Эстәлеккә күсергә

Фестунгсбан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фестунгсбан
Рәсем
Дәүләт  Австрия[1]
Административ-территориаль берәмек Зальцбург
Урынлашҡан урамы Festungsgasse[d]
Урын Старый город Зальцбурга[d]
Ограничение скорости 5,5 метр в секунду[2]
Хеҙмәтләндереүсе Salzburg AG[d]
Рәсми асылыу датаһы 30 июль 1892
Наибольший уклон 62 процент
Оҙонлоҡ 198,5 метр
Адрес Festungsgasse 4[1]
Рәсми сайт salzburg-ag.at/verkehr/s…
Карта
 Фестунгсбан Викимилектә

Өҫкө станция янында фуникулер вагоны

Фестунгсбан (нем. Festungsbahn нем. Festung — ҡәлғә, нем. Bahn — юл) — Зальцбург ҡалаһындағы фуникулёр. Ул ҡаланы Иҫке ҡәлғә тауы менән бәйләй һәм ул Австрияның эшләгән фуникулерҙарының иң боронғоһо булып тора. Уның үҙенсәлекле исеме Фестунг тауы исеменән килеп сыҡҡан.

Фуникулер 1892 йылда асыла. Башта ул һыу балласты ярҙамында эшләй; был механизм ярҙамы менән хәрәкәт 1959 йылдың 18 октябрендә туҡтатыла (ул ваҡыттар хөрмәтенә транспорттың түбәнге майҙансығында фонтан һәм механизмдар экспозицияһы һаҡлана). 19591960 йылдарҙа ҡыш дауамында фуникулер электрлаштырыла һәм 1960 йылдың 16 апрелендә электр тартыу көсө менән эшләй башлай. Киләһе модернизациялау 19721974 йылдың ҡышында һәм 19911992 йылдарҙа үткәрелә.

Хәҙерге фуникулер 1992 йылдың 11 апреленән алып үҙгәрешһеҙ эшләй. Элек ул SETG компанияһы тарафынан хеҙмәтләндерелә (нем. Salzburger Eisenbahn- und Tramwaygesellschaft), хәҙер — ҡала транспорты компанияһы Salzburg AG.

Хәҙерге фуникулер пассажирҙарҙы Хоэнзальцбург ҡәлғәһенә килтерә. Уның өлкәндәр өсөн хаҡы € 9,80 торған билеты бер үк ваҡытта ҡәлғә музейына билет булып тора.

  • Һыҙығы оҙонлоғо: 198,5 метр
  • Колея: 1040 м
  • Бейеклек кимәленең айырмаһы: 102 метр
  • Максималь ауышлыҡ: 62 % (~ 31 градус)

Линия бер юллы, уртаһында разъезд.

  • Ҡеүәте: 225 кВт
  • Штаттағы тиҙлеге: 4 м/с
  • Максималь тиҙлеге: 5 м/с
  • Һыйҙырышлылығы: 48 кеше
  • Оҙонлоғо: 9,3 м
  • Киңлеге: 1,9 м
  • Ауырлығы (пассажирҙарһыҙ): 5580 кг
  • Эшләнеү йылы: 1992

Линияла 2 вагон ҡулланыла.

  • Райсцуг