Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы
Нигеҙләү датаһы 23 июль 1881
Рәсем
Рәсми атамаһы Fédération Européennes de Gymnastique һәм Fédération Internationale de Gymnastique
Ҡыҫҡаса атамаһы FIG
Спорт төрө Гимнастика
Ойошма ағзаһы Всемирное объединение международных спортивных федераций[d] һәм Ассоциация летних Олимпийских международных федераций[d]
Барлыҡҡа килеү урыны Льеж
Милке FIG database[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Лозанна[d], Швейцария
Рәсми сайт gymnastics.sport
Зона обслуживания Ер һәм бөтә донъяла[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 81 133 һәм 890 000 ± 999[1]
 Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы Викимилектә

Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы (франц. Federation Internationale de Gymnastique (FIG) йәки ингл. International Federation of Gymnastics (IFG)) — гимнастика спорт төрҙәре федерацияһы. Донъялағы иң өлкән спорт федерацияһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1881 йылдың 23 июлендә Бельгия гимнастика ассоциацияһы президенты Николас Куперус инициативаһы менән Льеж (Бельгия) конгресында өс дәүләт — Бельгия, Нидерланд һәм Франция вәкилдәрен берләштергән Европа гимнастика ассоциацияһы ойошторолған. Шулай итеп, Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы ФИЖ — иң өлкән халыҡ-ара спорт федерацияһы. Яйлап ағза илдәр географияһы киңәйә барған һәм Европа гимнастика федерацияһы Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы (ФИЖ)[2] тип үҙгәртеп ҡорола.

1896 йылғы тәүге Олимпия уйындарынан башлап гимнастика олимпия программаһына инә. ФИЖ Йәйге олимпия спорт төрҙәре халыҡ-ара федерациялары ассоциацияһына инә һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты уны таный[3].

Федерация сығыштарҙы баһалау ҡағиҙәләрен билдәләүсе сығыш регламентын эшләй. Дисциплина Халыҡ-ара гимнастика федерацияһына алты гимнастика дисциплинаһы: спорт гимнастикаһы (ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ), художестволы гимнастика, спорт аэробикаһы, спорт акробатикаһы, батутта һикереү инә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Европа гимнастика союзы
  • Рәсәйҙең спорт гимнастикаһы федерацияһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • AYOUB, Eliana. Ginástica geral e Educação física escolar. Ed. Unicamp, 2001.
  • SOUZA, Elizabeth Paoliello Machado de. Ginástica Geral: uma área do conhecimento da Educação Física. Tese de Doutorado, UNICAMP, Faculdade de Educação Física, Campinas (São Paulo), 1997.
  • SOUZA, Elizabeth Paoliello Machado de. O Universo da ginástica: Evolução e abrangência. Editora Unicamp. Cap. A estrutura da ginástica no mundo.
  • ENCICLOPÈDIA Catalana. Diccionari de Gimnàstica. Generalitat de Catalunya, Barcelona (Espanha), 1991.
  • HARDEN, Robert. Gymnastics – Sport or Art? International Gymnastic Magazine, Dez., 1982. p. 35.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]