Фазлыева Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы
Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы Фазлыева | |
Тыуған көнө |
25 февраль 1937 (87 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
терапевт |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Рәйсә Фазлыева |
Фазлыева Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы (25 февраль 1937 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, юғары мәктәп һәм фән ветераны, табип-терапевт. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1987—2014 йылдарҙа терапия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000), Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (1992). Ғ.Н. Тереғолов исемендәге премия лауреаты (2016).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы Фазлыева 1937 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы Ҡариҙел районының Абдулла ауылында тыуа.
1965 йылда «Дауалау эше» буйынса яҡшы билдә менән Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1965—1966 йылдарҙа ашығыс медицина ярҙамы станцияһында хеҙмәт юлын башлай. 1966—1969 йылдарҙа Өфөнөң 5‑се поликлиникаһында участковый терапевт булып эшләй.
1971—1975 йылдарҙа Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында гематология бүлексәһенең табип-ординаторы булып эшләй.
1975 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтында һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында хеҙмәт юлын дауам итә. 1987—2014 йылдарҙа терапия кафедраһы мөдире була.
1988 йылда медицина фәндәре докторы исемен яҡлай. Бер йылдан һуң профессор дәрәжәһен ала.
1992 йылда — Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, 2000 йылда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре исемдәре менән бүләкләнә. 2016 йылда Ғ.Н. Тереғолов исемендәге премияға лайыҡ була.
Фазлыеваның ғилми тикшеренеүҙәре эске ауырыуҙар клиникаһында гемостаз патологияһы проблемаларына, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте диагностикалауға һәм иҫкәртеүгә һәм башҡа мәсьәләләргә арналған. Фазлыева ҡарамағында геморрагик биҙгәкте киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙан, шешеү ауырыуҙарынан дифференциаль диагностикалау, ауырыу барышының ауырлығын һәм геморрагик биҙгәк менән ауырығандар хәленең ауырлығын анализлау юлдары уйлап табыла.
Фазлыеваның 500 тирәһе ғилми эше һәм 6 уйлап табыуы бар.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Воспалительные и дистрофические заболевания сердца. Өфө; Мәскәү, 1998 (авторҙ.)
- Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Өфө, 2006 (авторҙаш)
- Поражение легких при геморрагической лихорадке с почечным синдромом. Өфө, 2013
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (1992)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000)
- Ғ.Н. Тереғолов исемендәге премия лауреаты (2016)
- А. Нобель исемендәге миҙал
- В.И. Вернадский исемендәге миҙал
- «Хеҙмәткә тоғролоҡ өсөн» БДМУ дипломы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г.Ҡ. Ҡунафина тәрж. Фазлыева Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Фазлыева Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы БДМУ сайтында 2019 йыл 12 декабрь архивланған.
- 25 февралдә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡариҙел районының Абдулла ауылында тыуғандар тыуғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса терапевтар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- XX быуат педагогтары
- XXI быуат педагогтары
- XX быуат терапевтары
- XXI быуат терапевтары
- СССР педагогтары
- Рәсәй педагогтары
- СССР терапевтары
- Рәсәй терапевтары
- Башҡортостан уҡытыусылары
- Башҡортостандың атҡаҙанған табиптары