Усанов Дмитрий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Усанов Дмитрий Александрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 24 июль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Менделеевск, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 июнь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Һарытау, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Почёт ордены

Усанов Дмитрий Александрович (24 июль 1943 йыл — 5 июнь 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, педагог, Һарытау дәүләт университетының ҡаты есем физикаһы кафедраһы мөдире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт дәүләт университетының почетлы докторы (2009)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Усанов Дмитрий Александрович 1943 йылдың 24 июлендә Татарстанда тыуа. 1965 йылда Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетының физика факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Һарытау ҡалаһында электрон сәнәғәт предприятиеһында инженер булып эшләй. 1972 йылда физика-математика фәне буйынса фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Һуңынан Һарытау дәүләт университетында эшләй: өлкән ғилми хеҙмәткәр, ҺДУ ҡарамағындағы физика һәм механика ғилми-тикшеренеү институтында лаборатория мөдире, доцент, физика факультетының ғилми эштәр буйынса декан урынбаҫары, 1985 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем — ҡаты есем физикаһы кафедраһы мөдире була.

1989 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1990 йылда уға ҡаты есем физикаһы кафедраһы профессоры ғилми исеме бирелә.

1989—2000, 2003—2013 йылдарҙа — ҺДУ-ның ғилми-тикшеренеү эше буйынса проректоры.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дмитрий Александровичтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә ҡаты есем электроникаһы, радиофизика һәм оптика өлкәһендәге дисциплина-ара тикшеренеүҙәр инә. Метрикала (үлсәм) яңы йүнәлешкә, ҡаты есемле электроника ҡорамалдарын үлсәүҙең яңы ысулына нигеҙ һалыусы, яҡын ҡырлы (ближнеполевой) микроскоп уйлап табыусы. Фәнни нигеҙҙә булдырылған базала чңы сәнәғәт ҡорамалдары эшләнә һәм ҡулланылышҡа индерелә. Тәҡдим иткән яңы технологиялары, үлсәү ысулдары һәм ҡорамалдарға 200-ҙән ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты бар. Улар сәнәғәткә сериялап индерелгән һәм медицинала киң ҡулланыла.

Д. А. Усанов — 400-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы. Эштәре 13 монография һәм 27 уҡыу әсбабында дөйөмләштерелә. Уның етәкселегендә 59 кандидатлыҡ һәм 8 докторлыҡ диссертацияһы яҡлана. Дмитрий Александровичтың күп уҡыусылары — фән докторы, профессор, юғары уҡыу йорттары, фәнни-тикшеренеү учреждениелары һәм сәнәғәт предприятиелары етәкселәре һәм әйҙәүсе белгестәре.

Үҙенсәлекле теоретик һәм эксперименталь тикшеренеүҙәр яңы төр ҡорамалдарҙы сериялап сығарыу мөмкинлеген бирә. Улар араһында иң билдәлеһе — «Буран» совет йыһан карабында йылылыҡ ҡатламын контролләү өсөн ҡулланылған СИТ-40 төрөндәге ҡатламдарҙың ҡалынлығын үлсәү ҡорамалы. Байтаҡ ғилми хеҙмәттәре СВЧ фотон кристалдары үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә һәм улар нигеҙендә радиоэлектрониканың яңы элемент базаһын һәм нанокомпозиттарҙың, микро- һәм наноструктураларҙың параметрҙарын үлсәүҙең яңы ысулдарын һаны һәм үҙенсәлегенә ҡарап уның яңы тикшеренеүҙәрҙең яңы ысулдары булдырыуға ҡарай.

РФ Мәғариф һәм фән министрлығының «Электроника һәм микроэлектроника» йүнәлеше, «Микроэлектроника һәм ярымүткәргесле приборҙар» специальносы буйынса Уҡыу-методик берекмәһе составына инә. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтетең белем биреү сифатын баһалау буйынса эксперты. Д. А. Усанов ҺДУ-ның Ветерандар советы рәйесе вазифаһында эшләүгә, йәштәрҙе тәрбиәүгә һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау инициативаларын тормошҡа ашырыуға күп көс һала.

Д. А. Усанов тормоштарын ярымүткәргесле электроника, микро — һәм наноэлектроника үҫешенә арнаған ғалимдар араһында лайыҡлы урын биләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Почет Билдәһе ордены (2010).

2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (2003).

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» (1998).

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2018).

Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре.

ВДНХ-ның өс көмөш һәм 4 бронза миҙалы.

26 алтын, һигеҙ көмөш һәм ике бронза миҙал (Париж, Брюссель, Мәскәү, Нюрнбергта үткән уйлап табыу һәм инновациялар күргәҙмәләре).

Ике алтын миҙал (уйлап табыусылар ассоциацияһы халыҡ-ара федерацияһының Европа (Нюрнберг, Германия, 2007 йыл) һәм Уйлап табыусыларҙың Бөтә донъя конкурсы(Сучжоу, Ҡытай, 2008 йыл).

Рәсәй Фәндәр академияһының дәүләт ғилми стипендияһы лауреаты (2000).

Башҡорт дәүләт университетының почетлы докторы (2009).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]