Эстәлеккә күсергә

Харисов Фәррүх Харис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фаррух Харисович Харисов битенән йүнәлтелде)
Харисов Фәррүх Харис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 31 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 13 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (26 йәш)
Вафат булған урыны Даугавпилс, Латвия ССР-ы[d], СССР
Ерләнгән урыны Даугавпилс
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Харисов Фәррүх Харис улы (31 декабрь 1918 йыл — 13 ғинуар 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, артиллерия полкының разведка отделениеһы командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры.

Фәррүх Харис улы Харисов 1918 йылдың 31 декабрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Мәхмүт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башҡорт. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Белеме — 7 класс. Колхозда, район суды секретары булып эшләгән.

1941 йылдың 25 июнендә Башҡорт АССР-ы Салауат район хәрби комиссариаты Ҡыҙыл Армия сафына саҡыра. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында алыша. Гитлерсы баҫҡынсылары менән һуғыштарҙа бер нисә армия һөнәренә: уҡсы, миномётсы, элемтәсе һөнәрҙәренә эйә була. 1942 йылда яраланған; госпиталдә дауаланып сыҡҡас, артполк разведчигы булып китә.

Разведка отделениеһы командиры өлкән сержант Фәррүх Харисов 1943 йылдың 14 декабрендә Белоруссияның Витебск өлкәһе Городок районы Гаврюши ауылы эргәһендә дошмандың таяныс пунктын ҡыйратыу алышында яраланған взвод командирын алмаштыра һәм, батарея утын коррекциялап, гитлерсыларҙың ике пушкаһын, өс пулеметын һәм 15 һалдатын юҡ итеүгә өлгәшә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 21 ғинуарындағы Указы менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғышта командование заданиеһын өлгөлө үтәгәне өсөн өлкән сержант Харисов Фәррүх Харис улы 3-сө дәрәжә Дан ордены (№ 22535) менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуына өс йыл тулғанда, 1944 йылдың 22 июнендә, Белоруссияның Витебск өлкәһе Полоцкий районы Дворище ауылы янындағы һөжүм итеү яуында 559-сы артиллерия полкы разведка отделениеһы командиры (1-се Балтиҡ яны фронты 6-сы гвардия армияһы 47-се уҡсы дивизияһы) өлкән сержант Фәррүх Харисов артдивизион уты ябырылған миномёт батареяһы һәм биш пулемёт нөктәһенең координаталарын билдәләй.

1944 йылдың 23 июнендә Белоруссияның Витебск өлкәһе Полоцк районында Лесково ауылы өсөн барған һуғышта ҡурҡыу белмәҫ өлкән сержант тәүгеләрҙән булып дошман траншеяһына баҫып барып инеп, өс гитлерсыны автоматтан атып үлтерә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 20 июлендәге Указы менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн Харисов Фәррүх Харис улы 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләклә. (№ 850).

1944 йылдың 14 октябрендә латыш ҡалаһы Приекуленан көньяҡ-көнсығышҡа ете километрҙа урынлашҡан Сили ауылы янындағы һуғыштарҙа, Xарисов Ф. Х., артиллерия утын коррекциялап, фашистарҙың ике эре калибрлы пулемётын һәм тиҫтәгә яҡын һалдатын юҡ итергә ярҙам итә. Дошман беҙҙең ут позицияһына баҫып ингәс, батыр һуғышсы ҡул һуғышында, автоматтан атып, өс гитлерсы һалдатын юҡ иткән. Ул, яраланһа ла, сафта ҡала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 март Указы менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн өлкән сержант Харисов Фәррүх Харис улы 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә, һәм Дан орденының тулы кавалеры була.

Ләкин батыр башҡорт улына, Рәсәй яугирына, яу хеҙмәтен шул дәрәжәлә юғары баһалағандарын тойоу һәм үҙе яҡынлатҡан, түҙемһеҙлек менән көткән Еңеү көнөн күреү бәхете теймәй.

Өлкән сержант Харисов Ф. Х. алған яраларынан 1945 йылдың 13 ғинуарында госпиталдә вафат булған. Двинск (Даугавпилс) ҡалаһының хәрби ҡәберлегендә ерләнгән. Дан орденының тулы кавалеры Фәррүх Харисовтың исеме гранит обелискыға соҡоп яҙылған[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
  • 1-се дәрәжә Дан ордены — 24.03.1945
  • 2-се дәрәжә Дан ордены — 20.07.1944
  • 3-сө дәрәжә Дан ордены — 21.01.1944
  • Миҙалдар

Ф. X. Харисовтың награда ҡағыҙҙарынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«1943 йылдың 14 декабрендә Гаврюши ауылы эргәһендә дошмандың терәк пунктын ҡыйратыу барышында өлкән сержант иптәш Харисов, яраланып сафтан сыҡҡан взвод командирын алмаштыра, һәм, артиллерия утын коррекциялап, ике 20-миллиметрлы пушка, өс пулемёт һәм 30-ҙан артыҡ гитлерсыны юҡ иткән».

«Пехота сафтарында ике көнлөк һөжүм итеү һуғыштарында ҡатнашып, үҙен ҡыйыу һәм ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп күрһәтте. 22.6.44 й. Дворище ауылы районында, дошмандың аты утына ҡарамай, ул 81-миллиметрлы миномёт батареяһын, 5 пулемётты билдәләне, һәм улар дивизиондың артиллерия уты менән юҡ ителде. 23.6.44 й. Лесково ауылы өсөн барған һуғышта өлкән сержант иптәш Харисов тәүгеләрҙән булып дошман траншеяһына баҫып инде һәм автоматтан атып өс гитлерсыны юҡ итте…»

1944 й. 14 октябрендә Латвия ССР-ы Сили ауылы районында, һөжүм итеүсе ротаның хәрби сафтарында корректировщик бурысын үтәгәндә, дошмандың мылтыҡ-пулемёт уты аҫтында ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, батареяның утын оҫта коррекциялап, 2 станковый пулемёт һәм 10 гитлеровсыны юҡ итте. Оло юл (большак) саты районында барған ҡул һуғышында автоматтан атып 3 немецты үлтерҙе. Яраланыуына ҡарамаҫтан, һуғыш яланынан сигенмәне, үҙ посында ҡалды һәм бер туҡтауһыҙ алып барылған дошман уты аҫтында пехотаға Сили ауылы янындағы оло юл сатын яулап алырға ярҙам итте. Һаулыҡ торошо насар булыуына ҡарамаҫтан, контратака барышында ут менән идара итеүен дауам итте һәм яуланған рубежды ныҡлы тотоп ҡалыу мөмкинлеген бирҙе".

  • Ф. X. Харисов исеме Башҡортостандың Салауат районындағы Малаяҙ һәм Арҡауыл ауылдарындағы урамдарға бирелгән.
  • Арҡауыл ауылында яугирға обелиск ҡуйылған[2].
  1. Биография предоставлена Уфаркиным Николаем Васильевичем.
  2. Министерство обороны Российской Федерации. Энциклопедия. Харисов Фаррух Харисович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2021)
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней : Биограф. словарь. — М.: Воениздат, 2000.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1985. — Кн. 5.