Эстәлеккә күсергә

Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Флүр Фәнәүи улы Ғәлләмов битенән йүнәлтелде)
Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 декабрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Баҡалы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы (1 декабрь 1968 йыл) — иҡтисадсы, Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Фәнде үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды Советы, Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011).

Флүр Фәнәүи улы Ғәлләмов 1968 йылдың 1 декабрендә Башҡорт АССР-ының Баҡалы районының Баҡалы ауылында тыуған.

1992 йылда Өфө нефть институтын «нефть һәм газ скважиналарын быраулау» һөнәре буйынса тамамлай.

1992 йылдан —  ТОО «Эстеха» директоры урынбаҫары.

1995 йылда — Бөтә Рәсәй ситән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын «кредит һәм финанс» һөнәре буйынса тамамлай.

1996-1997 йылдар — «Башнефть» ПТФ берләштерелгән дирекцияһы директоры.  

1997-2001 йылдар — «Башкомснаббанк» ААЙ АКБ белгесе, баш белгесе, бүлек етәксеһе.  

2001 йылдан — «РОСКОМСНАББАНК» (ААЙ) (элекке атамаһы БАШКОМСНАББАНК (асыҡ акционерҙар йәмғиәте)) идараһы рәйесе.

2002 йылдан — «РОСКОМСНАББАНК» (ААЙ) (элекке атамаһы БАШКОМСНАББАНК (асыҡ акционерҙар йәмғиәте)) директорҙар советы ағзаһы.

2014 йылдан — бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе. 

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Банк сфераһының йыл менеджеры» Рәсәй конкурсының «Ышаныс һәм таяныслы» номинацияһында  еңеүсеһе (2005)
  • «Рәсәй Федерацияһы топ-менеджеры» маҡтаулы исеме (2006)
  • «Йыл эшҡыуары» республика конкурсының  «Башҡортостан Республикаһында социаль яуаплы бизнес формалаштырыуға индергән өлөш өсөн» номинацияһында еңеүсе дипломы (2007)
  • Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Почёт грамотаһы (2007)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011)
  • «Рәсәй банкы эшен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» түшкә тағыу билдәһе (2011)
  • 2012 йыл — «Йыл банкиры»
  • 2015 йыл — «Йыл эшҡыуары» республика конкурсында еңеүсе дипломы 
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы —  Ҡоролтай Почёт грамотаһы

Йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм шәфҡәтлелек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Өфө дәүләт нфеть техник университеты попечителлек советы ағзаһы
  • Башҡортостан Республикаһы «Милләт йәшлеге» исемле Рима Баталованың төбәк йәмғиәт фонды попечителлек советы ағзаһы
  • Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы.
  • Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палата идараһы ағзаһы
  • Фонд советы етәксеһе НПФ «Башкомснаббанк» .