Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Яр буйы һағы институты
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Яр буйы һағы институты | |
Нигеҙләү датаһы | 30 ноябрь 1936 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү һәм Анапа |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | ibo.fsb.ru |
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Яр буйы һағы институты — 1936 йылдың 30 ноябрендә эшләй башлаған юғары хәрби-диңгеҙ уҡыу йорто. Хәҙерге ваҡытта ул Рәсәй ФСБ-һы Сик буйы хеҙмәтенең Яр буйы һағы өсөн офицерҙар һәм мичмандар әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү менән шөғөлләнә.
Төп тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР осорондағы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылдың 30 ноябрендә СССР эске эштәр халыҡ комиссары Бойороғо менән Одесса ҡалаһында СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының 2-се Диңгеҙ сик буйы мәктәбе булдырыла. Ул диңгеҙ сиге һағы өсөн кесе командирҙар әҙерләү менән шөғөлләнә. 1936 йылда был мәктәп Одессанан Анапа ҡалаһына күсерелә һәм сик буйы караптары өсөн боцман, мотористар төркөмө старшиналары, рулевой-сигналсылар һәм хәрби техниктар әҙерләй башлай[1].
1940 йылда СССР Халыҡ комиссарҙары советының Ҡарары менән 2-се Диңгеҙ сик буйы мәктәбе базаһында СССР ЭЭХК-ның сик буйы ғәскәрҙәренең Беренсе хәрби диңгеҙ белгестәре уҡыу отряды булдырыла, яңы отряд структураһына Махачҡала, Владивосток һәм Шлиссельбург ҡалаларының өс диңгеҙ сик буйы мәктәбе инә. 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан отрядтың тәүге сығарылыш белгестәрет хәрби хеҙмәт урындарына ебәрелә. Һуғыш осоронда отряд Анапа ҡалаһын һәм уның эргәһендәге райондарҙы дошман һөжүменән һаҡлау өсөн өс батальонға бүленә һәм райондарҙы дошман агентураһынан таҙартыуҙы тәьмин итә. 1941 йыл аҙағында килеп тыуған хәлгә бәйле ЭЭХК-ның уҡыу отряды Ҡара диңгеҙ флотының катерҙар менән ҡарауыллаусы Уҡыу отряды тип үҙгәртелә. 1942 йылда Уҡыу отряды таратыла, ә уның личный составы хәрәкәт итеүсе армия составына һәм фронтҡа ебәрелә, отрядты тамамлаған 11 егет һуғыш хәрәкәттәре барышында «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[1].
1948 йылдың 8 декабрендә СССР эске эштәр министры бойороғо менән элекке уҡыу мәктәбе базаһында сик буйы диңгеҙ частарының карап белгестәрен әҙерләү өсөн СССР Дәүләт именлеге министрлығының асыла. 1953 йылда Дәүләт именлеге министрлығы буйынса бойороҡ менән Дүртенсе диңгеҙ сик буйы ғәскәрҙәре мәктәбе СССР Эске эштәр министрлығының Беренсе сик буйы ғәскәрҙәре белгестәренең уҡыу отряды тип үҙгәртелә. 1954 йылда уҡыу отряды СССР Эске эштәр министрлығы, ә СССР Министрҙар Советы ҡрмағындағы Дәүләт именлеге комитетының Беренсе сик буйы ғәскәрҙәре белгестәренең айырым уҡыу отряды булараҡ формалаша, отряд структураһында артиллерия-мина, электромеханик, һәм штурмандар һәм радиотехниктар мәктәбе була, ә 1974 йылдан мичмандар әҙерләү мәктәбе эшләй башлай, 1976 йылда сик буйы ғәскәрҙәренең офицер кадрҙарын әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү курстары асыла[2].
1976 йылдың 15 октябрендә СССР-ҙың КГБ рәйесе бойороғо менән айырым уҡыу отряды базаһында диңгеҙ базаһында СССРДәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәҙәре өсөн диңгеҙ белгестәрен әҙерләү буйынса Беренсе айырым уҡыу үҙәге ойошторола. Үҙәк асылғандан һуң уның структураһында ете мәктәп булдырыла: штурмандар, ҡорал, радиотехник, электромеханик, электр, элемтә һәм мичмандар мәктәптәре. 1978 йылда СССР Юғары Советы Президиумының «социалистик тыуған илде ҡорал тотоп яҡлағанда һәм СССР-ҙың дәүләт сиген һаҡлауҙа өлгәшелгән уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн» айырым уҡыу үҙәге Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2][1][3].
1994 йылдан 2003 йылға тиклем Айырым уҡыу диңгеҙ үҙәге Рәсәй Федерацияһы Федераль сик буйы хеҙмәте составына инә. 2003 йылдың 11 мартында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы хеҙмәте составына инә һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Айырым уҡыу диңгеҙ үҙәге тип атала башлай. 2007 йылдың 18 авгусында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1072-р Ҡарары менән ДХХ-ның Айырым уҡыу диңгеҙ үҙәге базаһында Рәсәй ДХХ-ның Яр буйы һағы институты булдырыла, ул Рәсәй Федерацияһы ДХХ-ның Яр буйы хеҙмәтенең Яр буйы һағы составына инә, биш йыл уҡырға. Институт түбәндәге квалификациялар буйынса офицер кадрҙарын әҙерләй: инженер һәм инженер-судно йөрөтөүсе һәм инженер-механик[1][3].
Етәкселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1957—1968 — 1-се ранг капитаны И. Д. Сизов
- 1968—1970 — 1-се ранг капитаны Г. Г. Антипов
- 1970—1988 — 1-се ранг капитаны С Г. Карцев
- 1988—1989 — 1-се ранг капитаны В. Смыков
- 1989—1999 — контр-адмирал Смолянинов, Михаил Иванович
- 2007 йылдан — контр-адмирал . В. В. Белков
Танылыу алған тамамлаусылар һәм уҡытыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айырымлыҡ билдәләре һәм бүләктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 25 декабрь, 1978 йыл — «социалистик Ватанды ҡорал тотоп яҡлағандағы ҡаҙаныштары һәм СССР дәүләт сиге һағында өлгәшкән уңыштары өсөн»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Институт береговой охраны ФCБ России: история . Дата обращения: 4 декабрь 2020.
- ↑ 2,0 2,1 1-й отдельный учебный отряд специалистов – Учебный центр по подготовке морских специалистов пограничных войск . История отечественных спецслужб и правоохранительных органов. Дата обращения: 4 декабрь 2020.
- ↑ 3,0 3,1 На охране рубежей Отечества / В. В. Терещенко. — Москва : Кучково поле, 2008 г. — 575 с. — ISBN 978-5-901679-69-2
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сик буйы хеҙмәте россии: энциклопедия / рәсәй федерацияһы федераль именлек хеҙмәте, Сик научно-исслед. үҙәге; под общ. ред. проничева е. в. — М.: Хәрби китап : Кучково яландар, 2009. — С. 621 — ISBN 978-5-9950-0060-0
- Ватаны сиктәрен һаҡларға / в Терещенко. — Мәскәү : Кучково яландар, 2008 й. — с. 575 — ISBN 978-5-901679-69-2
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Институт береговой охраны ФCБ России: оф.сайт (неопр.). Дата обращения: 4 декабря 2020.
- Институт у моря (неопр.). Красная звезда. Дата обращения: 4 декабря 2020.
- В Институте береговой охраны открыта обновленная Аллея Героев (неопр.). Город курорт Анапа. Дата обращения: 4 декабря 2020.