Эстәлеккә күсергә

Урта Әләзән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 

Урта Әләзән
татар. Урта Әләзән
Нигеҙләү датаһы 1681
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Среднеелюзанский сельсовет[d][2]
Административ-территориаль берәмек Среднеелюзанский сельсовет[d][2], Городищенский район[d] һәм Кузнецкий уезд[d]
Халыҡ һаны 9505 кеше (2021)[3]
Почта индексы 442327
Карта

Урта Әләзән — татар ауылы. Пенза өлкәһе Городище районында урынлашҡан. Райондағы өс татар ауылыныңның береһе. Донъялағы татар ауылдарынан иң ҙурыһы булараҡ һанала. Урта Әләзән ауыл ерлегендә 2450 хужалыҡта 9410 кеше йәшәй (ҙур булмаған Смычка ауылы менән бергә).

Урта Әләзәндә 2011 йылдың 10 айында 122 бала донъяға килгән. 700 тулы булмаған ғаиләлә тигәндә өс бала тәрбиәләнә.

1681 йылдың 5 сентябрендә Темниковтан күсеп килгән татарҙар тарафынан нигеҙләнә.

Ауыл атамаһы мордвачанан алязань камо – «түбәнге үҙән ҡәберлеге»н аңлата.

Урта Әләрендә ике мәктәп бар. Беренсе һанлы мәктәптә — 767, икенсе һанлыһында 470 бала белем ала.

Мәктәптә бөтөн йүнәлештәр лә үҫтерелә. Программа сараларында футбол майҙансығы төҙөлгән. Ҡыш көнө ул хоккей майҙансығына әүерелә.

Татар теле һәм әҙәбиәте беренсе синыфтан убергә тиклем уҡытыла. Дүртенсе-бишенсе класс уҡыусылары ислам мәҙәниәте нигеҙҙәрен өйрәнә.

Мәктәптә тегеүселәр түңәрәге эшләй. Был яҡҡа йөрөүсе ҡыҙҙар татар милли кейемдәренең һыҙымын һыҙып, тегеп һата.

Етештереү тармағы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта Әләзән 66 КФХ, шуларҙан 8 - уртаса ҙурлыҡта, 38 магазин, 24 бәләкәй һатыу нөктәһе, 6 дарыухана, 3 яғыулыҡ һалыу нөктәһе, 2 пилорам. Ауылда барлығы 2641 кешегә эш бар.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 ОКТМО (урыҫ)
  3. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)