Эстәлеккә күсергә

Урал дәүләт архитектура-художество университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урал дәүләт архитектура-художество университеты
Нигеҙләү датаһы 1972
Рәсем
Рәсми атамаһы Уральский государственный архитектурно-художественный университет
Ҡыҫҡаса атамаһы УрГАХУ
Ректор Долгов, Александр Владимирович[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Екатеринбург
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Бойһонған ойошма (филиал) Архитектон[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Екатеринбург, Рәсәй
Рәсми сайт usaaa.ru
Вид с воздуха
Карта
 Урал дәүләт архитектура-художество университеты Викимилектә

Урал дәүләт архитектура-художество университеты (УрГАХУ) —ҡала төҙөлөшө, архитектура, дизайн, рәсем сәнғәте өлкәһендәге Рәсәй юғары уҡыу йорто . 1972 йылда Екатеринбургта урынлашҡан Свердловск архитектура институты булараҡ нигеҙ һалына[2].

Университет 1947 йылда Урал индустриаль институтының төҙөлөш факультетында архитектор К. Т. Бабыкин тарафынан булдырылған архитектура кафедраһы сифатында баш ала. 1967 йылда кафедра Мәскәү архитектура институтының Урал филиалы тип үҙгәртелә. 1972 йылда филиал Свердловск архитектура институты итеп үҙгәртелә. 1967 йылда институттың һәм филиалдың ректоры Н. С. Алферов була. 1992 йылда институт Урал архитектура -сәнғәт институты итеп үҙгәртелә, ә 1996 йылда академия статусы ала. 2015 йылда академия «Урал дәүләт архитектура-художество университеты» исеме ала[2].

Университетта Рәсәй архитекту́ра һәм төҙөлөш фәндәре акаде́мияһы (РААСНА) академигы Г. И. Белянкин, ағза-корреспонденттарыВ. Г. Десятов һәм А. А. Стариков, архитектура докторҙары Н. С. Алфёров һәм Л. П. Холодова, Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторҙары А. В. Овечкин, Г И. Дубровин, Ю А. Владимирский һәм башҡалар эшләнеләр һәм эшләүен дауам итәләр. Ғилми мәктәптәр үҫешә: Урал архитектураһы һәм сәнғәте тарихы (ойоштороусыһы — профессор Н. С. Алферов), семиотика архитектураһы (ойоштороусыһы — профессор А. Э. Коротковский), архитектура философияһы (ойоштороусыһы — профессор Ф. Т. Мартынов), климатология архитектураһы (ойоштороусыһы — профнссор Б. М. Давидсон), Урал дизайн мәктәбе (ойоштороусыһы — профессор Ю. А. Владимирский).

Университет структураһында 5 факультет һәм 1 институт:

- Архитектура факультеты

- Дизайн факультеты

- Һынлы сәнғәт институты

- Әҙерлек факультеты

- Өҫтәмә профессиональ белем биреү факультеты

- Очно факультетыКөндөҙгө-ситтән тороп (киске) уҡыу факультеты

Университетта аспирантура эшләй.

Архитектура һәм дизайн музейы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Архитектура һәм дизайн музейы университет бүлексәләренең береһе булып тора. Ҡаланың тарихи үҙәгендә, Екатеринбург тимер ҡойоу заводының урынында урынлашҡан. 2015 йылда музейға реконструкция үткәреү тамамлана, хәҙер был даими рәүештә күргәҙмәләр, уҡыу һәм башҡа саралар үткәреү урыны булып тора. Бинала индустриаль дизайнға һәм тау заводы техникаһы тарихына арналған экспозиция, шулай уҡ «Архитектура Каменного пояса»: Уралдың уникаль ҡомартҡыларының макеттары, һыҙмалары һәм фотоһүрәттәре урынлашҡан.

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. 2,0 2,1 Об университете. Уральский архитектурно-художественный университет. Дата обращения: 14 ноябрь 2017.