Франсуа Мансар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Франсуа Мансар
франц. François Mansart
Төп мәғлүмәт
Тыуған көнө

23 ғинуар 1598({{padleft:1598|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1]

Вафат көнө

23 сентябрь 1666({{padleft:1666|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2][3][4][…] (68 йәш)

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
-
 Франсуа Мансар Викимилектә

Франсуа Мансар (François Mansart йәки Mansard; 13 ғинуар 1598(15980113), Париж — 23 сентябрь 1666, Париж) — XVII быуаттың француз архитекторы. Элегант һәм йыйнаҡ француз бароккоһының иң эре оҫтаһы ғына түгел, Францияла классицизм традицияларын башлап ебәреүсе лә тип иҫәпләнә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франсуа Мансар һөнәрсе ғаиләһендә тыуған: атаһы-балта оҫтаһы, олатаһы — ташсы оҫтаһы. Шул уҡ ваҡытта Франсуаның ике ағаһы сәнғәт эшмәкәре була — береһе скульптор, ә икенсеһе— архитектор[5]. Франсуаның еҙнәһе, Ж. Готье[fr], бер үк ваҡытта скульптор ҙа, архитектор ҙа була, тап ул 1610 йылда атаһы вафат булғандан һуң малайҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу менән шөғөлләнә. Артабан Мансар Генрих IV һәм Мария Медичи дәүерендә популяр арихитектор, Парижда Люксембург һарайын ойоштороусы Саломон де Бростың[6] уҡыусыһы булып китә.

Фельяндар сиркәүе фасады, 1790 йылғы гравюра

Мансарҙың беренсе үҙ аллы эше 1623 йылда Парижда Сен-Оноре урамындағы фельяндар сиркәүенең фасады була. Был проект бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланмаған, ә архитекторҙың иҫән ҡалған иң иртә ҡаралтылары - Байё (Кальвадостың хәҙерге департаменты) янындағы Бальруа шатоһы. 1626 йылда башланған был проект принц Гастон Орлеанскийҙың (Людовик XIII туғаны) яҡын кешеһе Жан де Шуазиҙың заказы буйынса тормошҡа ашырыла. 1635 йылда принц үҙе лә Мансарға Блуалағы урта быуат һарайын үҙгәртеп ҡороуға заказ бирә. Блуалағы Мансар уйлаған эштәрҙең хаҡы ла, күләме лә шул тиклем була, хатта парк яғына ҡараған төньяҡ яғын тамамлағандан һуң да уның хеҙмәтенән баш тарталар[5].

1645 йылда Анна Австрийская архитекторға Париждағы монастырь һәм Валь-де-Грас сиркәүе проектын эшләргә ҡуша, был биналарҙы төҙөргә Анна менән Людовик III улдары тыуыуы сәбәпсе була. Әммә нигеҙ һалыу стадияһында уҡ төҙөлөшкә сығымдар башланғыс сметанан артып китә һәм 1646 йылда проектты тамамлау икенсе төҙөүсе — Жак Лемерсьёға йөкмәтелә. Тегеһе, нигеҙҙә, Мансарҙың тәүге пландарын һаҡлап ҡала, ләкин һуңғыһы өсөн таж заказын юғалтыу ҙур ҡайғы була[5].

1650 йылдарҙа, Мансарҙы кардинал Мазарини ҡурсалағанда, архитектор һуңғыһының сәйәси дошмандары һөжүменә дусар була. Матбуғатта уны үҙ-үҙенә ғашиҡлыҡта, тәләфләүҙә һәм заказсыларҙың мәнфәғәттәрен һанға һуҡмауҙа ғәйепләгән памфлеттар барлыҡҡа килә. Башта был һөжүмдәр архитекторҙың клиенттарын тарҡатмаһа ла, Людовик XIV тәхеткә ултырыуынан һәм таждың төҙөлөш проекттарының төп заказсыһына әүерелгәндән һуң, шәхси кешеләрҙән заказдар кәмей. 1664 йылда король Луврҙы үҙгәртеп ҡорорға ниәтләнгәс, финанстар суперинтенданты Жан-Батист башта Мансарға һарайҙың (колоннада менән) көнсығыш яғы планын әҙерләргә йөкмәтә. Әммә архитектор аҙаҡҡы планды бик оҙаҡ әҙерләй алмай һәм ҡабаттан король заказын юғалта. Киләһе йыл Кольбер Мансарға Сен-Дени базиликаһындағы Бурбондарҙың королдәр йорто өсөн сиркәү-кәшәнә төҙөүгә заказ менән мөрәжәғәт итә. Был осраҡта архитектор тәре-көмбәҙ часовняһы проектын уңышлы тамамлай, әммә төҙөлөш шулай уҡ башланмай[5]. Король үҙенә Мансарҙың көнәркәше, Луи Левоны яҡынайта, уға Версалдәге ҙур һарайҙың төҙөлөшөн йөкмәтә.

Яҙмыш шаяртыуы буйынса, Версалде төҙөп бөтөү Мансарҙың ейәне — Жюль Ардуэнға төшә, ул күренекле олатаһы хөрмәтенә «Мансар» псевдонимын ҡабул итә.

Ул үҙенең эштәрендә олатаһының ғәмәлгә ашмаған пландарын һәм һыҙмаларын ихлас ҡуллана. Атап әйткәндә, Бурбондарҙың сиркәү-кәшәнә проектын Ардуэн-Мансар Париждағы Инвалидтар йорто көмбәҙен эшләгәндә ҡуллана[5].

Стиле һәм ижади мираҫы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мансар карьераһының башланыуы ваҡыт буйынса социаль мобиллектең артыуына тура килә, был уның үҫешенә булышлыҡ итә. Уға заказ биреүселәрҙең күбеһе таж хеҙмәтендә байыған урта синыф кешеләре була. Бай буржуа үҙ социаль статусын ҡала ситендәге зиннәтле усадьбалар (шато) һәм ҡала йорттарын төҙөү менән күрһәтергә тырыша. Шул уҡ фекерҙәргә королдәр ҙә таянып эш итә, улар өсөн һарайҙарҙың зиннәтлеге власть көсө символы булып тора[5].

Үҙенең эштәрендә Мансар бинаның күләмле-киңлек композицияһына аныҡлыҡ һәм ыҡсымлыҡ өҫтәргә ынтыла, шул уҡ ваҡытта француз традицияһына хас фасадтарҙы бай пластик хәл итеү юлынан ситләшмәй. Бөтә проекттарҙа ла тиерлек ул Франция өсөн традицион һынылышлы текә ҡыйыҡты файҙалана, ул йәшәй торған биналарҙың асамайҙары аҫтында ҡоролма мөмкинлеген тыуҙыра («мансарда» термины ла шунан алынған)[7]. Италия бароккоһының өр-яңы ҡаҙаныштары менән яҡшы таныш булған архитектор даими планлаштырыуҙы өҫтөн күрә. Француз классицизмы оҫталарының күбеһенең уның идеяларынан илһам алыуы осраҡлы түгел.

Мансарҙың ижади эштәренә сикһеҙ камиллыҡҡа ынтылыш хас була. Йыш ҡына уның төҙөлә башлаған ҡоролманы тулыһынса һүтеп яңынан башлауы осраҡтары була. Ошо сәбәпле уның проекттарын ғәмәлгә ашырыу ғәйәт ҙур суммаға төшә. Францияның хатта юғары аристократияһы араһында ла Мансарҙың хеҙмәте бик аҙҙарға ғына мөмкин була.

Баллеруа шатоһы

Мансар эштәренең хәҙерге көндәргә тиклем килеп еткән иң иртә булған Баллеруа шатоһы Генрих IV дәүере ҡаралтыларының уның стиленә йоғонтоһон сағылдыра (Вогез майҙаны кеүек үк). Комплекс ҙур төп бинанан, бер фасады - төп ихатаға, икенсеһе паркка ҡарата йүнәлтелгән, һәм уның янындағы ике павильондан тора. Биналар башлыса архитектура биҙәүестәре минимал булған ҡаты һорғолт һары кирбестән һалынған. Художестволы акценттар ҡоролмаларҙың аҡ таштан торған тышҡы мөйөштәренән һәм шул уҡ материалдан торған тәҙрәләрҙең уратып алыуынан ғибәрәт[5].

Орлеан Гастоны ҡанаты, Блуа замогы

Юғары Яңырыу һәм маньеризм стилдәре араһында күсеү, бер яҡтан, һәм ҡәтғи классицизм икенсе яҡтан, манераһы булып, 1632—1634 йылдарҙа Мансарҙың Дева Мария Елисавета Килеүенең сиркәүен төҙөү була. Гастон Орлеанский өсөн классицизм һәм барокко стилдәре бәйләнешенән үҙгәртеп ҡоролған Блуа һарайының бер өлөшө яҡтылыҡ эффекттарын оҫта ҡулланыуы, үҙенсәлекле арауыҡ композицияһы, тотанаҡлығы һәм аныҡ гармониялы булыуы менән айырылып тора. Төп бинаның өс ҡаты өс төрлө классик ордерҙы ҡулланып башҡарылған — беренсе ҡаты дорик, икенсе ҡаты — ионик һәм өсөнсө ҡаты — коринф. Ҡоролманы Мансар өсөн традицион булған осло ике яҡлы ҡыйыҡ тамамлай. Ике яҡтан төп подъезға бөгөлгән колоннада тоташа[5].

Мезонда һарай

Мансар башлаған ҡоролмалар, ҡағиҙә булараҡ, аҙ талапсан төҙөүселәр тарафынан тамамланғанға күрә, уның етәкселеге аҫтындағы тулыһынса төҙөләсәк биналар һаҡланмаған тиерлек. Был ҡағиҙәнән берҙән-бер ташлама — Париж янында Мезон-Лаффит һарайы. 1642 йылда төҙөлгән был бинаға архитекторға бай финансист, ҡаҙнасылыҡ чиновнигы Рене де Лонгёй заказ бирә һәм Мансарҙың оригиналь интерьерҙары һаҡланып ҡалған берҙән-бер бина була, улар араһында күркәм баҫҡыс айырылып тора. Мансарҙың иртә эштәрендәге кеүек үк, йорт планировкаһы симметрик, шундай уҡ ҡыйыҡ ослай, әммә архитектор, ҡоролманы төрлө оҙонлоҡтағы һәм бейеклектәге тура мөйөштәр серияһы кеүек төҙөп, рельефҡа күберәк иғтибар бүлә. Төп күләмдең үҙәк өлөшөн төп стенаның дөйөм яҫылығынан яҫы баҫҡыстар серияһы менән сығып торған тура мөйөшлө фронтон тамамлай. Төп корпустан башланған ике ҡыҫҡа тура мөйөшлө ҡанаттың һәр ҡайһыһы үҙ сиратында тәпәш бер ҡатлы төкәтмә менән тамамлана[5]. Тәүҙә усадьба Мансар проектлаған киртләсле парктар менән уратып алына, әммә бөгөнгө көнгә тиклем улар килеп етмәгән, һәм һарай һуңынан төҙөлгән биналар менән уратып алынған[8]. Мезон-Лаффит һарайы XVIIXVIII быуаттар буйына Көнбайыш Европаның ҡала ситендәге резиденциялары өсөн өлгө булып тора.

Валь-де-Грас сиркәүенең төп нефы

Мансарҙың башланғыс пландарына ярашлы Жак Лемерсье төҙөгән Валь-де-Грас сиркәүе архитектураһында барокко стиле элементтары күренә. Мансарҙың ижади мираҫы булып был ҡоролмала фасадтың аҫҡы ярусы һәм ғәйәт ҙур ордерҙың пилястралары менән нефы тора[9]

Мансарҙың тормошҡа ашырылғандары ла, шулай уҡ ҡағыҙҙа ғына ҡалған проекттары ла (шул иҫәптән Луврҙың көнсығыш ҡанаты һәм Сен-Дени аббатлығындағы Бурбондарҙың көмбәҙле кәшәнәһе) уның ейәндәре Жюль Ардуэн-Мансар һәм Жак Габриэль 4 ижадына йоғонто яһай. Мансарҙың йоғонтоһон кисергән башҡа архитекторҙар булып Кристофер Рен, Бернхард Иоганн фон Фишер һәм Никодемус Тессин тора, ә Мансарҙың парк архитектураһы уның уҡыусыһы Андре Ленотр стиленә йоғонто яһай[10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. François Mansart // RKDartists (нидерл.)
  4. François Mansart // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 François Mansart (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 6 ноябрь 2021.
  6. François Mansart (англ.). — статья из Encyclopædia Britannica OnlineДата обращения: 6 ноября 2021 г..
  7. Вопреки распространённому мнению, Мансар был не создателем, а лишь популяризатором этого типа чердачных помещений.
  8. François Mansart(англ.).— статья из Encyclopædia Britannica Online.Дата обращения: 6 ноября 2021 г..
  9. Манса́р//Маниковский— Меотида.— М.: Большая российская энциклопедия, 2012.— С.24—25.— (Большая российская энциклопедия: [в 35 т.]/ гл. ред. Ю. С. Осипов; 2004—2017, т.19).— ISBN 978-5-85270-353-8.
  10. Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]