Эстәлеккә күсергә

Фәрийә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
һарай
Ферие
төр. Feriye Sarayı
Фәрийә һарайы (хәҙер — Галатасарай университеты)
Фәрийә һарайы (хәҙер — Галатасарай университеты)
Ил Төркиә
Координаталар 41/2/44/N/29/1/13/E
Архитектура стиле Ғосман архитектураһы
Архитектор Бальян Саркис
Төҙөлөшө ???—1871 йылдар

1871

Фәрийә (төр. Feriye) — Истанбулда Босфорҙың Европа яғында урынлашҡан империя һарай комплексы. Хәҙерге ваҡытта комплекс мәктәп һәм университет биналары итеп үҙгәртелгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәрийә һарайы бинаһы билдәле архитектор Саркис Бальян проекты буйынса төҙөлә һәм 1871 йылда солтан Абдулғәзиз тарафынан файҙаланыуға тапшырыла[1]. Һарай ҙур солтан ғаиләһенең ихтыяждары өсөн төҙөлгән. Чарыған һәм Долмабахче һарайҙарына өҫтәп төҙөлгән һарай «Фәрийә» тип атала, мәғәнәһе: икенсел һәм ярҙамсы[2]. Майҙаны 3 км² булған комплекс яр буйында урынлашҡан өс төп бинанан, йәриәләр өсөн һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн ике ҡатлы биналарҙан һәм хужалыҡ ҡаралтыларынан торған.

1876 йылдың 30 майында Абдулғәзиз солтанды үҙенең министрҙары тәхетенән ҡолата. Ул, дәүләт енәйәтсеһе булараҡ, ҡатындары һәм балалары менән бергә һаҡ аҫтына алына. Фәрийә һарайына ул үҙ ирке менән күсеп бара, әммә дүрт көндән һуң уның үле кәүҙәһе табыла һәм үҙенә үҙе ҡул һалған тигән фаразлау барлыҡҡа килә[3]. Абдулғәзиз мәрхүм булып, киләһе солтан тәхеттән баш тартып, ирек алғандан һуң да, Абдулғәзиз ғаиләһе һаман һарайҙа көн иткән.

Фәрийә һарай комплексы солтан ғаиләһе резиденцияһы булыуын 1924 йылдың 3 мартына тиклем дауам итә, 1922 йылда Ғосман солтанлығы, 1924 йылда ғосман милләттәре хәлифәлеге бөтөрөлгәндән һуң, династияның бөтә ағзалары мәжбүри депортацияға дусар ителә.

Һарай биналары 1927 йылға тиклем буш тора, артабан уларҙың күпмелер өлөшөн Диңгеҙ колледжы биләй[4]. Биналарҙың тағы бер өлөшөн 1928-1929 йылдарҙа Кәбәташ лицейы (Kabataş Erkek Lisesi) биләй [5]. 1967 йылда Галатасарай лицейы айырым уҡытыуҙы туҡтатҡандан һуң, һарайҙың бер өлөшө ҡатын-ҡыҙҙар секцияһына бирелә. Комплекстың төньяҡ-көнсығыш өлөшө оҙаҡ йылдар файҙаланылмаған.

Диңгеҙ колледжы 1981 йылда Истанбул техник университетының (İstanbul Teknik Üniversites) диңгеҙ мәктәбе (Denizcilik Fakültesi) тип үҙгәртелә һәм 1981 йылда Тузлаға күсә. Биналар, 1982 йылда Зийя Кальвакан исемендәге Анатолия юғары диңгеҙ мәктәбенә бирелгәнгә тиклем, буш тора.

Галатаһарай мәктәбенең ҡатын-ҡыҙҙар секцияһы биләгән биналары 1992 йылда Галатаһарай университетына бирелә. Башта Ибраһим Тәүфиҡ Әфәнденең яр буйы һарайы[6], булараҡ билдәле төп бинаһын университеттың бер нисә факультеты, мәҫәлән, юридик факультет, иҡтисад факультеты һәм элемтә факультеты, шулай уҡ төрлө административ офистар файҙалана[7].

1995 йылда һарайҙың ташландыҡ хәлгә килтерелгән бер өлөшө Ҡәбәташ мәғариф фонды тарафынан төҙөкләндерелеп, юғары класлы «Feriye Lokantası» рестораны итеп үҙгәртелә[8].

Галатасарай университеты ҡулланған төп бина 2013 йылдың 22 ғинуарында янғын ваҡытында етди зыян күргән[9]. Мәҙәниәт министрлығы бина тулыһынса тергеҙеләсәген һәм белем биреү маҡсатында файҙаланыуын дауам итәсәген белдерҙе[10][11].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Yanan bina Sarkis Balyan tarafından yapılmıştı (Turkish) (23 ғинуар 2013). 26 сентябрь 2013 тикшерелгән. 2013 йыл 27 сентябрь архивланған.
  2. Bardakçı, Murat. Avrupalı olma çabamız Bush’un konuştuğu yerde başlamıştı (30 июнь 2004). 26 декабрь 2014 тикшерелгән. 2009 йыл 14 сентябрь архивланған.
  3. Davis, Claire. The Palace of Topkapi in Istanbul (билдәһеҙ). — New York: Charles Scribner and Sons, 1970. — С. 222.
  4. Istanbul Technical Univerisity Maritime Faculty 2008-History. Istanbul Technical University. Дата обращения: 26 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 3 октябрь 2013 года.
  5. Tarihçe (төр.). Kabataş Erkek Lisesi. Дата обращения: 26 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2013 года.
  6. İbrahim Tevfik Efendi Sahil Sarayı (Turkish). 26 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  7. Tarihçe (төр.). Galatasaray University in Istanbul. Дата обращения: 26 сентябрь 2013. Архивировано 10 март 2016 года.
  8. Tarihçe (төр.). Feriye Lokantası. Дата обращения: 26 сентябрь 2013. Архивировано 1 октябрь 2013 года.
  9. Galatasaray Üniversitesi'nde yangın (Turkish) (23 ғинуар 2013). 26 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  10. Bakan Günay'dan Galatasaray Üniversitesi açıklaması (Turkish) (23 ғинуар 2013). 26 сентябрь 2013 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  11. Галатасарайский университет

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]