Уралдың аҫыл таштарға бай һыҙаты
Уралдың аҫыл таштарға бай һыҙаты | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Уралдың аҫыл таштарға бай һыҙаты — Урта Уралдың көнсығыш битләүе буйлап Нейва, Реж һәм Адуй йылғаларының үрге ағымында тар таҫма булып көньяҡтан төньяҡҡа йөҙҙән ашыу километрға һуҙылған территорияның шартлы атамаһы.
Бында зәргәр (ювелир) сифатлы минералдарға: һары яҡут (топаз), ҡыҙыл төҫтәге кристаллик таш (турмалин), зөбәржәт, зәңгәр, күк йәки көрән төҫтәге аҫыл таш, кварцтың бер төрө (аметист), гәлсәр, бәлләүер (горный хрусталь) бай ятҡылыҡтар урынлашҡан. Хатта күпмелер миҡдарҙа алмас та табылған. Академик Ферсман һүҙҙәре буйынса:
Бар донъяла, Ер шарнынң бер мөйөшөндә лә, шул тиклем дә ҡиммәт аҫыл таштар күпләп тупланған башҡа урындың табыуы ҡыйын. |
Был күренештең икенсе исеме — Мырҙа-Адуй аҫыл таштар билбауы.
Ятҡылыҡтар 300 йыл дауамында билдәле булһа ла, әммә дөйөмләштерелгән исеме йәшерәк, уны XX быуат башында К. К. Матвеев — Урал тау институтының минералогия кафедраһына нигеҙ һалыусы, В. И. Вернадскийҙың билдәле Радий комиссияһы ғилми секретары биргән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҫыл таш һыҙатының тарихы 1668 йылда руда таныусы ағалы-энеле Тумашевтар Мырҙа биҫтәһе районындағы Нейва йылғаһында төҫлө таштар тапҡандан һуң, рәсми танылыу ала.
Ағалы-энеле Тумашевтарҙың иҫ киткес аҫыл таштар табыуы тураһындағы хәбәр күп крәҫтиәндәрҙе ҡиммәтле таштар эҙләргә сығырға мәжбүр итә.
XVIII быуат аҙағында Адуй йылғаһы буйында аҫыл таштар ятҡылығы барлығы тураһында тәүге тапҡыр телгә алына. XIX быуатта адуй ятҡылыҡтары (копи) үҙҙәренең аметистары һәм бериллдары менән дан ҡаҙана. 1810 йылда жители Шайтанка (хәҙер — Свердловск өлкәһе Октябрьское ауылы) ағалы-энеле Кузнецовтар ҙур сенсация итеп ҡабул ителгән ҡыҙыл турмалин (ҡыҙғылт төҫтәге кристаллик таш) таба. Тиҙҙән 1815 йылда таштарының ҡуйы ҡыҙыл төҫө арҡаһында донъяла танылыу алған Мор руднигына (копи) нигеҙ һалына.
XIX быуат аҙағында Колташи һәм Октябрьское (Шайтанка) ауылдары сәсмәләрендә Ер йөҙөндәге иң ҡиммәтле йәүһәр таштар: зәңгәр яҡут (сапфир), ҡыҙыл яҡут (рубин) һәм хатта алмастар рәсми рәүештә билдәләнә. 1900 йылда затлылығы һәм сифатлылығы менән айырылып торған бик һирәк осрай торған Режевский ҡала округына ҡараған Липовское юлағы (жила) асыла. Урындағы крәҫтиән П. Русин ер һөргәндә осраҡлы рәүештә «ниндәйҙер матур таштар» ҡаҙып сығара. Ауылда турмалин ығы-зығыһы (лихорадка) башлана. Һуңғараҡ липовский турмалиндары тураһында академик Ферсман Александр Евгеньевич «сағыулығының матурлығы һәм тәрәнлеге буйынса улар менән донъялағы бер турмалинды ла сағыштырып булмай» тип яҙҙы.
Шәмсыраҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александрит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александрит — көн яҡтыһында ҡуйы зөбәржәт йәшел төҫтәге, яһалма яҡтылыҡта ҡара ҡыҙыл төҫкә ингән үҙенә генә хас үҙенсәлеккә эйә булған ҡиммәтле минерал. Малышевский ятҡылығында табылған.
Һары яҡут
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Особенно ценились голубые топазы из окрестностей Мурзинка (Алабашка ауылы, Мокруша карьеры (копи)) ауылы янындағы зәңгәр яҡуттар яҡшы баһаланған. 1925 йылда академик Ферсман:
Рәсәй таштарының сағыу матурлығы, һыуы сафлығы һәм кристалдарының ҙурлығы буйынса бөтә донъя топаздары араһында үҙенә башҡа, тиңһеҙ, урын алған яҡуттары (топаз) менән: рус яҡуты танылған ятҡылыҡтарҙа сығарылған бөтә яҡуттар араһында, нәфис зәңгәр Мурзинка яҡутының матурлығы, Санарка һәм Каменка яҡуттарының ҡыҙыл-шәмәхә сағыулығы менән бергә — барыһы рус төҫлө таштарының ғорурлығы. |
Мурзинка зәңгәр яҡуттары өлгөләре Мәскәү ҡалаһындағы Рәсәй Фәндәр Академияһының А. Е. Ферсман Минералогик музейында һаҡлана.
Турмалин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыҙат арауығы ал ҡыҙыл (малиновый) һәм күп төҫлө (полихром) турмалиндар ятҡылыҡтарын үҙ эсенә ала. Беренсе аҫыл таштар XIX быуатта башта Шайтанкала, артабан Липовский ауылы янында табыла.
Переливт (кварц)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шайтан переливты — урал кварцының 7-8 мм ҡалынлығындағы йомшаҡ ҡына һирпелеү-таралыулы үтә күренмәгән (ҡайһы берҙә үтә күренмәле) аҡ-зәңгәрҙән алып ҡояш төҫтәренә (һары, ҡыҙғылт һары, ҡыҙыл) ингән ҡатламы — ваҡ кристаллы диккит-кварцлы минераль агрегат. Үҙенең ҡатламлылығы арҡаһында аҡыҡтың бер төрө тип һанала (Ферсман үҙе лә шулай тип иҫәпләгән), әммә аҡыҡ кварцтың сүсле төрө — халцедондан тора.
Шайтанка районындағы тәүге асыштар 1780-се йылдарға тура килә. Аҫыл таштарына Рәсәй империяһының юғары ҡатлам ғаиләләре эйә булған, хәҙер Эрмитажда, зиннәтле таштар галереяһында тәҡдим ителгән. А. Е. Ферсман митрополит Пётрҙың панагийындағы переливта Даниил пәйғәмбәр төшөрөлгән. 1895 йылда А. А. Комаров император Александр III-нөң кәшәнәһен биҙәү өсөн кәрәкле ташты Шайтанка (хәҙер — Октябрьский) ауылы янында таба.
Тәүҙә ер өҫтөндә һыныҡ киҫәктәрен табалар, 1960-сы йылдарҙа төп ятҡылыҡ асыла. Ятҡылыҡтың күләме ҙур булыу арҡаһында переливтың хаҡы төшә.
Берилл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1828 йылда Горноуральский ҡала округының Мурзинка ауылы янындағы Старцевый яма тигән урында 25 см оҙонлоғондағы зиннәтле берилл кристалы табыла. Шулай уҡ берилл һыҙаттың көньяғында осрай.
Зөбәржәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәргәр оҫталары ҡуйы төҫлө зөбәржәтте бигерәк юғары баһалайҙар. Аҫыл таштарға бай һыҙатҡа шулай уҡ XIX быуаттан алып бөгөнгө көнгә тиклем эшләп килгән Малышевский руднигы ла инә. 1993 йылда бында «Президент» зөбәржәте — 1,2 килограмм ауырлыҡтағы йәбешеп үҫкән кристалдар табыла [1].
Аметист
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аметист, зәңгәр, күк йәки көрән төҫтәге аҫыл таш Горноуральский ҡала округының Мурзинка ауылы янында табыла — балсыҡ тултырылған бушлыҡтар, йәғни "занорыш"тар эсендә үҫкән кристалдарҙы табыу маҡсатында, юлаҡ төҙөгәндәр. Ҡуйы төҫтәге аметистар айырыуса баһаланған.
Совет осоронда аметист Ватих шахтаһында 70 метрға тиклемге тәрәнлектән сәнәғәт ысулы менән сығарылған. Хәҙерге ваҡытта шахта ябылған, әммә һәүәҫкәрҙәр һаманға саҡлы ташландыҡ тоҡомдар өйөмөндә аметистың ҙур булмаған киҫәктәрен таба. Шахтаға юл ташландыҡ тоҡомдар өйөмөндәге балсыҡ менән түшәлгәнлеген иҫәпкә алғанда, аметисты «юлда» табыу мөмкин булған.
Ҡыҙыл яҡут (рубин)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәңгәр яҡут (сапфир)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Письменный гранит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гранит — кварц, ялан шпаты һәм йылтырған (слюда) ҡушымтаһынан торған ҡаты таш.
Тау гәлсәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алмас
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хужалыҡ эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урындағы халыҡтың күпселеге өсөн алтын йыуыу эше, старателлек хеҙмәте ҙур иҡтисади әһәмиәткә эйә булған. Әгәр алтын йыуыу эше, старателлек, йәғни буш ваҡыттарында таш эҙләү менән һәр крәҫтиән тиерлек шөғөлләнә алһа, таусылар, йәғни таш сығарыу уларҙың аҡса тапҡан төп эше булған эшселәр, бик аҙ булған. Таусы булыр өсөн белем һәм һиҙгерлек һәр саҡ кәрәк булған. Шулай уҡ, ауылдарҙа таш оҫталары аҙ булыуға ҡарамаҫтан, ташҡа биҙәктәр төшөрөү кәсептәре, биҙәүестәр эшләү үҫешкән.
Ҡағиҙә булараҡ, алтын йыуыу эше, старателлек хеҙмәте ҡышҡыһын, ауыл хужалығы эштәре тамамланғандан һуң, алып барылған. Бынан тыш, ҡышын карьерҙарға (копи) һыу аҙыраҡ тулған. Табылған аҫыл таштарҙың (шәмсыраҡ) күбеһен урында алыпһатарҙар һатып алған, һәм төп килем дә улар кеҫәһенә ингән.
Шайтанканан Василий Левич Зобнин — ысын мәғәнәһендә легендар шәхес. 1900 йылда бик бай турмалин ҡатламдары асылғандан һуң, Липовский крәҫтиәндәре «тәрилкәләр, бүректәр» менән арзан хаҡҡа шайтанка алыпһатарына үҙҙәре тапҡан шәмсыраҡтарын һатҡандандар. Бер нисә йыл эсендә Зобнин округтағы бик бай кешегә әүерелә, уның байлығы хаҡында легендалар йөрөй.
Алтын йыуыу эше, старателлек менән йөрөгәндәр башлыса кумпанлыҡтарға берләшкән, һирәгерәк яңғыҙ эшләгән. Аҫыл таш юлағына сығыу һәм уның занорыш-келәттәренең «тығынын асыу» өсөн шахта-копь кәрәк булған. Минералогия күҙлегенән дә, тарих күҙлегенән дә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған боронғо карьерҙар (копи) һаҡланған. Шахтаға киңлеге ике метрҙан кәмерәк һәм, ҡағиҙә булараҡ, тәрәнлеге дүрт-һигеҙ метр, һирәк осраҡта ун метрҙан артығыраҡ булған вертикаль соҡор-«дудкалар» алып барған. Соҡорҙоң стеналары ҡайһы ваҡытта ағас бура менән нығытылған. Канатҡа нығытылған (10-20 биҙрә һыйҙырышлы) ҡоҙоҡ күнәге сығыры (ворот) тоҡомдо, һыуҙы күтәреү, шулай уҡ таусыларҙы төшөрөү өсөн файҙаланылған. Вертикаль соҡорҙоң яҡтарында, ҡатлам буйлап, (унлаған метрға) «һуҡыр сысҡан» соҡорҙары ҡаҙылған, унда, ҡағиҙә булараҡ, шыуышҡан килеш кенә йөрөргә мөмкин булған. Эштәр иң ябай эш ҡоралдары (көрәк һәм кәйлә) ярҙамында башҡарылған. Яҡтылыҡ сыраҡтан, шәмдән йәки майлы фонарҙан килгән.
Урман азатлығының сикләнмәгәнлеге йыш ҡына негатив эҙемтәләргә килтергән: А. Е. Ферсман таусылар кумпанлыҡтарында, бигерәк тә табыш отошло булғанда, иҫ киткес эскеселек тураһында яҙған.
А. Рычков һүҙҙәренсә, күрше райондарҙан айырмалы рәүештә, был төбәк ауылдарында йәшәүселәргә үҙенсәлекле «фарт» аңы («далан», «уңыш» һүҙҙәренә яҡын термин) хас булған. Алдан көтөлгән, әммә аҙ табыш биргән көҙгө ауыл хужалығы эштәренән һуң, йөҙәрләгән крәҫтиән урманға тиҙ байығыу һәм бәхеткә ирешеү өмөтө менән алтын йыуыу эше, старателлек хеҙмәтенә, ҡиммәтле таштар эҙләүгә ынтылған. Бындай кәйеф ҡайҙалыр яҡын-тирәлә генә бәхетле табыштар, крәҫтиәндәргә лә уңыш йылмайыуы тураһында тиҫтәләрсә хикәйәләр, легендалар, йырҙар менән дәртләндереп ебәрелгән. Икенсе яҡтан, крәҫтиәндәр Таштың, йәғни Урал тауҙарының, мөғжизәле көсөнә ышанған, шуға ла уны Баҡыртау хужабикәһенә оҡшатып кәүҙәләндергәндәрҙер.
«Фарт» таусы булыу өсөн һәләт кәрәк, ләкин юғары көстәрҙең ярҙамы ла кәрәк. Уралдың аҫыл таштар һыҙаты крәҫтиәндәренең аңында дини дуализм формалаша. Бер яҡтан, православие: таусыларҙың үҙҙәренең изгеләре булған, уларҙың иконалары иң яҡшы шәмсыраҡтар менән биҙәлгән. Старателдәр, йәғни алтын йыуыусылар бүләк иткән төҫлө таштар сиркәүҙәрҙең интерьерын биҙәгән. Липовский Христос Раштыуаһы сиркәүе интерьерын биҙәгән үҙенсәлекле аҫыл таштар тураһында риүәйәт һаҡланған. Икенсе яҡтан, крәҫтиәндәр таштың, йәғни Урал тауҙарының, иҫ киткес көстәренә ышанған, һәм уны Баҡыр тау Хужабикәһе кеүек кәүҙәләндергән.
Данила Зверев
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҫыл таш һыҙаты ауылдарында йәшәүселәр араһында ташты яҡшы белеүселәр һәм уны ысын күңеленән һөйөүселәр күп булған. Уларҙың ҡайһы берҙәре яуаплы дәүләт заказдарын, Европа һәм Ватикандың король һарайҙары заказдарын үтәгән. А. Рычков әйтеүенсә, таусылар араһында Колташи ауылынан Д. Зверев барыһынан да нығыраҡ танылыу яулаған. Бөгөн Екатеринбург урамдарының береһе Данила Зверевтың исемен йөрөтә. Тап ул таштарҙы һайлауҙа һәм Беренсе донъя һуғышы алдынан ике илдең яҡынайыуы осоронда Николай II батша менән бергә Францияның күренекле картаһын флорентия мозаикаһы ысулы менән эшләүҙә, улдары менән бергә СССР-ҙы индустриялаштырыу картаһына, В.И. Ленин мавзолейын төҙөгәндә, Мәскәү Кремле йондоҙҙарын эшләгәндә таштар һайлауҙа ҡатнашҡан. Д. Зверев П.Бажов әкиәттәрендәге Данила-Мастерҙың прообразы булған, тип иҫәпләнә. Бажов Зверев менән шәхсән таныш булған һәм үҙенең «Далевое глядельце» хикәйәләүенең береһен билдәле таусыға бағышлаған.
Уның ейәне Иван Иванович Зверев шулай уҡ таусы булған һәм 1970-се йылдарҙа Мурзинкалағы музейҙа йәш геологтар түңәрәген етәкләгән.
Хәҙерге заманда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уралда уникаль Режев дәүләт тәбиғәт-минералогия заказнигы ойошторолған, Режда «Уралдың аҫыл таштарға бай һыҙаты» музейы асыла. Был эштә һоҡланғыс кеше, геология-минералогия фәндәре докторы Э. Ф. Емлиндың эшмәкәрлеге ҙур роль уйнай.
Әле биләмәлә «Уралдың аҫыл таштарға бай һыҙаты» дәүләт заказнигы эшләй. Уны булдырыуға 1993 йылда уҡ әҙерлек башланған[2].
Оҡшашлыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙер Көньяҡ Уралда Илмән ҡурсаулығының ядроһын тәшкил иткән Илмән аҫыл таштар билбауы (шулай уҡ Урал тауҙарының көнсығыш битләүендә пегматиттарҙың сығыуы айҡанлы) ҡайһы бер яҡтан уға оҡшаш.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Выставлен на продажу уникальный изумруд «Президент» 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ Постановление Главы администрации Свердловской области № 122 от 29 апреля 1993 г. "О мерах по упорядочению недропользования в пределах «Самоцветной полосы Урала» . Дата обращения: 2 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 19 декабрь 2014 года. 2014 йыл 19 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рычков А. Режевские сокровища. — Изд-во Уральского университета, 2004. — ISBN 5-7996-0213-7
- А. И. Маликов, Ю. А. Поленов, М. П. Попов, А. П. Шукшаев. Самоцветная полоса Урала: Учеб.-справочн. пособие — Екатеринбург: «Сократ», 2007. — 283 с., ил.