Эстәлеккә күсергә

Фаина Раневская һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Файл:Ranevskaya 01.jpg
Д. Р. Бегалов
Ф. Г. Раневская һәйкәле, 2008
Бронза. Бейеклеге: 215 см
Таганрог

Фаина Раевская һәйкәлесовет актрисаһы Ф. Г. Раневскаяға уның тыуған ерендә - Таганрог ҡалаһында  2008 йылдың майында ҡуйыла[1].

Һәйкәл авторы — Ростов скульпторы Давид Бегалов, архитекторы — Сергей Рябоштанов. Һәйкәл Таганрогта, Фрунзе урамында, актрисаның бала сағы һәм үҫмер йылдары үткән һәм ҡала властары нисәнсе йыл инде  Фаина Раневскаяның  музейын асырға планлаштырған йорт алдына ҡуйылған. Бронза скульптура Раневскаяны  "Подкидыш" фильмындағы Ляля ролендә һүрәтләй[2]. Һындың бейеклеге — 215 см. Скульптураның бронза плинты ҡыҙыл мәрмәрҙән ялтыратылған плита рәүешендә эшләнгән бейек булмаған декоратив постаментҡа урынлаштырылған. Уға  "Һәйкәл Таганрог ҡала хакимиәте һәм  "Красный котельщик" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында эшләнде. 2008" һәм "Архитекторы Рябоштанов С. Ю., скульпторы Бегалов Д. Р." тигән яҙыуҙар урынлаштырылған.

Һәйкәлдең идеяһы  һәм тәүге варианты Таганрог скульпторы Алла Виневскаяныҡы була[3][4]. Әммә һуңыраҡ конкурс үткәрергә ҡарар ителә, унда Алла Виневская (Таганрог), Владимир Дмитриев (Таганрог), Давид Бегалов (Дондағы Ростов) ҡатнаша. Еңеүсе тип Ростов скульпторы Давид Бегалов билдәләнә. Һәйкәл ошо маҡсат өсөн 1 200 000 һум бүлгән Таганрогтың  "Красный котельщик заводы иҫәбенә эшләнелә.

Һәйкәл 2008 йылдың 16  майында, Фаина Раневская исемендәге "Бөйөк провинция" Беренсе халыҡ-ара театр фестивале башланған көндө тантаналы асыла. Сарала Таганрог ҡала мэры, өлкә хакимиәте вәкилдәре, күп һанлы ҡунаҡтар,Рәсәйҙең халыҡ артистары, Раневская менән бергә Моссовет имесендәге театрҙа эшләгән Евгений Стеблов һәм Ирина Карташева килә.

  • "Мин үлгәс, ерләгеҙ һәм һәйкәлемә: "Ерәнеүенән вафат булды" , тип яҙығыҙ" — Ф. Г. Раневская.
  • "Фаина Георгиевна бик үҙән ирония менән ҡараған кеше булараҡ, моғайын да, һәйкәл асылыуын белһә, рәхәтләнеп көлөр ине. Раневская төрлө яҡтан әйтелгән, "Муля, нервыма теймә!", тигән репликанан ыҙалана, кинола иң яратҡан роле  Михаил Роммдың "Хыял" фильмындағы роль була. Шуға ҡарамаҫтан, һәйкәл асыу, һис шикһеҙ, мөһим ваҡиға. Актриса башҡарған теге йәки был образ буйынса фекер алышырға була, уны һәр кем үҙенсә күрә.[5]Е Стеблов, 2008.

Раневскаяға хәҙерге мәҙәниәттә һәйкәл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Почта карточкаһы
"Таганрог. Ф. Г. Раевская һәйкәле", 2009
  • "2009 йылда Мәскәүҙең "Марка" нәшриәт үҙәге Раневскаяның һәйкәле төшөрөлгән почта карточкаһы сығара.
  • Күптәр, Фаина Раневскаяның Ляля кинообразын яратмауын иҫәпкә алып,  был һәйкәл уға оҡшамаҫ ине, ти[6]. Бөйөк актрисаға "ысын һәйкәл" 2009 йылда асылған   "Фрекен Бок" арт-кофейняһы булды, тигән фекерҙәр ҙә йәшәй.

*2008 йылдың майында, һәйкәл тантаналы асылғандан һуң бер нисә көн үткәс, скульпторҙың идеяһы буйынса Раневскаяның ҡулында өйөрөлөп торорға теейшле ҡулсатырҙы вандалдарҙың ватырға тырышыуы һөҙөмтәһендә, ҡала властары уны нығытып ҡуйырға мәжбүр була.

*2009 йыл башында ҡулсатырҙың тотҡаһын урлайҙар.
*2009 йылдың июлендә Раневскаяның ҡулындағы сумканы йолҡоп алырға маташалар, әммә уғы ала алмағас, актрисаның ҡулын ҡырҡырға йәки һындырырға тырышалар[7].
*2009 йылдың октябрендә тағы ла ҡулсатырға ?өжүм яһала. Ҡулсатырға зыян килмәй, әммә  тотҡаһы бөгөлә, ә бер йыл элек эшләнгән нығытыу конструкциялары емерелә. Тергеҙеү эштәре бары тик 2010 йылда, А. П. Чеховтың юбилей тантаналары алдынан ғына башҡарыла[8].
*2011 йылдың 11 авгусында, Фаина Раневскаяның тыуыуына 115 йыл тулғанда, ҡабаттан ҡулсатырға ҡанығыусылар табыла: уның тотҡаһы бөгөлә, иретеп йәбештерелгән урыны ватыла, актрисаның эшләпәһендәге бант йолҡоп алына[9].
*2012 йылдың 8 мартында, 2011 йылдан тергеҙелмәгән ҡулсатыр тағы ла нығыраҡ зыян күрә - уның тотҡаһы йолҡоп алына[10][11][12].
*2012 йылдың 22 мартында билдәһеҙҙәр һәйкәлдән ҡулсатырҙы йолҡоп ала[13]. Урындағы матбуғат сараһы фекеренсә, федераль каналдарҙың береһе килеп киткәндән һуң ҡулсатыр йолҡоп алынып, ергә ташлап кителә. Ҡулсатыр полицияға тапшырыла һәм урынына июндә генә кире ҡуйыла. 
*Октябрҙә ҡабат ҡулсатырға һөжүм яһала, уның айырым йәбештерелгән урындары, һабы зыян күрә, бер энәһе йолҡоп алына.
*2014 йылдың 2 майында һәйкәлдән тағы ла ҡулсатыр урлана[14][15]. Ул июндә генә кире ҡуйыла[16].
*2014 йылдың авгусында ҡала хакимиәте өушыуы буйынса һәйкәл ҡырағайҙарса эшкәртеүгә дусар була. Механик таҙартыу һөҙөмтәһендә скульптураның йоҡаҡ декоратив ҡатламы ашала, барлыҡ технлологик ялғауҙар асыла һәм эшләнгән материалдың бер төрлө генә булмауы күҙгә ташлана. Ҡулсатыр Раневскаяның фигураһына ныҡлап йәбештерелеп ҡуйыла.  
  1. Булейко А. «Муля, не нервируй меня!» // Таганрогская правда. — 2008. — 16 сент.
  2. Сдатчикова И. Фаина — наша гордость и любовь... // Таганрогская правда. — 2008. — 26 апр.
  3. Ионова Л. В Таганроге будет установлен бюст великой актрисы // Российская газета. — 2007. — 16 ноября.
  4. Владимирова М. Котлостроители поставят Раневской памятник // Таганрогская правда. — 2007. — 14 ноября.
  5. Щукина Э.
  6. Морозова С. Кофейник, передник и Фаина Раневская: расскажу о чудесном местечке в Таганроге // Аргументы и Факты. — 2012. — 11 янв.
  7. Собств. корр. В Таганроге вандалы пытались разрушить памятник Фаине Раневской // Комсомольская правда. — 2009. — 24 июля.
  8. Потеря И. В Таганроге памятнику Фаине Раневской вернули зонтик // Комсомольская правда. — 2010. — 27 янв.
  9. Фельдман Г. Таганрогские отморозки отметили юбилей Фаины Раневской // www.rostovnews.net. — 2011. — 29 авг.
  10. Фельдман Г. Пионэры поздравили Раневскую с 8 марта // www.rostovnews.net. — 2012. — 12 марта.
  11. Каратаева В. Многострадальный зонтик // Таганрогская правда. — 2012. — 15 марта.
  12. Иванова Е. В Таганроге вандалы испортили памятник Фаине Раневской // Комсомольская правда. — 2012. — 11 марта.
  13. Андреянов Д., Туманевич А. В Таганроге вандалы испортили памятник Фаине Раневской(недоступная ссылка) // beta.tvc.ru. — 2012. — 23 марта.
  14. Строганов А. У Фаины Гершевны снова зонтик стырили // tagangraf.livejournal.com. — 2014. — 3 июня.
  15. Собств. корр. У памятника Фаине Раневской в Таганроге похитили зонтик // bloknot-taganrog.ru. — 2014. — 16 июня.
  16. Варламова И. В Таганроге памятнику Раневской вернули зонтик // Российская газета. — 2014. —17 июня.