Феррейн дарыуханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Феррейн дарыуханаһы
Нигеҙләү датаһы 1902
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Тверской районы[d]
Урынлашҡан урамы Никольская улица[d]
Архитектор Эрихсон, Адольф Эрнестович[d]
Архитектура стиле неоренессанс[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27604708?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Никольская ул., дом 19-21/1, строение 2
Карта
 Феррейн дарыуханаһы Викимилектә

Феррейн дарыуханаһы — Мәскәүҙәге элекке шәхси дарыухана[2][3]. XX быуатҡа тиклем Мәскәүҙә 8 шәхси дарыухана булған[2]. Феррейн дарыуханаһы (совет осоронда — «Аптека № 1») Никольская урамының аҙағында, 19-21 йорттарҙа 1-се ҡоролмала урынлаша[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1701 йылдың 22 декабрендә Пётр I дарыухана эше тураһында указ индерә[2].

Даниил Гурчин икенсе льготалы ҡағыҙ ала (беренсеһен Готфрид Иоганн Грегориус ала) һәм 1701 йылдың 28 декабрендә Мясниницкия урамында дарыухана бинаһын төҙөй[2][3].

1764 йылда дарыухананы Тобиас Майер, 1765 йылда — Иоахим Даниил Лютый, ә 1773 йылда — Готлиб Гильдебрандт һәм Андрей Линдграф һатып ала[2]. 1832 йылда дарыухананы Карл Иванович Феррейн һатып ала һәм Никольская урамына, сауҙагәр К. К. Шильбахтан һатып алған бинаға күсерә[2][3].

1881 йылда предприятие хеҙмәткәрҙәре эшен дәртләндереү өсөн Феррейн яңылыҡ индерә. Ул үҙенең хеҙмәткәрҙәренә компания килеме өлөшөндә ҡатнашыу мөмкинлеге бирә.

В. К. Феррейн

1887 йылда Карл Иванович вафат булғандан һуң дарыухана уның улы Феррейн Владимир Карловичкә күсә[2]. Владимир Карлович дарыуханаға клиенттар йәлеп итеү өсөн үҙенсәлекле ысулдар уйлап таба. Яҡшы дарыуҙар әҙерләү өсөн иң яҡшы фармацевтик ингредиент тип айыу майы иҫәпләнә, шуға күрә Владимир Карлович айыу һатып ала. Һәр көн уны ҡала фонтанына һыу эсерергә алып йөрөйҙәр. Айыу үлгәндән һуң уның ҡарасҡыһын дарыухананың икенсе ҡатына ҡуялар.

1902 йылда Владимир Карлович Феррейн «В. К. Феррейн» ширҡәте булдыра[2].

Ширҡәткә яңы дарыуханалар инә: Арбатта, Серпухов майҙанында, Тверь урамында — химик лаборатория, аналитик лаборатория, химик продукт фабрикаһы, дарыу үләндәре плантацияһы[2].

1914 йылда В. К. Феррейн фирмаһында 1000-дән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә, шулар араһынан йөҙҙән ашыу кеше юғары медицина белемгә, ә өс кеше ғилми дәрәжәгә эйә була. Дарыуҙарҙан тыш, хушбуй, одеколон, башҡа парфюмерия-косметика тауарҙары, шулай уҡ «медицина» шараптары: портвейн, малага, херес, мадера етештерелә.[4]

1917 йылда дарыухана национализациялана. Совет осоронда Никольская урамындағы бинала дарыухана эшләүен дауам итә. Бында революцияға тиклемге интерьер һаҡлана. 1990 йылда бина реконструкцияға ябыла, Мәскәү мэры Юрий Лужков мәскәүлеләргә, бында артабан да дарыухана була тип вәғәҙә бирә. Шуға ҡарамаҫтан, реконструкциянан һуң «Аптека № 1» урынына «Баккара» француз гәлсәре бутигы асыла.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1899 йылда архитектор Адольф Эрихсон эклектика рухында бинаны яңынан төҙөй. Никольская урамына сыҡҡан яҡ неоренессанс биҙәк менән биҙәлгән. Дарыухана бинаһының 2 ҡаты бар[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Распоряжение Правительства Москвы № 1608-РП от 10.08.2004
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 Гериш А. Г., В. М. Нащокин. Мәскәүҙә. Энциклопедик белешмә. — Ҙур Рәсәй Энциклопедияһы, 1992.
  3. 3,0 3,1 3,2 moscowhite. Аптека на феррейн УРАМЫ НИКОЛЬСКАЯ // livejournal.
  4. Кожаринов В. В. Русская парфюмерия. XIX – начало XX века. — М.: «Советский спорт», 1998. — С. 18—19.