Халыҡ-ара стандарт серия номеры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
EAN-13 штрих-коды рәүешендәге ISSN 2049-3630 миҫалы

Халыҡ-ара стандарт серия номеры (ингл. International Standard Serial Number — ISSN) — теләһә ҡайһы ваҡытлы матбуғат баҫмаһының ҡайҙа, ниндәй телдә, ниндәй йөрөтөүселә баҫылыуына ҡарамаҫтан, уны идентификациялау мөмкинлеген биргән уникаль номер. Һигеҙ һандан тора. Һигеҙенсе һаны — алдағы ете һандан һәм 11 модуле буйынса иҫәпләп сығарыла торған контроль һан. Кириллица хәрефтәрен латинсаға транслитерациялау өсөн 1995 йылғы халыҡ-ара ISO 9 стандарты ҡулланыла.

Барлыҡҡа килеү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ISSN биреү ҡағиҙәләрен билдәләгән ISO 3297 стандарты 1975 йылда индерелә. ISSN биреү барышына  75 милли үҙәктән идара ителә. Уларҙың эшмәкәрлеген ЮНЕСКО менән Франция хөкүмәте булышлығында Парижда урынлашҡан  Халыҡ-ара үҙәк көйләй.

Стандарттың тәғәйенләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был стандарт серия номерҙары бөтә донъяла киң ҡулланыла: улар китапханаларға, матбуғатҡа яҙҙырыусы агентлыҡтарға, мәғлүмәт өлкәһендә эшләгән тикшеренеүселәргә һәм ғалимдарға, яңылыҡ агентлыҡтарына һәм башҡаларға кәрәк. ISSN ойошмалары селтәре халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең киң күләмле программаһын тормошҡа ашыра. 

ISSN нәшерселәргә, китап менән сауҙа итеүселәргә, китапханасыларға, ғилми хеҙмәткәрҙәргә бөтә донъяла танылған ысул менән ихтыяжға ҡарап ваҡытлы матбуғатты тотҡарлыҡһыҙ таратырға, баҫмаларҙы эҙләүҙе һәм уларға заказ биреүҙе, ваҡытлы матбуғат баҫмаһын эшләүҙе һәм ҡулланыусыға еткереүҙе камиллаштырырға мөмкинлек бирә.   

ISSN һәр бер ваҡытлы матбуғат баҫмаһының уникаль идентификаторы һәм сығарылыш мәғлүмәттәре йыйылмаһының мотлаҡ элементы булып тора.  Һанлы ISSN нигеҙендә сериялы баҫмаларҙың штрих-коды төҙөлә.

ISSN системаһы 130-ҙан ашыу илдә ҡулланыла. Баҫмаға төшөрөлгән һанлы код түбәндәге мөмкинлектәрҙе бирә: 

  • локаль кодтарҙан баш тартыу;
  • оҙатыу документацияһының һанын кәметеү;
  • нәшриәттәрҙең полиграфия предприятиелары, матбуғат таратыусылар һәм китапханалар менән мөнәсәбәттәрен ябайлаштырыу;
  • баҫмалар тураһындағы мәғлүмәтте автоматлаштырылған системаларҙа ISSN ярҙамында милли һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә эҙләү, средстволарҙы, көстө экономиялау һәм башҡалар. 

ISSN Милли агентлығы Рәсәй китап палатаһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1989 йылда СССР-ҙа  ГОСТ 7.56-89 индерелә, ул 2003 йылдың 1 ғинуарынан  ГОСТ 7.56-2002  менән алмаштырыла.

2016 йылдың 1 ғинуарынан  РКП составында Рәсәйҙәге ISSN Милли агентлығы эшләй башлай[1]. ISSN Милли агентлығы 2015 йылдың 3 декабрендә ойошторола, шул саҡта Халыҡ-ара ISSN үҙәге менән ИТАР-ТАСС араһында Рәсәй Федерацияһының ISSN Милли үҙәген ойоштороу тураһында эш килешеүенә ҡул ҡуйыла.  Милли агентлыҡ үҙенең эшмәкәрлеген Халыҡ-ара ISO 3297-2007 стандарты, ГОСТ 7.56-2002 һәм Документтарҙың мотлаҡ данаһы тураһындағы Федераль закон (77-ФЗ) буйынса алып бара.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Международный стандартный книжный номер (ISBN)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ISSN International Centre (инг.)(инг.)
  • JournalSeek (инг.)(инг.) — журналдар тураһында категориялаштырылған иң эре түләүһеҙ  мәғлүмәт базаһы.
  • WorldCat — библиографик эҙләгес.
  • ГОСТ 7.56-89 Мәғлүмәт, китапхана һәм нәшриәт эше буйынса стандарттар системаһы. Баҫмалар. Сериялы баҫмаларҙың халыҡ-ара стандарт нумерацияһы.