Эстәлеккә күсергә

Уртаҙым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уртаҙым
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Уртазымский сельсовет[d][1]
Административ-территориаль берәмек Уртазымский сельсовет[d][1]
Халыҡ һаны 568 кеше (2010)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 249 метр
Почта индексы 462875
Карта

Уртаҙым — (рус. Уртазым) Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе Кваркен районындағы ауыл. Урал ауыл Советы составына инә.

Уртаҙым ауылы Ырымбур өлкәһенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, дала зонаһында[3], Урал йылғаһының уң яҡ ярында, райондың административ үҙәге Кваркено ауылынан көнбайыш-төньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 60 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 249 метр[4].

Тораҡ пункт үҙ исемен бында аҡҡан Уртаҙым (Урғаҙа) йылғаһы исеменән алған. "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә Ур һүҙенә шундай аңлатмалар бирелгән: 1.Тәрән итеп ҡаҙылған тар, оҙон соҡор. 2. Тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙылған хәрби нығытма [5]. Башҡортостанда -ғаҙы (ғаҙа) ҡушымтаһы менән яһалған гидронимдар йыш осрай.

Климаты

Климаты уртаса һыуыҡ ҡышы һәм йылы йәйе менән ҡоро һәм ҡырҡа континенталь. Уртаса көндөҙгө һауа температураһы иң йылы айҙа (июль) — 22 — 24 °C (абсолют максимум — 40 °C); иң һыуыҡ (ғинуарҙа) — -16 — -12 °C (абсолют минимумы — -46 °C) тәшкил итә. Уртаса йыллыҡ атмосфера яуым-төшөм һаны яҡынса 350 мм тәшкил итә. Ҡар ҡатламы ноябрь аҙағында була һәм апрель башына тиклем ята.

Сәғәт бүлкәте

Уртазым ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк сәғәт зонаһы МСК+2 сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата сәғәт айырмаһы +5:00 тәшкил итә[6].

Уртаҙым ауылының башы бик борондан килә. Екатерина II идара иткән осорҙа ауыл урынында бер нәмә лә булмай. Батша Урал заводтарына юл һала. Бында ул туҡтап ял итә, аттарын алмаштыра һәм артабан юлын дауам итә. Был туҡталыштар урынында ул нығытмалар төҙөй. 1743 йылда инде шул нығытмаларҙың береһе Уртаҙым тип атала. Уртаҙым ҡәлғәһе йырындар һәм валдар менән уратып алынған тупраҡ нығытма булған, мөйөштәрендә пушкалар урынлаштырылған. Ҡәлғәгә ике драгун һәм биш пехоталы рота һалдаттары нигеҙ һала. Ҡәлғәгә башҡорттар тыныс йәшәргә мөмкинлек бирмәй, сөнки был ерҙәрҙе улар борондан килгән үҙҙәренең ерҙәре тип һанағандар. 1774 йылдың 22 майына ҡарай төндә пугачевсылар ҡәлғәгә һөжүм итә, хөкүмәт ғәскәрҙәрен сигенергә мәжбүр итә, ә ҡәлғәне яндыра. Артабан Уртаҙымды икенсе урынға, ә 1960 йылда өсөнсө урынға күсерәләр. Совет осоронда Уртаҙым ҡасаба тип атала, 1926 йылда унда 925 кеше йәшәгән, 210 ихата иҫәпләнгән. 20-се йылдар башында Уртаҙымда коммуна төҙөлә, 1934 йылдың авгусында 78 ихата «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозына берләшә, шул уҡ йылда Уртаҙым машина-трактор станцияһы ойошторола. 1937 йылда тулы булмаған урта мәктәп асыла[7]. 2018 йылға тиклем Уртаҙым бөтөрөлгән Уртаҙым ауыл Советының (Кваркен районы) административ үҙәге була.

  1. Н/Д[8]
Гендер составы

2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса гендер структурала ир-егеттәр 45,1 %, ҡатын- ҡыҙҙар 54,9 % тәшкил итә.

Милли составы

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтләренә ярашлы халыҡтың милли структураһында урыҫтар 748 кешенең 82 процентын тәшкил итә[9]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кваркенский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  4. Urtazym. GeoNames.
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  6. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
  7. История села Уртазым
  8. Уртаҙым > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  9. Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».