Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тулы мәҡәлә:Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы

Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тарихы
Спорт төрө Футбол
 Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы тарихы Викимилектә

Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһының яңы тарихы (Рәсәй империяһы, РСФСР, СССР һәм БДБ йыйылма командаларының вариҫы) 1992 йылда башлана. Команда менән Рәсәй футбол союзы етәкселек итә.

Йыйылма команда тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарих башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә беренсе тапҡыр футбол буйынса йыйылма команда 1912 йылда Рәсәй империяһы йыйылма командаһы исеме аҫтында барлыҡҡа килә. Һуңғы уйынын 1914 йылда үткәрә. 1923 йылда РСФСР йыйылма командаһы, 1924 йылда — СССР йыйылма командаһы барлыҡҡа килә. Команда рәсми турнирҙарҙа ФИФА эгидаһы аҫтында Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына ҡатнаша башлай. 1991 йылдың декабрендә СССР тарҡала. СССР йыйылма командаһы 1992 йылда Европа чемпионатында уйнау хоҡуғын яулағанға күрә, УЕФА ҡарары буйынса турнирҙа уға БДБ йыйылма командаһы исеме аҫтында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.

1992 йылдың 8 февралендә Рәсәй футбол союзы (РФС) ойошторола, ул СССР футбол федерацияһының юридик вариҫы тип таныла. 1992 йылдың июлендә ФИФА конгресы Рәсәй йыйылма командаһын ФИФА-ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы тип таный. Шул ваҡытта уҡ футбол буйынса БДБ йыйылма командаһы рәсми рәүештә футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы итеп үҙгәртелә. Ул 1994 йылғы донъя чемпионатының һайлап алыу турнирында СССР/БДБ урынын биләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]