Эстәлеккә күсергә

Рәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фания Закариевна Рахматуллина битенән йүнәлтелде)
Рәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Сәғит, Маҡан ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, тәрбиәсе, логопед
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Рәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙы (23 март 1958 йыл) — уҡытыусы-логопед, методик ҡулланмалар авторы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).

Фәниә Зәкәриә ҡыҙы Рәхмәтуллина (ҡыҙ фамилияһы Ҡәйепова) 1958 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Сәғит ауылында тыуған.

Бындағы башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, 1969 йылда артабанғы уҡыуын күрше Мәмбәт урта мәктәбендә дауам итә. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Сәғит ауылында башлай.

Ике йыл эшләгәндән һуң, 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты башҡорт-урыҫ бүлегенә уҡырға инә. Йәйге каникул ваҡыттарында бер нисә йыл рәттән студенттарҙың төҙөлөш отряды составында хеҙмәт семестрҙарында ҡатнаша.

Юғары һөнәри белем алған йәш белгес 1982—1984 йылдарҙа Сәғит ауылы мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй.

Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген Фәниә Рәхмәтуллина 1984 йылдан район үҙәге Аҡъяр ауылындағы «Бәпембә» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып дауам итә.

2004 йылда, ситтән тороп икенсе юғары белем алғас, ул шунда уҡ уҡытыусы-логопед булып эшләй[1].

Фәниә Зәкәриә ҡыҙы Рәхмәтуллина балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм ата-әсәләр өсөн тәғәйенләнгән методик ҡалланмалар авторы. Ул шулай уҡ райондың Дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларының педагогик хеҙмәткәрҙәрен аттестациялау буйынса комиссияның логопедия буйынса эксперттәр төркөмө рәйесе урынбаҫары вазифаһын уңышлы башҡара[2].

  • Нафиҡова З. Ғ., Рәхмәтуллина Ф. З., Байсурина З. Ә., Вахитова З. З. Бәпембә: балалар баҡсаһының беренсе кескәйҙәр төркөмөндә телмәр үҫтереү дәрестәре өлгөләре. Методик ҡулланма. – Өфө, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты нәшриәте, 2009. – 88 бит.
  • Нафиҡова З. Ғ., Рәхмәтуллина Ф. З. Аң–белем үҫтереүсе дидактик уйынсыҡтар (1—3 йәшлек балалар өсөн): Методик ҡулланма. Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты нәшриәте, 2009. – 46 бит.
  • Нафиҡова З. Ғ., Рәхмәтуллина Ф. З. Фонематика: бер йәштән өс йәшкә тиклемге балаларға өндәрҙе ишетергә һәм дөрөҫ әйтергә өйрәтеү: Методик ҡулланма. Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты нәшриәте, 2011. 36 бит.
  • Нафиҡова З. Ғ., Рәхмәтуллина Ф. З. Матур һөйләшәм: телмәрендә тел кәмселектәре булған балаларға өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү өсөн дәрестәр өлгөһө: Методик ҡулланма. – Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты нәшриәте, 2012. – 60 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000)
  • Хәйбулла район хакимиәтенең Почёт грамоталары
  • Район мәғариф бүлегенең Почёт грамоталары
  1. Официальный сайт Муниципального автономного дошкольного образовательного учреждения центр развития ребенка - Детский сад "Бэпембэ" (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2018)
  2. haibroo.ucoz.ru/spisok_chlenov_ehkspertnykh_grupp.doc Список членов экспертной группы при Комиссии по аттестации педагогических работников государственных и муниципальных образовательных учреждений РБ по МР Хайбуллинский район
  • Эльза Мөхәмәҙиева. Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ. Сибай: «ЗауралПолигафия» матбуғат үҙәге, 2017 — 60 бит.