Усманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы
Усманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 28 ноябрь 1971 (53 йәш) |
Тыуған урыны | Күсей ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Усманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы (28 ноябрь 1971 йыл) — журналист. 2010 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәге буйынса үҙ хәбәрсеһе. 2015 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2021).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәримә Ишбулды ҡыҙы Усманова 1971 йылдың 28 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.
Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ «Башҡортостан пионеры» гәзитенә мәҡәләләрен баҫтыра. Әсәһенең бер туған ағаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың һәр саҡ уларҙа булыуы, ул һөйләгән матур әҙәбиәт донъяһы Кәримә Ишбулды ҡыҙын мәктәпте тамамлағас, 1989 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына алып килә. Студент йылдарында уның мәҡәләләре «Башҡортостан», «Октябрь байрағы» гәзиттәрендә даими баҫылып сыға. 1994 йылда хеҙмәт юлын Күсей урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай, артабан Сибай интернат-гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. 2000 йылда «Һаҡмар» гәзитендә- хәбәрсе, аҙаҡ Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант вазифаһын башҡара. Сибай ҡалаһы уҡыусыларының ижадын бергә тупланған «Бала саҡтың яҡты хыялдары», «Еңеү яҙы», «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» һәм ойошма ағзаларының ижадынан торған «Мөғжизәләр көтәм», «Йәйғор төҫө» исемле йыйынтыҡтарҙың төҙөүсеһе була.
2010 йылдан «Башҡортостан» гәзитендә эшләй.
Төрлө йылдарҙа «Йәншишмә» һәм «Башҡортостан» гәзитенең йыл лауреаты була, «Башҡорт эшҡыуарлығы» конкурсында II урынды яулай, төрлө йылдарҙа «Һөнәрмән», «Талантлыны данлай Башҡортостан» конкурстары еңеүсеһе була. 2014 йылда «Моя земля — Россия» Бөтә Рәсәй конкурсында ауылдар темаһын яҡтыртғаны өсөн Рәхмәт Хаты менән бүләкләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2021).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 28 ноябрҙә тыуғандар
- 1971 йылда тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан журналистары
- XXI быуат журналистары
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары
- Рәсәй Журналистар союзы ағзалары
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары