Фистбол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фистбол
Рәсем
Commons-logo.svg Фистбол Викимилектә
Фистбол буйынса донъя чемпионаты матчы

Фистбол (ингл. Fistball, «ҡул тубы») — командалы спорттың популяр төрө. Үләнле майҙанды (50х20 метр үлсәмендәге) йылым йәки таҫма ярҙамында ҡап урталай бүлгән ерҙә уйнала торған уйын.

Унда командалар йылымдың ике яғынан урын алып, уның аша туп ырғытып уйнайҙар. Уйын ҡағиҙәһе буйынса, ҡаршы яҡтың биләмәһенә төшөрөр өсөн, тупты йылым аша ҡул менән бәреп ырғыталар. Ә үҙ яҡтарында тупҡа ҡулдары менән бер тапҡырҙан артыҡ тейергә тейеш түгелдәр.

Уйынсыларға тупҡа өс тапҡырға тиклем генә ҡул менән тейергә ярай, һәм уларға һәр бәреүҙән йәки пастан һуң туптың бер тапҡыр ғына ергә төшөрөлөүе рөхсәт ителә Уйын биш сетта еңеү яулағанға ҡәҙәр дауам итә, һәр сетта 11 мәрәй уйнатыла.

Фистболға оҡшаш спорт төрө тәүге тапҡыр беҙҙең эраның 240 йылдарында Рим императоры Гордиан III телмәрендә телгә алына. Уйындың тәүге рәсми ҡағиҙәләре 1555 йылда Италияла нәшер ителә, шуның арҡаһында был уйынды ҡайһы берҙә «итальян ҡаҡма туп уйыны» тип тә атайҙар.

Ҡағиҙәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡағиҙә булараҡ, фистбол буйынса ярыштар асыҡ һауала үткәрелә, һирәк кенә осраҡтарҙа бина эсендә үткәрелергә мөмкин.

Уйын майҙаны 20х50 метрлыҡ биләмәлә үткәрелә. Ул ҡап урталайға яҫылығы 6 сантиметр булған һыҙыҡ менән бүленә. Әлеге һыҙыҡтан 2 метр юғарылыҡта бау йәки йылым һуҙыла.

Уйын яланының ике яғынан да ике һыҙыҡ үткәрелә. Ул йылымдан өс метр алыҫлыҡта һыҙылған булырға тейеш.

Уйын өсөн туп күндән эшләнә. Әйләнәһенең максималь оҙонлоғо 68 сантиметр. Ауырлығы 380 грамм 0,75 барға ҡәҙәр һауа тултырыла.

Уйын биш сетта еңеү яулағанға ҡәҙәр дауам итә. Һәр сетта 11 мәрәй уйнатыла. (волейбол ҡағиҙәләренә оҡшаш).

Ярыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фистбол буйынса халыҡ-ара төп ярыштар булып 4 йылға бер тапҡыр үткәрелә торған Донъя чемпионаты тора.

Ир-егеттәр араһындағы беренсе донъя чемпионаты 1958 йылда Австрияла үтә. Көнбайыш Германия йыйылма командаһы спортсылары иң тәүгеләрҙән булып донъя чемпионы исемен яулай.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы беренсе донъя чемпионаты 1994 йылда Аргентинала үткәрелә. Германия спортсылары беренсе тапҡыр донъя чемпионы тигән исемгә лайыҡ була.

Ир-аттар араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһында ла алдынғы урындарҙы Австрия, Бразилия һәм Германия тотоп килә.

2017 йылда Германия командаһы чемпион булды.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]