Өфө мушкетёр полкы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Уфимский мушкетёрский полк битенән йүнәлтелде)
Өфө мушкетер полкының гренадер унтер-офицеры. 1797—1801 йй.[1]

Өфө мушкетер полкы — Павловтың хәрби реформаһы барышында Рәсәй император армияһынында формалаштырылған мушкетер полктарының береһе. 1811 йылдың 22 февралендә Өфө пехота полкы тип үҙгәртелә.

Дислокация урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1820 йылда — Винница[2] ҡалаһы. Полк 18-се пехота дивизияһы составына инә.

Полк тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Полкы 1796 йылдың 29 ноябрендә Өфө ҡалаһында 2-се һәм 3-сө Ырымбур ялан батальондарынан ойошторола. Павел I идара иткән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә полктың шефы биш тапҡыр алмашына[3]: П. А. Мансуров[4] (1796—1797), А. Ф. Ланжерон (1797—1799), Л. Н. Энгельгардт (1799), Н. И. Вердеревский (1799—1800), И. Д. Цыбульский (1800—1801). Ланжерон полкының нисек итеп Өфөлә тороуын С. Т. Аксаков үҙенең «Багров-ейәндең бала сағы» китабында иҫкә ала. Полк командирҙары алмашыныу менән полктың атамаһы ла үҙгәрә:

  • 1798 йылдың 31 октябренән генерал-лейтенант граф А. Ф. Ланжерон;
  • 1799 йылдың 4 февраленән — генерал-майор Л. Н. Энгельгардт;
  • 1799 йылдың 18 октябренән — генерал-майор Н. И. Вердеровский;
  • 1800 йылдың 19 майынан — генерал-майор И. Д. Цыбульский исеме менән атала.

1798 йылда полк байраҡ ала һәм император Павел I Ҡазанда үткәргән Ырымбур инспекцияһы частары смотрында ҡатнаша.

1801 йылдың 31 мартында полкты Өфө мушкетер полкы тип атайҙар, ә 1811 йылдың 22 февралендә — Өфө пехота полкы.

Полк генерал-майор Г. П. Лихачевтың 24-се пехота дивизияһы ссотавында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. 1812 йылдың 26 авгусында Бородино һуғышында Өфө пехота полкы Н. Н. Раевский батареяһының контрһөжүмендә ҡатнаша.

Полк 1813, 1814 йылдарҙа сит ил кампанияларында була, Германияның Денневиц, Лейпциг, Францияның Краон, Лаон һәм Париж ҡалалары өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша.

18281829 йылдарҙағы төрөк кампанияһы өсөн 1830 йылдың 6 апрелендә «хәрби отличие өсөн» бүләкләнә.

1833 йылдың 28 ғинуарында полк тарҡатыла һәм тулы составында Бутырка пехота полкына ҡушыла

Полк командирҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1820 йыл — подполковник Добровольский.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Илл. 990. Гренадерский Унтер-офицер Уфимского Мушкетерского полка. 1797—1801. // Историческое описание одежды и вооружения российских войск, с рисунками, составленное по высочайшему повелению: в 30 т., в 60 кн. / Под ред. А. В. Висковатова. — Т. 7.Ҡалып:Книга:Висковатов А.В.:Историческое описание
  2. Высочайшие приказы о чинах военных c 1 января по 20 августа 1820 г. — СПб, 1821. — С. 264.
  3. Подмазо А. А. Шефы и командиры регулярных полков русской армии
  4. Алфавитный список

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энгельгардт Л. Н. Записки. М., 1860.
  • Записки А. П. Ермолова 1798—1826. М., 1991.
  • Рахимов Р. Н. С именем города: К истории Уфимского пехотного полка //«Любезные вы мои…» Сост. А. З. Асфандияров. Уфа, 1992.
  • Рахимов Р. Н. История Уфимского пехотного полка, 1796—1833. — Уфа: Информреклама, 2004. — 164 с. — ISBN 5-94780-034-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рахимов Р. Н. Уфимский пехотный полк.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 595. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.