүси” тиҙәр. Тәүтормош осорҙағы бейеүҙәр боронғо ғибәҙәт ҡылыу менән тығыҙ бәйләнештә булған тип әйтеп була.

Бейеүҙәр йола элементы булараҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Волынь ҡалаһы (1582) сиркәү ғибәҙәтендә ҡулланған бер мәжүси йола ҡалдығы тураһында Ян Ласицкий яҙып ҡалдырған. Ул төнгө ун бер тирәһендә үткәрелгән никахлашыу тураһында хәбәр итә. Йәштәрҙе сиркәүгә һыбыҙғысылар оҙатып килгән. Сиркәү йолаһын үтәгәндән һуң, священниккәбер сеүәтә баллы эсемлек бирәләр, ул йәштәр һаулығы өсөн ауыҙ итә һәм уларҙың үҙҙәренә эсеп бөтөрөү өсөе бирә. Шунан кәләштең башынан йәшел тажды сисеп алып тапай башлайҙар — быныһы ҡыҙ ваҡыты менән хушлашыу була. Священник йәштәрҙе ҡулдарынан ала ла бейеүгә төшөрә, ҡалғандары ҡулға – ҡул тотоношоп улар артынан рәткә баҫып бейеүгә ҡушылалар. [1].

Был үҙенсәлекле ритуал дөйөм йырҙар һәм ҡулдарҙы сәпәкәйләтеп бейеүҙәр менән тамамлана. Күренеүенсә, был яҙмала ғәжәйеп рәүештә XVI быуатта ла әле онотолмаған христиан йолаһы менән боронғо йоланың ҡушылыуы күрһәтелә. Моғайын, элекке ваҡыттарҙа ошондай ролде мәжүси культ руханилары башҡарғандыр. Ритуал бейеүҙәр әлегә тиклем Украинаның ҡайһы бер төбәктәрендә йәшәй.

Мәҫәлән, “Түңәрәк” һәм “Бойҙайҙы изгеләндереү” гуцул бейеүҙәре. Символикалары менән был ике бейеү бер – беренә оҡшаған. “Бойҙайҙы изгеләндереү” бейеүен Рыштау байрамында көслө, һау ирҙәр башҡарған: аҡ плахтала (туҡыма) бойҙай һалынған, уның тирәләй ҡулға – ҡул тотоношоп ҡояш әйләнәһенә ҡарай ритуаль бейеү башҡарыла, был бейеү бойҙайға уңдырышлы магик көс бирә. Артабан өшкөрөлгән бойҙайҙы хужабикәнең итәгенә һалалар. Бейеүҙең мәғәнәһе шунан ғибәрәт: ир кешенең — аталандырыу, ҡатын – ҡыҙҙың тыуҙырыусы көсөн сағылдыра. Яҙ еткәс, ошо изгеләндергән бойҙайҙы хужа башҡа төрлө сәсеү бойҙайы менән бергә бутап, баҫыуға сәсә.

“Түңәрәк” бейеүен шулай уҡ өйләнгән ирҙәр умартаны изгеләндереү өсөн башҡаралар. Балталарҙы түңәрәк буйлап ҡояш формаһында һалалар, бойҙайҙы кәпәстәргә һалып өшкөрәләр һәм хужабикәнең запаскаһына (ҡатын – ҡыҙ кейеменең алъяпҡысҡа оҡшаған бер төрө) ҡоялар. Был ритуаль бейеү бал ҡорттарының сәләмәтлегенә, яҡшы бал етештереүгә булышлыҡ итергә тейеш була. “Бал ҡорттары күңелле булһын өсөн” йыр йырлана. Теләктәр әйтелә: “Байрамдар кеүек бал да бөйөк булһын, Аллаһы Тәғәлә шулай насип итһен”. Изгеләнгән бойҙай менән хужалар яҙ көнө бал ҡорттарын тәүге мәртәбә сығарғанда умарталарға һибәләр.

Бейеүҙең билдәле тикшеренеүселәре, бейеүҙәр классификацияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөнгө көнгә тиклем этнографтар барлыҡ украин бейеүҙәрен йыймағандар һәм тейешле ғилми кимәлдә тикшермәгәндәр. Беренсе ентекле тасуирламаны күбеһенсә әҙәби әҫәрҙәрҙә яҙыусылар бирҙеләр: Григорий Квитка-Основьяненко, Иван Котляревский, Тарас Шевченко, Иван Франко, Иван Нечуй-Левицкий]], Николай Гоголь, Марк Кропивницкий һәм башҡалар. Яҙыусы үҙ алдына фәнни яҡтан бейеүҙе тикшереү маҡсатын ҡуймай, әлбиттә, әммә ҙур оҫталыҡ менән һәм асылына төшөнөп украиндарҙың бейеү сәнғәтен тасуирлауы бер үк ваҡытта ҡиммәтле этнографик материал була ала.

XX быуатта украин халыҡ бейеүен тикшереүселәр араһынан Верховинец Василь, Андрей Гуменюка, Андрей Нагачевский (Канада), Роман Герасимчукты билдәләп үтеп була. Тикшеренеүселәр тәҡдим иткән украин бейеүҙәренең классификацияһы хәҙерге көнгә тиклем камил тип әйтеп булмай. Беренсе классификацияны Василий Верховинец тәҡдим итә, ул бөтә булған украин бейеүҙәрен күмәк кешелек, парлы һәм янғыҙ башҡарылған бейеүҙәргә бүлә. Музыка белгестәре бейеүҙәрҙе музыкаль оҙатыу характерына бәйләй: гопактар, казачоктар, полькалар, мазуркалар, кадрилдәр һ.б. Хореографтар араһында классификация бейеү исемдәре буйынса таралған: "Рибка", "Коваль", "Швець", "Горлиця" һ.б. Андрей Гуменюк үҙенең "Украин халыҡ бейеүҙәре" китабында уларҙы хороводтарға, сюжетлы һәм көнкүреш төрҙәренә бүлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Lasitzki Jannes. De Russorum, Moscovitarum et Tartarorum religione, sacrificiis, nuptiarum, funerum ritu. — Spirae, 1582. — С. 170–183.