Фюрстенфельд монастыры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фюрстенфельд монастыры
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1258
Нигеҙләүсе Людвиг II Строгий[d]
Дәүләт Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Фюрстенфельдбрук[d][1]
Епархия Архиепархия Мюнхена и Фрайзинга[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Фюрстенфельдбрук[d]
Монашеский орден Цистерцианцы[d]
Бағышланған Дева Мария[d]
Архитектура стиле архитектура барокко[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1803
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1831744?
Мираҫ статусы памятник архитектуры в Баварии[d]
Рәсми сайт fuerstenfeldbruck.de/ffb…
Головной монастырь Альдерсбах монастыры
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Q9534890?
Commons-logo.svg Фюрстенфельд монастыры Викимилектә

Фюрстенфельд монастыры[2] (ҡайһы берҙә Фюрстенфельдский монастыры[3], һүҙмә-һүҙ тәржемәһе Кенәз яланы; нем. Kloster Fürstenfeld) — ирҙәр элекке цистерциан аббатлығы. Был монастырь Баварияның Фюрстенфельдбрукк (Үрге Бавария, көнбайышҡа табан 25 км алыҫлыҡта. Мюнхендан көнбайышҡа табан 25 км алыҫлыҡта) ҡалаһы территорияһында урынлашҡан. Монастырь Пассау епархияһы ҡарамағында торған. 1263 йылда герцог Людвиг II монастырға нигеҙ һала. Һуңғы Монастырҙың Изге Мария сиркәүе герман һуңғы барокко осороноң иң төп әҫәрҙәренең береһе булып тора .

Тасуирлау һәм тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фюрстенфельд монастырына 1263 йылда Баварияла бик ҡатмарлы сәйәсәт алып барылған саҡта нигеҙ һалына. 1265 йылда папа Климент IV Фрайзинг епискобының был монастырға Альдерсбах монастырынан цистерциан монахтарын күсереү тураһындағы үтенесенә ризалыҡ бирә. 1266 йылда Фюрстенфельд, ниһәйәт, үҙ уставын ала, уға ярашлы, Бавария герцогы монастырға бик «йомарт» итеп ерҙәр һәм хоҡуҡтар бирә.

Людвиг II улы, Бавария императоыр IV Людвиг, монастырға мәрхәмәтлек күрһәтеүҙе дауам итә, сөнки монастырь 1332 йылда уны Габсбургтан булған кокуренты III Фридрихҡа ҡаршы көрәш алып барған сағында яҡлап сыҡан: Фридрих алдынан Фюрстенфельд монахтары Фридрих илселәренең 1322 йылдағы Мюльдорф алышы алдынан юлын туҡтата. 1322 йылдың 28 сентябрендә был алыш бавария ғәскәренең еңеүе менән тамамлана. Людовик IV үҙе монастырь янында айыуға һунарҙа йөрөгән саҡта,1347 йылда, үлгәндән һуң, король йөрәге монастырь кәшәнәһендә ерләнгән.

1270—1290 йыл араһында үҙ эсенә бай китапхананы алған беренсе готика монастырь комплексы төҙөлгән. Артабан ул күп тапҡырҙар үҙгәртеп ҡорола һәм киңәйтелә. Яйлап монастырҙың статусы күтәрелә, әммә тиҙҙән Фюрстенфельдта рухи көрсөк билдәләре барлыҡҡа килә.Реформация имонастырь общинаһын тулыһынса емерә, шунлыҡтан Бвария герцогы монастырь менән идара итеүгә ҡыҫыла башлай. Тик Тридент соборында ҡабул ителгән католик сиркәү реформалары монастырҙың ҡатмарлы осорон тамамлай. 1595 йылда аббат Сито етәкселенедәә Фюрстенфельдта дини реформалар нигеҙе ҡабул ителә. Уларҙы XVIII быуатта бөтөрөү планлаштырыла. Реформаларҙың төп маҡсаты монастырҙы монах тормошонда ҡәтғи сикләүҙәрҙе тормошҡа ашырыу була.

Утыҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында, 1632—1633 йылдарҙа, монастырь швед протестант-короле Густав II Адольф ғәскәрҙәре тарафынан талана. Монахтар монастырҙан ҡасып китә һәм Мюнхенда урынлаша, уларҙың 42 кешеһе аманатлыҡҡа алына һәм өс йыл буйы бик аҫтында тотола. 1640 йылда монастырь яйлап тергеҙелә башлай. Аббат Балдуин Хелм идаралығында монастырь барокко стилендә реконструкциялана, ә 1700 йылда яңы сиркүә нигеҙенең беренсе ташы һалына. 1741 йылда сиркәүҙе Фрайзинг кенәз-епискобы, Бавария кардиналы Иоганн Теодор изгеләндерә. Интерьерҙы биҙәү эштәре сиркәүҙә 25 йылдан һуң ғына тамамлана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 archINFORM — 1994.
  2. Реферативный журнал: География — ВИНИТИ, 1965. — Б. 4. — 930 б.
  3. Наш современник — Литературная газета., 1966. — Б. 118. — 804 б.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Bauer, Анда Hermann und: Klöster in Bayern. Eine Kunst — in Klöster Kulturgeschichte und der Oberbayern, Niederbayern und der Oberpfalz, 1985 München, 107—110 S.;
  • Tal Einsamkeit In und. Kloster Fürstenfeld Jahre 725. Bayern Zisterzienser alten Die im. Drei Bände hg. Angelika Ehrmann von, Pfister Peter, Klaus Wollenberg, München 1988;
  • Klemenz, Brigitta: Martin Dallmayr Zeit von 1640—1690 Abt Zisterzienserkloster zur Fürstenfeld Das, Weissenhorn 1997;
  • Krausen, Edgar: Die in der Klöster Zisterzienser Bayern, 1953 München, 40-43 S.;
  • Lehner, Wolfgang: Die in der Reformationszeit Zisterzienserabtei Fürstenfeld 1496—1623, Weissenhorn 2001;
  • Schneider, Ambrosius (Hg.): Die Cistercienser. Geschichte-Geist-Kunst, Köln 1986;
  • Wollenberg, Klaus: Zisterzienser Die in Altbayern, und Franken Schwaben (7 Geschichte Band Kultur Bayerischen Hefte zur und), 1988 München.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]