Эстәлеккә күсергә

Фекерләшеү:Удик

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡа телдәге мәҡәләләр менән бәйләндереп ҡуйһағыҙ, бик рәхмәтле булырмын.

Guram52, исеме «Ялпаҡ» булыуы ниндәй сығанаҡ менән раҫлана? Ялпаҡ булыуы ихтимал тип исемен үҙгәртеү иртәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:03, 17 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

  • Рөстәм НурыевБашҡорт топонимикаһындағы Я хәрефен урыҫ теленә Е итеп яҙып алыу киң таралған булған. Мәҫәлән, Белорет районында ғына ла шундай атамалар күп - Еман-Елань - Яман Ялан. Силәбе өлкәһендәге Еманжелинск - Яман елле тигән атаманан. Һүҙҙең тамыры төрки икәнлеге уның башҡорт ауылы булыуынан да аңлашыла. Тимәк, атама ла башҡортса булған. Ялпаҡ булмаһа, Йәлпәк булыуы ла ихтимал (улар - синоним). Татарҙар Үдик тип алған. Был атама ла Өҙөк тигәндән килеп сыҡҡан булғандыр--Guram52 (әңгәмә) 16:03, 17 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • Был исемде мыҡты раҫлаған баҫма сығанаҡ табырға кәрәк. Башҡа ауыл исемдәрен миҫалға ҡуйып ихтимал тигән фараз Википедияла дәлил булып ҡабул ителмәй. Мин әйтмәһәм, башҡа бер кеше башҡа ваҡыт шул уҡ һорау ҡуясаҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:19, 17 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
      • Мыҡты раҫлаған сығанаҡ булыуы мөмкин түгел, сөнки ауыл гел шул исем менән урыҫса ғына телгә алынған. Халыҡ үҙе Үҙекме, Үдекме тип атап йөрөткән. Башҡортса уҡытылмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, топонимик һүҙлектәребеҙ ярлы. --Guram52 (әңгәмә) 16:41, 17 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
      • Ниндәй Елпачиха икән был да ниңә Ялпаҡ икән тип бая руссаһын ҡарап сыҡҡайным, руссаһының һылтанмаларында Пермь крайының энциклопедияһына һылтанма бар. Шунда яҙылған. Ельпяк тигәндәр, тимәк, уларсараҡ Йәлпәк булалыр әле ул. Беҙҙең тексҡа ла шул һылтанманы ҡуйырға кәрәк. Alfiya55 (әңгәмә) 16:47, 17 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
      • Пермь башҡорттары ҡоролтайы менән бәйләнешкә инәм, белешәм. Шунан яуап яҙырмын--Guram52 (әңгәмә) 17:42, 17 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]

Ялпаҡ-Йәлпәк

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөстәм Нурыев,Alfiya55

  • Был ауылда Ғәйнә башҡорттары үҙәге эшләп килә икән , 2014 йылдан бирле. Имам хәҙрәт етәкселек итә. Уның менән һөйләштем, русса яҙма сығанаҡ булды, "приплюснутый" тигәндән килеп сыҡҡан тип яҙылған булған. Эҙләп табырға тырышырмын тине. Ә халыҡ телендә ул "Үҙик" тип йөрөтөлә икән. Ауылды арҙар (удмурттар) нигеҙләгән булған. Улар телендә "бер, беренсе" тигәнде аңлата, тине. --Guram52 (әңгәмә) 14:54, 19 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Бәлки татарҙар кеүек Үҙик тип алырғалыр?--Guram52 (әңгәмә) 15:20, 19 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Таптым. [1]ЕЛПАЧИХА, БАРДЫМСКИЙ РАЙОН, СЕЛО Первоначально – д. Ельпакова (в основе названия татарское прозвище Ялпак, что в переводе означает «сплющенный, сплюснутый, плоский»). Местные жители (башкиры) зовут свое село по-другому – Удик.--Guram52 (әңгәмә) 15:40, 19 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
  • Guram52, атамаһы башҡортса Удик булырға тейеш (Камалов буйынса), әммә хәҙерге ваҡытта Барда районы күләмендә уны башлыса Елпачиха тип йөрөтәләр (бәлки шуға БЭ-ла шулай алынған [2]). Удик һүҙенең барлыҡҡа килеүе тураһында баҫма сығанаҡтарҙа мәғлүмәттәр юҡ, минеңсә Удик атамаһы Әдүтовтар нәҫелен башлап ебәреүсе, Ғәйнә улусы старшинаһы Әҙиғот Темәсовтың (Адигут Тимячев) исеменә бәйле — ул ҡош исеме һөҙһөт тип аңлатыла. Бында уҡ телдә төрлөсә яҙылыуы күренә - Адигут/Әҙиғот (Әдиғут), Адутовы/Әдүтовтар, ошо исемдән ауыл исеме барлыҡҡа килеүе мөмкин — сөнки күп кенә ауылдар кантон башлыҡтары исеме буйынса аталғандар (Елпачиха - 1-се башҡорт кантоны үҙәге булған, ә кантон башлыҡтары - Әдүтовтар нәҫеле). --Ryanag (әңгәмә) 20:47, 19 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • Ryanag, мин Елпачихала төҙөлгән ғәйнә башҡорттары үҙәге етәксеһе менән кисә генә һөйләштем. Барыһы ла "удик" удмурт тамырлы тип күрһәтә. Халыҡ үҙе Үҙек, Үҙик тип атай, тине. Ауыл бик боронғо, Әдүтовтарға тиклем үк булған, шуға күрә фамилиянан сыҡҡандыр тип уйламайым--Guram52 (әңгәмә) 02:43, 20 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]
    • [3]По приведенным статистическим данным наблюдаем однонациональный состав населения с. Елпачиха. Тем не менее в одном источнике за 1696 г. и в статье упоминается по этой деревне татарин Азняшка Казаев. По сведениям информатора, здесь были известны группы жителей из аров (удмуртов), сирмеш (мари), гайнинцев и тептярей. Однако в этом селе никогда не было тептярей. Ими могли стать и марийцы, и удмурты.
      • Guram52, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындағы крайҙы өйрәнеүселәр йәки башҡа милләт ғалим-топонимсылары (мәҫәлән, Матвеев һ.б.) - Ырымбур, Силәбе һ.б. өлкәләр буйынса топонимдарҙы өйрәнгәндә тик башҡорт әҙәби теле һүҙлектәрен ҡулланып аңлатма табырға тырышалар, әгәр был һүҙлектәрҙә булмаһа - был башҡорт атамаһы түгел, ә фин-уғыр, ҡаҙаҡ, татар йәки башҡа сығышлы тигән һығымтаға киләләр. Шулай итеп улар буйынса был ерҙәргә, шул иҫәптән боронғо башҡорт ауылдарына, йәнәһе башҡорттар килмешәк булып яңыраҡ килеп ултырғандар. «Башкиры-гайнинцы: история и современность» китабы буйынса: «удмурты поселились в Осинском уезде (в других уездах Пермской губернии их не было) в основном в XVII в., заключив с башкирами-вотчинниками договор на припуск (аренду)», шул уҡ ваҡытта «в архивах Перми [имеется] сведения о проживании башкир по Тулве в конце XVI в.». Шулай итеп рәсми документтар буйынса удмурттар был ерҙәрҙә башҡорттарҙан һуңыраҡ килеп урынлаша, башҡорттарҙың ҡасан килеүе билдәһеҙ. Шуның өсөн әҙәби һүҙлектәрҙән тыш, диалект йәки иҫкергән һүҙҙәргә лә иғтибар итер кәрәк, шулай уҡ рус телле документтар аша башҡортса атамаларҙың ныҡ үҙгәреп китеүе мөмкин (мәҫәлән, Ғәйнә улусы рус телендә «Тайнинская волость» тип тә аталған). Әлбиттә ауыл Әдүтовтарға тиклем булған, әммә кантон идараһы заманында исеме үҙгәртелеүе мөмкин — бындай миҫалдар бихисап. «История башкирских родов: Гайна» китабына ярашлы: «русская форма «Адигут» есть искаженное башкирское Һөҙһөт» (исем ғәйнә ырыуының ҡошо — һөҙһөткә бәйле) — Әҙиғот Темәсов (Адигут Тимясев) төрки телендә үҙ исемен «мулла Худхуд сын Тимача» (башҡа формаһы «мулла Дудегуд Тимячев») тип яҙған, ул шулай уҡ 1912 йылға ҡараған төрки телендәге шәжәрәлә «Худхуд-мулла» тип теркәлгән. Ошо уҡ китапта Ниғмәтйән Баһауетдин улы Әдүтовтың ҡәбер ташында (19 быуат аҙағы) ауылдың исеме ғәрәп графикаһында Удик тип яҙылған тигән мәғлүмәт бар. Бәлки Рафаэль Әдүтовтың «Дети Удигутов» китабында ауыл тарихы бер ниндәй мәғлүмәт барҙыр. --Ryanag (әңгәмә) 08:07, 20 ноябрь 2018 (UTC)[яуап бирергә]