Эстәлеккә күсергә

Украин театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Украин театры (укр. український театр) — украин мәҙәниәте өлкәһе. Уның үҙенсәлеге: актёрҙарҙың сәхнә эшмәкәрлеге аша тамашасыларға тормошто ижади һүрәтләү.

Барлыҡҡа килеүе һәм аяҡҡа баҫыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Скоморохтар (XIII быуат)

Украинаның театр сәнғәте бик борондан, халыҡ уйындары, бейеүҙәре, йырҙары һәм йолаларынан башланғыс ала. XI быуаттан скоморохтарҙың театрлаштырылған тамаша ҡороуҙары билдәле. Киев Русы заманында театр элементтары сиркәү йолаларында сағылыш таба. Был хаҡта Киевтағы София соборындағы фрескалар һөйләй. (XI быуат)

Драманың тәүге өлгөләрен халыҡ алдында Братская һәм Лавр мәктәптәре (XVI-XVII быуаттар) уҡыусылары һөйләй. Шулай уҡ ул дәүерҙә Львов братская мәктәбе һәм Острож академияһы дини драма үҫешенең мөһим үҙәктәре булып иҫәпләнә.

XVII-XVIII быуаттарҙа вертептар — раштыуа драмалары һәм социаль-көнкүреш интермедияларын башҡарыусы күсмә марионеткалар театры — киң таралыу ала.

Файл:Опера һәм балет театры. Зал.jpg
Одесса милли академия опера һәм балет театры

1795 йылда Львовта, иезуиттарҙың элекке костелендә, Украиналағы тәүге стационар театр асыла. Приднепровьела, тәүге театр труппалары шулай уҡ XVIII быуатта тыуһа ла, стационар театр ҡоролмаларын асыу яйыраҡ бара. Киевта иһә тәүге стационар театр 1806 йылда, Одессала 1809, Полтавала 1810 йылда асыла.

Классик украин драматургияһының барлыҡҡа килеүе Полтавалағы театрҙы етәкләүсе Иван Котляревский һәм яңы Украин әҙәбиәтендә прозаға нигеҙ һалыусы Григорий Квитка-Основьяненко исеме менән бәйле. Уларҙың әҫәрҙәренә хас һүҙ уйнатыу һәм ваҡиғаларҙың етеҙ алышыныуы, сағыу биҙәктәр һәм юмор оҙаҡ йылдар Украиналағы академик театрҙың йөҙөн билдәләй.

XIX быуаттың икенсе яртыһында Украинала һәүәҫкәр театр хәрәкәте киң тарала. Тап үҙешмәкәр театр түңәрәктәрендә украин театры корифейҙары — драматург һәм режиссёрҙар Михаил Старицкий, Марк Кропивницкий һәм Иван Карпенко-Карыйҙар үҙ эшмәкәрлеген башлай. Театрҙың тиҙ үҫешеп китеүендә шулай уҡ Тобилевичтар ғаиләһенең өлөшө ҙур. Улар Иван Карпенко-Карый, Николай Садовский и Панас Саксаганский сәхнә псевдонимдары аҫтында сығыш яһайҙар. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренең айырым труппаларын ойоштороп ҡына ҡалмай, һәләтле актёр һәм режиссёр ҙа була. Мария Заньковецкая ул осорҙағы украин театрының иң сағыу йондоҙо була.

Милли театр тарихындағы яңы осор 1918 йылда Киевта дәүләт драма театры (укр. Державний драматичний театр) һәм Лесь Курбас менән Гнат Юраларҙың "Йәш театр"ы (укр. «Молодий театр») (1922 йылдан — бөгөнгө «Березиль» украин театры) барлыҡҡа килгән мәлдән башлана. Театр сәхнәһендә бик күп һәләтле актёрҙар — Амвросий Бучма, Марьян Крушельницкий, Добровольская, Олимпия, Олимпия Добровольская, Александр Сердюк, Наталия Ужвий, Юрий Шумский һәм башҡалар үҫеп сыға.

Дәүләт драма театры реалистик-психологик мәктәп традицияларын дауам итә. Ә «Йәш театр» авангардизмды хуп күрә. «Березиль» театры барлыҡҡа килгәс уның сәхнәһе эксперименталь майҙансыҡҡа әйләнә. «Березиль» театр берекмәһенең макеттары 1925 йылда Парижда үткән Бөтөндонъя театр күргәҙмәһендә алтын миҙал яулай. Бында тәүге тапҡыр арҙаҡлы украин яҙыусы һәм драматургтары Николай Кулиштың («Народный Малахий», «Мина Мазайло») һәм Владимир Винниченконың («Базар», «Черная Пантера и Белый Медведь») пьесалары ҡуйыла. Бер үҙендә режиссёр, актёр, драматург һәм донъя әҙәбиәте тәржемәсеһе һәләттәрен берләштереүсе гений Лесь Курбас оҫталығы арҡаһында украин сәхнәһендә Уильям Шекспир, Генрих Ибсен, Герхарт Гауптман, Фридрих Шиллер һәм Мольер әҫәрҙәре яңы сиселеш таба, быға тиклем украин тамашасыһына билдәле европа драматургтарының күп әҫәрҙәре сәхнәгә ҡуйыла.

«Березиль» ижад берекмәһенән театраль китапхана, театр музейы һәм беренсе театр журналы башланғыс ала. Бөгөнгө заман рәссамдары әле лә Лесь Курбастың эксперименталь эҙләнеүҙәренә мөрәжәғәт итә. Бөгөнгө көндә Киевта 1933 йылдың 25 декабрендә арестҡа алынып 1937 йылдың ноябрендә Сандормох урочищеһында атылған Лесь Курбас иҫтәлегенә арналған «Художественное Березилля» тип аталған Халыҡ-ара театр фестивале уҙғарыла.

Закарпатьела Көнбайыш украина халыҡ республикаһы һәм Украина халыҡ республикаһынан ағылған зыялылар килеүҙән дәүләтселек ҡаҡшағанға Николай Садовский етәкләүендә Рус театры булдырыла.