Эстәлеккә күсергә

Фильфла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фильфла
мальт. Filfla
Фильфла һәм уңда Филфолетта
Фильфла һәм уңда Филфолетта
Характеристики
Майҙаны0,06 км²
Иң бейек нөктәһе60 м
Халҡы0 чел. (2009)
Урынлашыуы
35°47′15″ с. ш. 14°24′37″ в. д.HGЯO
АрхипелагМальта архипелагыМальта архипелагы
АкваторияУрта диңгеҙ
[[ Мальты|Регион административ бүленеше]]Зуррик
Мальта
Красная точка
Фильфла
 Фильфла Викимилектә

Ҡалып:Необитаемые острова по странам

Фильфла (мальт. Filfla) — Мальта утрауы, архипелагтың төп утрауынан көньяҡҡа 5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Административ яҡтан Зуррик муниципалитетына ҡарай.

Фильфла утрауҙары картаһы

Фильфла — майҙаны 6 гектар самаһы тәшкил иткән уңдырышһыҙ тупраҡлы, кеше йәшәмәгән утрау, яҫы түбәле 60 метрлыҡ эзбизташлы ҡаянан тора. Эргәһендә Фильфолетта, бәләкәй генә утрау, урынлашҡан.[1]

1980 йылдан алып утрау ҡош популяцияларын (тура ҡойроҡло качурка, урта диңгеҙ дауыл ҡошо һәм Урта диңгеҙ аҡсарлағы) һаҡлап ҡалыу өсөн биләмә ойошторола. 1988 йылда утрау һәм уның тирәләй диңгеҙ барлыҡҡа килгән ҡурсаулыҡҡа инә. Утрау тирәләй бер диңгеҙ милендә балыҡ тотоу тыйыла.

Ҡоштарҙан тыш, утрауҙа ике эндемик төр — кеҫәрткеләр (Podarcis filfolensis ssp. filfolensis) һәм ҡусҡарҙар йәшәй. Үҫемлектәрҙән башлыса 2 метр бейеклеккә еткән ҡырағай һуған рамп үҫә (Allium tricoccum).

Билдәле булыуынса, утрауҙағы мәмерйәлә 1343 йылда часовня төҙөлә. 1856 йылда ер тетрәү һөҙөмтәһендә ул емерелә, ә утрауҙың бер өлөшө Урта диңгеҙгә бата.[2]