Уралым (Мейәс)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Уралым
Нигеҙләү датаһы 1951
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1937–1954).svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мейәс

Уралым — үҙешмәкәр коллектив. Башҡорт, татар йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡара. 1951 йылда ойошторолған. 1991 йылдан халыҡ коллективы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1951 йылда Силәбе өлкәһе Мейәс ҡалаһы Автомобиль эшләүселәр мәҙәниәт һарайы клубында ойошторолған. 1967 йылда «Йәшлек» исеме менән сығыш яһай. 1990 йылда «Уралым» исемен ала.

40 йыллығы уңайынан коллективҡа 1991 йылда халыҡ коллективы исеме бирелә.

1991 йылда ансабль башланғысы менән Мейәстә беренсе тапҡыр Һабантуй ойошторола.[1]

2003 йылда «Уралым» үҙешмәкәр халыҡ коллективында 40 һәүәҫкәр артист ҡатнаша. Коллективта өлкәндәр һәм балалар составы бар.[2] Коллектив составында талантлы йырсылар һәм бейеүселәр булыуы төрлө жанрҙаҡы һәм стилдәге йырҙарҙы башҡарырға мөмкинлек бирә.[3] 1951 йылдан ансаблдең беренсе етәксеһе М. С. Әмирова; 1991 йылдан — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альберт Рәхимов була.

Бейеү коллективы менән Илвира Әхтәмова, балалар коллективы менән Венера Йәғәфәрова етәкселек итә.[3] 1993 йылда ансабль составында хәҙерге заман башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусы «Сәйәхәт» төркөмө ойошторола. Төркөмдә «Татар йыры 97» конкурсы домломанты Марат Кунафин, «Урал-98» төбәк фестивале лауреаты шағир, башҡорт йырҙарын оҫта башҡарыусы Зийәфәт Әхмәтшиналар сығыш яһай.

Ансамбль репертуары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Автомобиль төҙөүселәр мәҙәниәт һарайында концерт. Мейәс. 2011 йыл

Ансабль репертуары күп төрлө: башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары, композиторҙарҙың милли музыка әҫәрҙәре, шоу программа, эстрада һәм халыҡ музыкаһы, музыкаль аккомпанементтар.[3]

«Уралым» Мейәстең визит карточкаһы ғына түгел, бөтә Силәбе өлкәһенең визит карточкаһына әйләнде.[4] Коллектив Башҡортостанда да киң билдәле.Үҫеш йылдарында коллектив Силәбе өлкәһе тамашасыларының ихтирамын һәм мөхәббәтен яуланы, тамашасылар ансаблдең һәр концертын көтөп ала. «Уралым» коллективы Рәсәйҙә, сит илдәрҙә үткән Бөтә Рәсәй төбәк, өлкә милли йыр һәм бейеү фестивалдәрендә даими ҡатнаша. Рәсәйҙә үткәрелгән төрлө ижади фестивалдәр лауреаты.[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уралым. Портал Челябинская область

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уралым — Народный коллектив национальной культуры. Справочник организаций России