Эстәлеккә күсергә

Фоменко Владимир Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Владимир Фоменко
Тыуған урыны:

Чернигов

Вафат булған урыны:

СССР, РСФСР, Ростов өлкәһе, Старочеркасская станицаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

прозаик, очерксы, журналист

Ижад йылдары:

19331990

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

роман, хикәйә, очерк

Наградалары:
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1984 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1971
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

РСФСР Юғары Советы Президиумының Маҡтау ҡағыҙы

Влади́мир Дми́триевич Фоме́нко (29 сентябрь 1911, Чернигов — 17 октябрь 1990, Старочеркасская станицаһы) — рус совет яҙыусыһы, «Ер хәтере» романының авторы, уның буйынса шул уҡ исемдәге фильм төшөрөлгән.

Черниговта хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған[1]. 1915 йылда буласаҡ яҙыусының атаһы ғаиләһен Дондағы Ростовҡа күсерә. Фоменко 1927 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү заводы төҙөлөшөнә килә һәм төрлө-төрлө эшсе һөнәрҙәрен һынап ҡарай: ер ҡаҙыусы, йөк ташыусы, сүкешсе, слесарь ярҙамсыһы, драгиль булып эшләй. Төҙөлөш тамамлағандан һуң ошо уҡ заводҡа эшкә урынлаша.

1933—1935 йылдарҙа Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә, әйткәндәй, Фоменко хеҙмәт иткән артиллерия полкы өҫтөнән Ростов ауыл хужалығы машиналары төҙөү заводы (Ростсельмаш) шефлыҡ итә. Ошо осорҙа армия гәзитендә Фоменконың беренсе шиғырҙары һәм мәҡәләләре баҫыла. Демобилизациянан һуң Фоменко китапхана мөдире булып эшләй.

Һуңынан законһыҙ репрессияланып бер нисә йыл Ростов төрмәһендә үткәрә[2]. Әммә ғәҙеллек тантана итә һәм Фоменко азат ителә.

Фоменко төрмәнән азат ителгәндән һуң Ростов педагогия институтының әҙәбиәт факультетына уҡырға инә һәм уны 1941 йылда тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Фоменконы армияға саҡыралар һәм Ростов артиллерия училищеһына уҡырға ебәрәләр. Тиҙләтелгән курсты тамамлағас, уны училищела өйрәтеүсе ут взводы командиры итеп ҡалдыралар. Партия-комсомол артиллерия дивизионы составында Дондағы Ростовты обороналауҙа ҡатнаша. Һуңынан ут взводы командиры булараҡ Кавказ өсөн Һуғышта һәм Ростовты азат итеүҙә ҡатнаша.

1942 йылда Моздок янындағы һуғыш ваҡытында ВКП(б.) сафына инә.

Һуғыш ваҡытында Фоменко фронт матбуғатында шиғыр һәм очерктар менән сығыш яһай, әммә бик һирәк.

Бөйөк Ватан һуғышы еңеү менән тамамланғандан һуң Фоменко «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитенә эшкә саҡырыла. Ул унда бер нисә ай эшләй.

Күп һанлы очерктар, ә һуңынан — хикәйәләр китабын сығара.

Шунан һуң ул үҙ тормошондағы төп хеҙмәтенә—үҙе ҡатнашырға тура килгән Цимлян диңгеҙен төҙөү, һыу баҫҡан хуторҙарҙы ҡалдырып китергә мәжбүр булған кешеләр тураһындағы «Ер хәтере» романын яҙырға тотона. Романдың беренсе китабы 1961 йылда сыға һәм Александр Твардовский[3] һәм Анатолий Софронов[4] кеүек билдәле яҙыусыларҙың иң юғары баһаһын ала.

Фоменко үҙ осоро проблемаларын дөрөҫ һүрәтләргә тырыша, Сталин дәүере әҙәбиәтендәге ысын ауырлыҡтарҙы кире ҡағыусы үтә ябайлаштырыуға ҡаршы аңлы рәүештә ҡаршы сыға. Бойороҡ сәйәсәте һәм буйһоноуға тоғро булған Сталин осоро партия етәксеһенә Фоменко, түҙемле инандырыу юлына баҫҡан һәм, дәүләт-сәйәси хәстәрлектәр менән бер рәттән, айырым кешеләрҙең кескәй мәшәҡәттәрен дә иҫәпкә алыусы «ленинсы» тибындағы етәксене ҡаршы ҡуя. Күп эпизодтарға тармаҡланыусы ваҡиғаларҙың әкрен үҫеше, әңгәмәселәрҙең фекерен тапшырыуҙы үҙ эсенә алыусы диалогтарҙы ентекле алып барыу, шул иҫәптән романдың күп һанлы персонаждарының һәр береһен тәнҡит күҙлегенән ҡарау — былар бөтәһе авторҙың "шәхес культы"н бөтөрөү юлындағы тырышлыҡтары тураһында һөйләй[5].

«Ер хәтере» романының икенсе китабы 1971 йылда сыға, ә 1973 йылда роман СССР дәүләт премияһына дәғүә итергә тәҡдим ителә.

Фоменко Владимир Дмитриевич роман өҫтөндә эшен тамамлағандан һуң Старочеркасская станицаһына йәшәргә күсә һәм хикәйә жанрына әйләнеп ҡайта; улар араһында «Ненастье», «Фиша», «Райком секретары» һәм башҡаларҙы айырыуса билдәләп китергә була.

1948 йылда Фоменко СССР яҙыусылар Союзына ҡабул ителә.

Старочеркасская станицаһында 1990 йылдың 17 октябрендә 80-се йәшендә вафат була. Шунда уҡ ерләнә.

  • «Ер хәтере» — телевизион фильмы, режиссерҙары — Борис Савченко һәм Ивченко Борис (1976).

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[6] (1985)
  • «Почёт билдәһе» ордены (29.09.1971)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (16.11.1984)
  • Миҙалдар
  • РСФСР Юғары Советы Президиумының Маҡтау ҡағыҙы (8.10.1981)
  1. Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
  2. Ҡалып:Книга:Культура Дона в лицах
  3. Твардовский А. Т. Речь на XXII съезде КПСС // Твардовский А. Т. Статьи и заметки о литературе. — Издание 2-е, дополненное. — М., 1963. — С. 248.
  4. Софронов А. В. Выступление на заседании секретариата правления Союза писателей РСФСР // Дон. — 1962. — № 7. — С. 151—152.
  5. Ҡалып:Книга:Казак В.: Лексикон русской литературы XX века. — С. 439.
  6. Запись о награждении. ОБД «Подвиг Народа». Дата обращения: 14 октябрь 2012. Архивировано 26 октябрь 2012 года. 2013 йыл 21 сентябрь архивланған.