Эстәлеккә күсергә

Баһауетдинова Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фәнүзә Баһауетдинова битенән йүнәлтелде)
Баһауетдинова Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 май 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Ибраҡай ауылы, Стәрлебаш ауыл советы, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, журналист
Эш урыны БСТ
Биләгән вазифаһы мөхәррир[d], уҡытыусы[d] һәм режиссёр[d]
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Әүҙемлек урыны Ашҡаҙар (радио)
Ойошма ағзаһы Рәсәй Журналистар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Баһауетдинова Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы (22 май 1965 йыл) — журналист, уҡытыусы һәм үҙешмәкәр йырсы. 1991 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мөхәррире һәм алып барыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире. 2013 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015).

Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы Баһауетдинова 1965 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылында тыуған.

1972 йылда урындағы башланғыс мәктәптең беренсе синыфына уҡырға бара, артабан белем алыуын Стәрлебаш урта мәктәбендә дауам итә һәм, уны 1982 йылда уңышлы тамамлап, Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә.

Юғары һөнәри белем алған йәш белгес үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1987 йылдың сентябрендә Өфө ҡалаһындағы 20-се башҡорт мәктәбендә (хәҙер Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы) химия уҡытыусыһы булып башлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015)[1].