Рәсәй футбол союзы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй футбол союзы
Нигеҙләү датаһы 19 ғинуар 1912[1]
Спорт төрө Футбол
Етәксе Александр Дюков[d]
Дәүләт  Рәсәй
Ойошма ағзаһы ФИФА[d][1] һәм УЕФА
Баш тренер Станислав Саламович Черчесов[d], Елена Фомина[d], Валерий Георгиевич Карпин[d] һәм Юрий Красножан[d]
Баш компания (ойошма, предприятие) УЕФА
Милке Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы, женская сборная России по футболу[d], сборная России по пляжному футболу[d], сборная России по футболу (до 17 лет)[d], молодёжная сборная России по футболу[d], юношеская сборная России по футболу (до 19 лет)[d], вторая сборная России по футболу[d], Сборная России по футболу (до 20 лет)[d], Женская сборная России по футболу (до 20 лет)[d] һәм Женская сборная России по футболу (до 17 лет)[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Мәскәү, Рәсәй[2]
Рәсми сайт rfs.ru
Код страны ФИФА RUS

Рәсәй футбол союзы (рус. Росси́йский футбо́льный сою́з (РФС)) — Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, уның төп маҡсаттары — Рәсәй Федерацияһында футболды үҫтереү һәм популярлаштырыу. Ил кимәлендә футбол буйынса спорт сараларын (Рәсәй чемпионаты, Рәсәй Кубогы, Рәсәй Суперкубогы һ. б.) ойоштороу һәм үткәреү, илдең спорт командаларын ойоштороу һәм әҙерләү, шәхестең комплекслы, гармониялы үҫешендә футболдың ролен арттырыу, граждандар һаулығын нығытыу һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу менән шөғөлләнә.

Штаб-фатиры Мәскәүҙә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй империяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1910 йылдан Рәсәй футбол берләшмәһендә берҙәм идара итеүсе футбол ойошмаһы булдырыу идеяһы күтәрелә[3]. Рәсәй йыйылма командаһы рәсми халыҡ-ара ярыштарҙа милли футбол ойошмаһы барлыҡҡа килгәс һәм ФИФА-ға ингәндән һуң ғына ҡатнаша ала[4] Стокгольмдағы Олимпия уйындары алдынан, 1912 йыл башына, Ваҡытлы футбол союзы булдырыу буйынса ваҡытлы комитет ойошторола. Уға Мәскәүҙән — К. Г. Бертрам һәм Р. Ф. Фульда; Санкт-Петербургтан — А. Д. Макферсон, Г. В. Гартли, А. Ф. Пирсон һәм Г. А. Дуперрон[3]; Севастополдән С. П. Пестерев инә[5].

Бөтә Рәсәй футбол союзына нигеҙ һалыу ултырышы 1912 йылдың 6 (19) ғинуарында Санкт-Петербургта үтә[6][4]. Футбол берләшмәһе ФИФА ҡағиҙәләрен рәсми рәүештә ҡабул итә[3]. Бөтә Рәсәй футбол союзы ФИФА-ға шул уҡ 1912 йылда ҡабул ителә[3]. Ул ваҡытта Ваҡытлы футбол союзы ағзалары булып Санкт-Петербург, Мәскәү, Одесса, Рига, Киев һәм Лодзи футбол союздары тора. Ул 52 ойошманан тора[3].

СССР[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп мәҡәлә: СССР футбол федерацияһы

1959 йылдың 6 майында ойоштороу конференцияһында СССР футбол федерацияһы ойошторола. Рәсәй футбол союзы кеүек үк, СССР футбол федерацияһы ла ил беренселеге ойоштороу, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм дөйөм ватан футболын үҫтереү менән шөғөлләнә. Беренсе рәйес итеп Валентин Гранаткин һайлана.

Илдә футбол менән ике етәксе ойошма булыу сәбәпле, 1972 йылда СССР футбол федерацияһы үҙгәртеп ҡорола. Шул ваҡыттан алып СССР йыйылма командаһы һөҙөмтәләре ҡырҡа насарая. 1972 йылдан 1982 йылға тиклем СССР йыйылма командаһы бер тапҡыр ҙа донъя һәм Европа чемпионатына үтә алмай. Йыйылма команда Ватан футболында йәмәғәт һәм дәүләт етәкселеге булған йылдарҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Шуға ла 1990 йылда СССР футбол федерацияһы тергеҙелә.

1992 йылдан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылдың 8 февралендә Бөтә Рәсәй футбол конференцияһы саҡырыла, унда Рәсәй футбол союзы ойошторола. Ул ФИФА тарафынан таныла һәм СССР футбол федерацияһының юридик вариҫы була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 https://rfs.ru/trophies/rfs
  2. https://rfs.ru/subject/1/contacts
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 В. Лизунов. «Морозовцы» (страницы истории отечественного футбола). www.bogorodsk-noginsk.ru - Богородск-Ногинск. Богородское краеведение (1992). Дата обращения: 25 июнь 2008. Архивировано 21 ноябрь 2011 года.
  4. 4,0 4,1 Мария Кросс Футбольная сага // Бизнес сегодня. — СПб., 2007. — № 8 (80). — С. 21—22.(недоступная ссылка)
  5. Сегодня день рождения Сергея Петровича Пестерева
  6. История РФС. Дата обращения: 15 июнь 2017. Архивировано из оригинала 28 ноябрь 2010 года.

Ссылки[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]