Эстәлеккә күсергә

Фәрхетдинов Рауил Ғилметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фәрхетдинов Рауил Ғилметдин улы (11 ноябрь 1920 йыл16 сентябрь 2010 йыл), ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1955—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1984 йылдарҙа эске ауырыуҙар пропедевтикаһы кафедраһы мөдире. 1974—1984 йылдарҙа Башҡортостан терапевтары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984).

Рауил Ғилметдин улы Фәрхетдинов 1920 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Уран ауылда[1] тыуған.