Эстәлеккә күсергә

Устюжна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Устюжна
Герб
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Устюженский район[d][1], Городское поселение город Устюжна[d][1] һәм Муниципальное образование Устюженское[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение город Устюжна[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 7653 кеше (2023)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 120 метр
Майҙан 7 км²
Почта индексы 162840
Рәсми сайт admgorust.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1252
Урындағы телефон коды 81737
Карта
 Устюжна Викимилектә

УстюжнаРәсәйҙәге ҡала, Вологда өлкәһе Устюжна районының административ үҙәге. Халҡы 8443 кеше тәшкил итә. «Устюжна ҡалаһы» ҡала биләмәһен барлыҡҡа килтерә.

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Устюжна райондың үҙәк өлөшөндә Молога йылғаһының ике ярында урынлашҡан (Рыбинск һыуһаҡлағысына ҡоя). Вологданан көнбайышҡа ҡарай (автомобиль юлы буйлап) 244 км алыҫлыҡта, Пестово ҡалаһындағы тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 54 км алыҫлыҡта һәм Сандово ҡасабаһындағы тимер юлы станцияһынан төньяҡҡа ҡарай 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны — 833 гектар, оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа табан 1,5 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 4,5 км, Вологда өлкәһендә иң көнбайыш ҡала.

Ҡала беренсе тапҡыр 1252 йылда Углич йылъяҙмаһында Устюг-Железный тигән исемдә телгә алына, был ҡаланың Тимерле яланда ерҙә, һаҙлыҡлы тимер мәғдәндә урынлашыуы һәм Рус дәүләтендә металлургия үҫеше башланыу менән бәйле. Устюг-Железный (йәки Железный Устюг) исемен ҡала XIII—XVI быуаттарҙа йөрөтә[3].

Ҡаланың тарихи үҙәге булып Молога ярында төҙөлгән ҡаласыҡ тора, Молога йылғаһы тамағында уға Ижина йылғаһы ҡоя, был инде тораҡтың исемен билдәләй: Усть-Ижина — Устюжна.

XVI быуатта Устюжна, яҡынса 6000 кеше халҡы менән, металл эшкәртеү һәм ҡорал әҙерләү буйынса Рәсәй дәүләтендә иң эре үҙәк була. Тимерселәр — ҡаҙаҡсылар, ҡаҙансылар, табаҡсылар, йоҙаҡсылар, сүкешселәр посадтан тыш бөтә округта ла байтаҡ була. Хөкүмәт заказы буйынса сүкеүселәр ҙур булмаған пушкалар ҙа, унар меңләп йәҙрәләр ҙә етештерә.

Был осорҙа Устюжнаға Бөйөк кенәз һәм батша Иоанн Васильевич IV Грозный килә.

XVI быуат уртаһында Устюжна Новгород, Псков, Тверь, Рязань, Ладога кеүек эре сауҙа-сәнәғәт үҙәктәре менән бер рәттә була. 1544 йылда ҡала Иван Грозный исеменән таможня грамотаһы ала

XVI быуат аҙағында ҡала ныҡ үҙгәрә. 1597 йылда посад ихаталар һаны буйынса 70 процентҡа тиерлек, ә халыҡ һаны 3 тапҡырға кәмей. Төп сәбәп булып илдәге ваҡиғалар — Ливония һуғышы, опричнина, Новгородтың төньяҡ-көнбайыш ерҙәрҙең бөлөүе һәм, эҙемтә булараҡ, хужалығы көрсөгө тора.

Буталсыҡ ваҡытта Устюжна халҡы интервенттарға ҡаршы көрәшә. Ҡала бер нисә тапҡыр һөжүмгә дусар була, ләкин бер тапҡыр ҙа баҫып алынмай. 1609 йылдың 5 (15) ғинуарында Устюжна кешеләренән торған ополчение Батневка ауылы янында литва яугирҙәре менән осраша. Ләкин ополчение кешеләренең хәрби әҙерлеге бумағанлыҡтан, улар ҡырыла. 1609 йылдың ғинуарында Устюжна ҡалаһы ополчениеһы поляктарҙы һәм "черкастарҙы" тирә-яҡ ауылдарҙан ҡыуып сығара, ә февраль айында поляк атлыларының һәм немец пехотаһының бөтә һөжүмдәрен кире ҡаға. 3 февралдән 8 февралгә тиклем поляк-литва интервенттары Устюжнаны ҡамай, әммә «ҙур зыян күреп ҡыуыла»[4].

XVII быуатта Устюжна — рус металлургияһы һәм ҡорал эшләү буйынса Туланан ҡала Рәсәйҙә икенсе үҙәк була. Тап Устюжнала 1630 йылда Спас ҡапҡаларына һәм Мәскәү Кремленең башҡа башнялары өсөн рәшәткәләр эшләнә.

1702—1714 йылдарҙа, Пётр I күрһәтмәһе буйынса Устюжнала Ижинский ҡорал заводы төҙөлә, армияны ҡорал менән тәьмин итеү өсөн дәүләт заказын ала (пушкалар, пищаль, мушкет, пушка йәҙрәләре әҙерләй һ. б.).

Урал мәғдәнен асыу менән Устюжнаның һаҙлыҡ мәғдәне әһәмиәтен юғалта.

Герб (1781)

1727 йылда алып Устюжна Новгород губернаһы составына инә, 1738 йылдан Устюжна өйәҙе ҡалаһы

1781 йылда махсус «Төҙөлөш өсөн комиссия», империяның башҡа ҡалалары менән бер рәттән, Устюжнаның төҙөлөш планын әҙерләй. Гербын Екатерина II 1781 йылдың 16 (27) авгусында раҫлай. XVII быуаттың икенсе яртыһында таш төҙөлөш башлана, һәм 1870 йылға Устюжнала 13 таш сиркәү була, был ҡаланың ҡиәфәтен күпкә үҙгәртә.

1865—1867 йылдарҙа Усюжнала һуңғы йылдарын билдәле Суфыйсылыҡҡа өндәүсе Кунтум-хажи Кишиев уҙғара, ул 1864 йылдың 1 (15) ғинуарында Чечняла Бөйөк кенәз Михаил Николаевичтың (Кавказда император наместнигы) шәхси бойороғо буйынса һөргөнгә бында «күҙәтеү аҫтына» ебәрелә[5].

1884 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, сауҙа ҡалалары араһында бишенсе урынды биләй. Устюжна сауҙагәрҙәре тимерҙән эшләнгән әйберҙәр, ағас, икмәк һәм мал менән һатыу итәләр.

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡала халыҡ һаны буйынса Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы араһында 984-се урында тора. 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 976 Рәсәй Федерацияһының 1112[6] ҡалаһы араһында [7] 375-се урында була

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Устюжна тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларға бай булған тарихи ҡалалар исемлегенә ингән

Ҡала Устюжна крайҙы өйрәнеү музейы эшләй (богородица раштыуаһы элекке соборы), тупланмаларында XVII быуат аҙағы боронғо урыҫ иконостасы бар; XVIII—XX быуат рус һынлы сәнғәте әҫәрҙәре, шул иҫәптән әҫәрҙә И. К. Айвазовский, Б М. Кустодиевтың эштәре бар; урындағы биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте әҫәрҙәре, XVII—XVIII быуаттың ағасты һырлап эшләгән әйберҙәр, XVIII—XIX быуат быуаттарҙың ҡойоп һәм ҡырлап эшләнгән тимерҙәре, XIX — XX башы сигеүе, XIX быуаттың 2-се яртыһындағы фаянс изделиелар һ.б.

Устюжнанан 15 км алыҫлыҡта Данилово ауылында Батюшковтарҙың усадьбаһы урынлашҡан. 1906—1911 йылдарҙа имениела оҙаҡ ваҡыт яҙыусы Александр Иванович Куприн йәшәй һәм эшләй. Әлеге ваҡытта бында К.Н.Батюшковтың һәм А.И.Куприндың әҙәби йорт-музейы асылған

  • Богородица Раштыуаһы соборы (хәҙер крайҙы өйрәнеү музейы) (1685—1690 йй.); Мәҙәниәт учреждениеһы һәм Ҡазан храмының православие общинаһы араһында килешеү буйынса сиркәүҙә байрам көндәрендә ике тиҫтә йыл дауамында ғибәҙәттәр үткәрелә [8]. 2016 йылдың 12 майында Череповецк епархияһы милкендә[9]
  • Ҡазан сиркәүе (1694 й.) сатырлы манараһы менән (1764—1767 йй.); — эшләп тора
  • Благовещен сиркәүе (1762 й.);
  • Воскресенск сиркәүе (1771 й.);
  • Покрова сиркәүе (1780 й.) Молога йылғаһының һул ярында;
  • Успение сиркәүе (1781 й.) Молога йылғаһының һул ярында;

Устюжна һәйкәлдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Устюжна климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса температура, °C −9,9 −9,5 −4,7 2,9 10,6 15,7 17,9 15,5 10 3,7 −4,5 −9 3,3
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen

Устюжна нәфис әҙәбиәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Устюжна — Гоголдең «Ревизор» әҫәрендә геройҙарҙың тыуған яғы. 1829 йылда Устюжнаға Вологда алпауыты Платон Волков (Хлестаков прототибы, «Ревизор») килә, урындағы чиновниктар уны баш ҡаланың мөһим кешеһе тип ҡабул иткән. Үҙе Николай Васильевич Гоголь Устюжнала булмай, әммә «Ревизор» комедияһында һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар бында бара. Быға дәлил булып рус яҙыусыһы В.А.Соллогубтың хәтирәләре тора: «Пушкин познакомился с Гоголем и рассказал ему про случай, бывший в г. Устюжне Новгородской губернии — о каком-то проезжем господине, выдавшем себя за чиновника министерства и обобравшем всех городских жителей». Ошо уҡ ваҡиға А. И. Куприндың «Черная молния», хикәйәһендә лә телгә алына, ундағы ваҡиғалар Устюжнала бара: «Старожилы же из грамотных не без гордости уверяют, что именно с их города Николай Васильевич Гоголь списал своего „Ревизора“.»

1612—1624 йылдарҙа Устюжнала Иван Грозныйҙың дүртенсе ҡатыны Анна Колтовская йәшәй.

Устюжна менән туғанлашҡан ҡалалар:

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 ОКТМО. 185/2016. Северо-Западный ФО
  2. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
  3. БЭС. — 2-е издание, перераб. и доп. — М.: «Большая Российская энциклопедия»; СПб.: «Норинт», 2002. — 1456 с.: ил.; ISBN 5-85270-160-2, ISBN 5-7711-0004-8. Стр. 397.
  4. С. М. Соловьев. История России с древнейших времен. Т.8, гл.5, с.693.
  5. Administrator. Годы ссылки Кунта-Хаджи Кишиева. Дата обращения: 6 октябрь 2015.
  6. с учётом городов Крыма
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  8. В соборе Рождества Пресвятой Богородицы города Устюжна состоялась первая за 25 лет Литургия | Череповецкая епархия 2019 йыл 10 ғинуар архивланған.
  9. Обращение Преосвященнейшего Флавиана, епископа Череповецкого и Белозерского, в связи с передачей храма Рождества Пресвятой Богородицы города Устюжна Череповецкой епархии Русск... 2019 йыл 10 ғинуар архивланған.
  • Рихтер Д. И. Устюжна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Туркин А. М., Боев М. А. Сокол // Вологодская энциклопедия / гл. ред. Г. В. Судаков. — Вологда: Русь, 2006. — С. 488, 489. — ISBN 5-87822-305-8.
  • Колесников П. А. Устюжна: Очерки истории города и района. — Архангельск, 1979.
  • Устюжна. Череповец. Вытегра. / Рыбаков А. А. — Л., Искусство, 1981. (Архитектурно-художественные памятники городов СССР).
  • Брумфилд, Уильям К. Устюжна. Фотоальбом: на русском и английском языках. — М., Три квадрата, 2010.
  • Устюжна: Историко-литературный альманах / Гл. ред. и сост. М. А. Безнин. — Изд. 2-е. — Вологда: Изд-во "Русь", Легия, 1992,1993, 2007. — Т. 1—2. — 612 с. — (Старинные города Вологодской области). — 2000 экз. — ISBN 5-89791-047-2.