Ульяновск дәүләт аграр университеты
Ульяновск дәүләт аграр университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1943 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Ульянаўскі сельскагаспадарчы інстытут, Ульяновская сельскохозяйственная академия һәм Ульяновский сельскохозяйственный институт |
Кем хөрмәтенә аталған | Столыпин Пётр Аркадьевич |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ульяновск |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][1] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Рәсми сайт | ugsha.ru[2] |
Ульяновск дәүләт аграр университеты Викимилектә |
Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге рег. № 731510024420006 (ЕГРОКН) объект № 7310016000 (БД Викигида) |
П. А. Столыпин исемендәге Ульяновск дәүләт аграр университеты (1943—1996 йылдарҙа — Ульяновск ауыл хужалығы институты (УАХИ), 1996—2017 йылдарҙа — Ульяновск дәүләт ауыл хужалығы академияһы (УДАХА)) — Рәсәй дәүләт юғары профессиональ, урта профессиональ һәм юғары уҡыу йортонан һуңғы профессиональ белем биреү йорто.
Юғары уҡыу йорто тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1943 йылдың 19 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумының ҡарары менән Ульяновск өлкәһе ойошторола. Колхоздарға, совхоздарға, машина-трактор станцияларына юғары ауыл хужалығы белеме менән юғары квалификациялы кадрҙар кәрәк була. 1943 йылдың 12 июлендә халыҡ комиссарҙары Советы эвакуацияланған Воронеж зооветеринария институты базаһында Ульяновск ауыл хужалығы институты булдырыу тураһында 3325-се номерлы ҡарары сығара.
Институт өс факультет составында эшләй башлай — агрономия, ветеринария һәм зоотехник (һуңынан зооинженерный тип үҙгәртелә). Һуңынан институтта тағы факультеттар барлыҡҡа килә — ауыл хужалығын механизациялау (1950 йылда) һәм иҡтисад (1965 йылда).
1971 йылда Ульяновск ауыл хужалығы институтының уҡыу-тәжрибә хужалығы «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә[3].
1994 йылдың ноябрь айында Ульяновск ауыл хужалығы институты уңышлы аттестация экспертизаһы үтеп, юғары уҡыу йорттарын аттестациялау буйынса Дәүләт инспекцияһының ҡарары менән, ярашлы һөнәрҙәр буйынса юғары, вуздан һуңғы профессиональ һәм өҫтәмә белем биреү эшмәкәрлегенә хоҡуҡ биргән лицензия һәм сертификат ала.
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт комитетының 1996 йылдың 3 ғинуарындағы бойороғо менән Ульяновск ауыл хужалығы институты Ульяновск дәүләт ауыл хужалығы академияһы тип үҙгәртелә.
Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығының 2017 йылдың 25 апрелендәге бойороғо менән академия «П. А. Столыпин исемендәге Ульянов дәүләт аграр университеты» тип исемләнә[4]. Ульяновск дәүләт аграр университеты ректоры Александр Дозор әйтеүенсә, университет статусы юғары уҡыу йортона юғарыраҡ кимәлдәге талаптар ҡуя: «Был белем сифатын күтәреү, матди-техник базаһын камиллаштырыу, ғилми потенциалды үҫтереү һәм практик йүнәлеш биреү».
1999 йылдың 1 сентябренә ҡарата көндөҙгө бүлектә студенттар контингенты 3517 кеше тәшкил итә, һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә 3115 кеше уҡый. 53 кеше аспирант әҙерлеге үтә, 13 кеше дәғүә итеүсе шарттарында ғилми әҙерлек үтә.
База факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ульяновск дәүләт ауыл хужалығы академияһы составында дүрт төп факультет бар:
- Агротехнологиялар, ер ресурстары һәм аҙыҡ-түлек производстволары факультеты
- Биотехнологиялар һәм ветеринар медицина факультеты
- Инженер факультеты
- Иҡтисад факультеты
- АТиБ колледжы
Филиалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Димитровград ҡалаһындағы филиалы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Технологиялар институты — юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы «Ульяновск дәүләт аграр университеты» филиалы. Технологиялар институты Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының 2000 йылдың 4 июлендәге 608-се бойороғона ярашлы булдырыла. Институтта уҡыу процесы Рәсәй Федерацияһының «Юғары һәм вуздан һуңғы профессиональ белем биреү тураһында» законына ярашлы. Университетта уҡытыу лицензияһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла (серия А № 165806 рег. № 6692 от 29 марта 2006 года).
Һөнәрҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит
- Иҡтисад һәм предприятиела идара итеү
- Товароведение һәм тауарҙарға экспертиза
- Автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы
- Һөт һәм һөт продукттары технологияһы
- Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү технологияһы
- Ветеринар-санитар экспертиза
- Ветеринария
- Биология
- Микробиология
- Продукция технологияһы һәм йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу
Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу формаларында алып барыла.
Билдәле уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Леонид Дмитриевич Кузин — УАХИ-ҙың беренсе директоры (1943—1946);
- Павел Георгиевич Власов — УАХИ директоры (1946 йылдан)
- Белов Виктор Алексеевич — УАХИ ректоры (1969—1980), Ульяновск өлкәһенең Почетлы гражданы
- Зотов, Борис Иванович — уҡытыусы, УДАХА ректоры (1995—2001).
- Берлянд, Сигизмунд Соломонович
- Дозоров Александр Владимирович (1965 — 2019) — УДАХУ ректоры (2004—2019).
Билдәле тамамлаусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вражнов, Александр Васильевич (1939 й. тыуғ.) — Көньяҡ Уралда игенселек өлкәһендә ғалим. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы ағза-корреспонденты. Силәбе ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры.
- Бородин Павел Павлович (1946 й. тыуғ) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Союздаш дәүләттең дәүләт секретары (2000—2011). Рәсәй Федерацияһы Президентының эштәр менән идара итеүсеһе 1993—2000.
- Учайкин, Василий Семенович — Мордова АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе (1978—1991).
- Горячев, Юрий Фролович — Ульяновск өлкәһе губернаторы.
- Шилимов Владимир Михайлович — генерал-майор, Ульяновск өлкәһе буйынса КГБ рәйесе (1990-12.1991).
- Зотов, Борис Иванович — Ульяновск өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы рәйесе (2001—2013), Ульяновск дәүләт ауыл хужалығы академияһы ректоры(1995—2001).
- Немцев, Николай Сергеевич — Рәсәй тупраҡ һаҡлаусы игенселек өлкәһендә ғалим, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы (2003).
- Костин, Михаил Николаевич — совет зоотехнигы, совхоз директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Университет филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1990 йылда СССР-ҙың элемтә Министрлығы «Ульяновск. Ауыл хужалығы институты» художестволы маркировкаланған конверт сығара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Google Knowledge Graph — 2012.
- ↑ Подготовил Репьёв О. М. /. С высокой наградой Родины !
- ↑ Приказ Минсельхоза России от 25.04.2017 N 197 «О переименовании федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования „Ульяновская государственная сельскохозяйственная академия имени П. А. Столыпина“»