Эстәлеккә күсергә

Урман сәтләүеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урман сәтләүеге
Рәсем
Углеродный след 5,3 kilogram of carbon dioxide equivalent per kilogram[1]
Водный след 5258 cubic metre per ton[2] һәм 10 515 cubic metre per ton[2]
Энергетическая ценность 628 калория[3]
Етештерелә C. avellana
 Урман сәтләүеге Викимилектә

Урман сәтләүеге (рус. Лещина, лесной орех) — ҡайын һымаҡтар(Betulaceae) ғаиләһендәге сәтләүек ҡыуаҡтары (Corylus) ырыуындағы, шул иҫәптән ябай сәтләүек ҡыуағы (Corylus avellana) һәм эре сәтләүек (Corylus maxima) тоҡомонан теләһә ҡайһы төрҙәге сәтләүек ҡыуаҡтарының сәтләүеге. Эре яҫы сәтләүекте фундук дип атайҙар (тур. findik).[4][5].

Сәтләүек ҡыуағы емеше — шар һымаҡ тиерлек йәки оҙонса түңәрәк сәтләүек, тышы ағасҡа оҡшаған. Емештәре икешәр—һигеҙәр ҡушарлап тәлгәшләнә, ҡайһы берҙә берәрләп тә осрай. Сәтләүек сәскә тажынан ҡалған эргәлеккә берегеп, бөркөнсекләнеп үҫә. Бөркөнсеге ике ҡалаҡ кеүек тигеҙһеҙ япраҡсанан тора һәм сәтләүекте тотош тиерлек ҡаплап тора.

Фундуклы типик печенье. Фондачелли-Фантин, Сицилия

Сәтләүектә тәү сиратта аҡһым күп, аҙыҡ-түлек епһелдәре, Е витамины, тимер, тиамин, фосфор, марганец һәм магний бар, улар тәүлек норманың 30 %-ынан артып китә. Аҙыраҡ булһа ла, шулай ҙа байтаҡ күләмдә (тәүлек нормаһының 10-19 %) К витамины, кальций, цинк һәм калий витаминдары бар.

Фундук мөһим май сығанағы булып тора, уның 100 грамы тәүлек норманың 93 %-ын тәшкил итә. Май компоненттары булып олеин кислотаһы (дөйөм һандың 75 % -ы), линолий кислотаһы (дөйөм һандың 13 %-ы) рәүешендәге майҙар, пальмитин кислотаһы һәм стеарин кислотаһы (дөйөм һандың 7 %-ы) рәүешендә ҡушылдыҡ тәшкил итә[6].

2017 й. фундук етештереү[7]
Илдә Етештереү,



мең т.
Төркиә Төркиә
675,0
Италия Италия
131,2
Әзербайжан Әзербайжан
43,0
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
29,03
Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР
27,0
Грузия Грузия
21,4
Барыһы
1,006,178

Иң ныҡ таралған таралған һәм хужалыҡ йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә төрө — ябай сәтләүек ҡыуағы (урман сәтләүеге).

Кавказда һәм Ҡырымда эре сәтләүек йәки ломбард сәтләүеге үҫтерелә, ул фундук тип атала, ябай урман сәтләүеген дә шулай атағылайҙар[8]. Фундук Төркиә, Әзербайжан, Италия, Греция, Кипр, Грузия, испан Каталония өлкәһендә, ә Бөйөк Британияның Кент графлығында, АҠШ-тың Орегон һәм Вашингтон штаттарында коммерция күләмендә етештерелә. Яҡынса 67 % Төркиәлә үрсетелә.

Урман сәтләүектәрен шулай уҡ һаҡлағыс урман һыҙаттарын булдырыу, һөҙәк урындарҙы нығытыу, йәшелләндереүҙә (шул иҫәптән төҫлө япраҡлы декоратив формалары) ҡулланалар.

үрсетеү

Сәтләүекте ҡыуаҡтарҙы бүлеү юлы менән, үҫентенән, һабаҡтан, һирәгерәк орлоҡтан үрсетәләр.

  1. Teran T. D., Suckow T. So schmeckt Zukunft: Der kulinarische Kompass für eine gesunde Erde (нем.) / Hrsg.: WWF Deutschland — 2021. — S. 51.
  2. 2,0 2,1 Mekonnen M. M., Hoekstra A. Y. Table 3 // The green, blue and grey water footprint of crops and derived crop products (ингл.) // Hydrology and Earth System SciencesCopernicus Publications, 2011. — Vol. 15, Iss. 5. — P. 1577—1600. — ISSN 1027-5606; 1607-7938doi:10.5194/HESS-15-1577-2011
  3. https://calories-info.com/hazelnuts-calories-kcal/
  4. Лещина / В. В. Воронцов // Лас-Тунас — Ломонос. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 17). — ISBN 978-5-85270-350-7.
  5. Лещина (орешник). Энциклопедия растений (2019)
  6. «Full Report (All Nutrients): 12120, Nuts, hazelnuts or filberts». USDA National Nutrient Database, version SR-27. 2015. Retrieved 19 August 2015.
  7. Производство лесного ореха; Урожай по регионам, 2017. Продовольственная и сельскохозяйственная организация ООН, Отдел статистики (FAOSTAT) (2018). Дата обращения: 10 июль 2019.
  8. Лещина // Большой Энциклопедический словарь. — 2000.
  • Лещина // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 28-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Толковый словарь Ушакова. Д. Н. Ушаков. 1935—1940.
  • Лещина // Большой Энциклопедический словарь (рус.). — 2000.