Фазлетдинов Илдар Камил улы
Фазлетдинов Илдар Камил улы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Бәләбәй районы Тоҙло Ҡыуыш ауылында |
Эшмәкәрлеге: |
Публицист |
Наградалары: |
Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты |
Фазлетдинов Илдар Камил улы (5 июнь 1978 йыл) − ғалим-филолог, журналист. 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» республика гәзите хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты (2003
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдар Камил улы Фазлетдинов 1978 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Тоҙло Ҡыуыш ауылында тыуған. Ата-әсәһе уҡытыусылар. Шиғырҙарын бала сағынан яҙа башлай. Улар «Башҡортостан пионеры» гәзитендә даими баҫылып торған. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының татар-рус бүлегенә уҡырға кергән. Шунда уҡ 2003 йылда аспирантура тамамлай. Хеҙмәт юлын 1998 йылда «Өмөт» гәзитендә башлаған. 2001 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй. Сәйәсәт һәм милли проблемалар бүлеге мөдире. 2003 йылда сәйәси-ижтимағи мәҡәләләре өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһына лайыҡ була. Әлегә үҙенең китаптары баҫылып сыҡмаған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фазлетдинов Илдар Камил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.