Эстәлеккә күсергә

Ғәбитов Фәрит Фатих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фәрит Ғәбитов битенән йүнәлтелде)
Ғәбитов Фәрит Фатих улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Аҙналы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 12 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәбитов Фәрит Фатих улы (20 апрель 1937 йыл — 12 ноябрь 2020 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2014-2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы кинематографсыһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Фәрит Фатих улы Ғәбитов 1937 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Аҙналы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1960 йылда Өфөнөң 1-се интернат—мәктәбендә уҡытыусы-тәрбиәсе булып башлай. Унан «Ленинсе» («Ленинец») республика йәштәр гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1961—1964 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. Комсомол ойошмаһының секретаре, хәрби частә политбүлек етәксеһенең ярҙамсыһы була.

1964—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Председателенең референты була. 1967 йылдың мартында Фәрит Фатих улын КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитетына эшкә саҡыралар. Башта инструктор, унан пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире урынбаҫары була. 1969 йылдың июлендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге инструкторы итеп үрләтелә.

1990 йылдың сентябрендә "Башҡорт киновидео берекмәһе"нең генераль директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1992 йылда «Башкиновидеопрокат» дәүләт ижади-производство идаралығы етәксеһенең урынбаҫары итеп күсерелә. Был вазифаһында ул 2006 йылдың декабренә тиклем эшләй. «Башкиновидеопрокат» идаралығы бөтөрөлөп, «Башҡортостан» киностудияһына ҡушылғас, кино музейенә мөдир итеп тәғәйенләнә.

2011 йылдан Рәсәйҙең Кинематографсылар союзы ағзаһы.

2008 йылдың сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Кинематографсылар ағзалары дөйөм йыйылышта уны Башҡортостан Республикаһы-ың Кинематографсылар союзына яуаплы секретарь итеп һайлайҙар. Шул уҡ ваҡытта, йәмәғәт башланғысында, «Башҡортостан» киностудияһының кино музейендә мөдир вазифаһын да алып бара.

Фәрит Ғәбитов республиканың иң әүҙем кино эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ билдәле, етәкселек тәжрибәһенә эйә, шул иҫәптән кинопрокат тармағында ла.

2014 йылдың ноябрендә Фәрит Ғәбитов Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзы рәйесе итеп һайлана. Ҡарар Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзының отчет-яңынан һайлау йыйылышында ҡабул ителә.

Фәрит Фатих улы Ғәбитов оҙайлы ауырыуҙан һуң 2020 йылдың 12 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Партия һәм совет органдарында эшләгәндә ижади ойошмалар, шулай уҡ, кинематография уның етәкселеге ҡарамағына ҡарай. Мәҙәниәт көндәре, байрамдар, күренекле ваҡиғаларға арналған сәнғәт фестивалдәре, кинофестивалдәр Ғәбитов Фәрит Фатих улының әүҙем ҡатнашлығында үтә.

«Пугачев», «Ай тотолған төндә», «Алтын атлы һыбайлы» фильмдәре төшөрөлгәндә консультант була.

Фәрит Ғәбитов республиканың иң әүҙем кино эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ билдәле, етәкселек тәжрибәһенә эйә, шул иҫәптән кинопрокат тармағында ла.

Республикала киносәнғәтен пропагандалау, организации тематик кисәләр ойоштороу, ижади осрашыуҙар, киноға бәйләнгән саралар үткәреү буйынса башҡарған эштәре баһалап бөткөһөҙ.

Ғәбитов Фәрит Фатих улы республиканың кино музейына нигеҙ һалыусы. Кино сәнғәте тарихын ентекләп өйрәнеп, кинематографияға ғүмерен арнаусы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү өҫтөндә эшләй.

Башҡортостан Республикаһының Кинематографсылар союзы рәйесе. Рәсәйҙең Кинематографсылар Союзы ағзаһы (2011). Рәсәйҙең почётлы кинематографсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәйҙең почётлы кинематографсыһы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы