Ураһа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ураһа
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Яҡут Республикаһы
 Ураһа Викимилектә
Томмоттағы өс ураһа көмбәҙе рәүешле тимер юл вокзалы

Ураһа (рус. Ураса́, саха ураһа) — сахаларҙың боронғо йәйге торлағы төрө, һайғауҙарҙан өҫкә табан ҡыя теҙеп ослайтып, туҙ менән көпләп һалынған ҡыуыш. Ураһа сахаларҙың иң боронғо торлаҡ төрө тип һанала.

Ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ураһа ҡоролошо ҡатмарлы түгел: оҙон, ҡыялап ҡуйылған һайғауҙар түңәрәк ҡулсаға — ҡоршауға терәлә. Ергә түңәрәтеп (диаметры 5 м самаһы) 2 метр бейеклектәге 10—12 бағана ҡаҙып ултыртыла. Бағаналарҙың өҫкө осона ағас түңәрәк һалына, уға бер-береһенән 0,25 м аралыҡ ҡалдырып 8 м самаһы оҙонлоҡтағы ҡолғалар терәтелә. Ураһа тыштан туҙ менән көпләнә. Ураһа эсендәге бағаналар һәм улар терәтелгән ҡоршау орнаменттар менән бай итеп биҙәлә. Эстән уларҙы ерек ҡайырыһынан эшләнгән ҡыҙыл-көрән төҫкә буяғандар. Ишек туҙ шаршау рәүешендә төрлө биҙәктәр сигеп яһалған. Ныҡлыҡ өсөн ҡайын туҙын һыуҙа ҡайнаталар, һуңынан бысаҡ менән үрге ҡатламды һыҙырып алалар һәм нескә ҡыл ептәр менән һыҙатлап тегәләр. Ураһа эсендә ҡабырғалары буйлап, башҡа торлаҡтарҙағы кеүек үк, һикеләр (сахаса - орон) яһалған. Ҡоролманың уртаһында - усаҡ. Иҙәне - ер. Яҡутстандың ҡыш бик һыуыҡ, йәй бик эҫе Ҡырҡа континенталь климат шарттарында ураһа йәйге торлаҡ булараҡ бик уңайлы: һауа торошо эҫе булһа ураһала һәр саҡ һалҡынса, ә һауа — саф һәм таҙа. Бындай торлаҡта сахалар майҙан авгусҡа тиклем йәшәй (августан майға тиклем — ҡышҡы бүрәнә торлаҡ — аласыҡта). Әйткәндәй, ураһа ҡышҡа һүтелмәй, ул даими ҡулланыла торған торлаҡ.

Ураһа төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ураһаларҙың дәүмәле буйынса өс төрө бар.

  • Могол ураһаһы — ҙур, ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн тәғәйенләнгән. Ураһаның бейеклеге һайғауҙарҙы тотоп торған ҡоршауҙар һанына бәйле. Яҡутстанда бейеклеге 8,5 метр, нигеҙенең диаметры 6,5 метрлы бай ураһа булыуы билдәле. дар нигеҙе тап саха урас урас Себер халыҡтарының паркында могол ураһаһы төҙөлгән.
  • Даллар ураһа — бәләкәйерәк дәүмәлле, унан да бәләкәйерәге — ходьол ураһа. Борон улар менәны урта хәлле кешеләреҙең торлағы булған.

XIX быуат ахырына сахалар йәйге торлаҡ сифатында ураһа төҙөүҙе туҡтата. Әлеге ваҡытта яҡут халыҡ байрамы Ыһыах үткәргәндә ураһаның ябайлаштырылған вариантын төҙөйҙәр [1].

Ураһа сәнғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 йылдың 19 майында Новгород өлкәһенең Старорусский районында 1943 йылдың ҡышында Ильмень күле өсөн яуҙа һәләк булған саха уҡсыларына бағышланған туғандар ҡәберлеге мемориалы асыла. Проект авторы — Д. Саввинов. Стилләштерелгән ураһа һөлдәһе мемориал композицияһының төп элементтарының береһе булып тора [2][3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]