Халыҡ Ополчениеһы урамы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Халыҡ Ополчениеһы урамы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов

Халыҡ Ополчениеһы урамыДондағы Ростовта 48 билдәле йорттары менән Морозовская, Нефедов, Ржевская, Козлов урамдары һәм Гвардия, Доломан тыҡрыҡтары менән йәнәш урам[1][2]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ Ополчениеһы урамы 1941 йылдың октябрендә етерлек ҡоралы һәм хәрби әҙерлеге булмаған тыуған ҡалаһы Дондағы Ростовты һаҡлап фашистар менән яуға ингән кешеләргә арнала. Улар бынан һуңғылар булып китә, ә беренсе булып ҡайта. Әммә урам тарихы тик Бөйөк Ватан һуғышы алыштары менән генә бәйле түгел.

Дала урамы тип аталған был урамдың килеп сығышы үткән һәм хәҙерге быуат аралығында Дондағы Ростов ҡалаһы сиктәрен киңәйтеү менән бәйле. Шул саҡта Дала урамы һәм, башлыса, Яңы ауыл урамы барлыҡҡа килә. 1886 йылда уның буйлап ҡала һыҙығы үтә. Уның артында сүплектәр, көтөүлек башлана. Урам Николай проспектына (хәҙер Семашко проспекты) тиклем бара. Уның дауамы 1914 йылдағы белешмәнән күренеүенсә, Ҡәлғә тыҡрығынан Нахчиван сигенә тиклем бара.

Урамдың исеме уның барлыҡҡа килгән ваҡытында яңы булмай. Шулай тип элекке Скобелев (хәҙер — Красноармейская) урамы аталған. Дондағы Ростов ҡалаһының сиге төньяҡҡа ҡарай ҙурайыуы менән ул далаға эскәрәк үтеп инә.

1941 йылдағы халыҡ ополчениеһының Ростов полкы яугирҙары һәйкәле, Дондағы Ростов


Был урын Кузнецкий һәм Дала урамдары араһында (хәҙерге Черепахин урамы). Һәм ул ике кварталға тиклем — Николай тыҡрығына тиклем һуҙыла.

Был урам мөйөшөндә 1905 йылдың 14 декабрендә Иван Ченцов әйтеүе буйынса, эшселәрҙең баш күтәреүсе казактар менән атышы була. Черепахинский йырынында бер үлемесле яралы кешеһен һәм атын ҡалдырып, улар сабып китә.

1946 йылда был урам Халыҡ Ополчениеһы урамы тип атала, һәм 1941 йылдың йәйендә ВКП(б)-ның Ростов өлкә комитеты ҡарары буйынса ойошторолған халыҡ ополчениеһының Ростов полкына арнала. 1941 йылдың октябрендә фронт Ростовҡа яҡынлаша, ноябрҙә фашистар ҡалаға бәреп инә, ополчиндар дошман менән алышҡа инә. Ополчиндар 1941 йылдың ноябре аҙағында Ростовты азат иткәндә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

РГУПС

1942 йылдың июнендә фашист ғәскәрҙәре Дондағы Ростовты оккупациялай. Ополчиндар Александровская станицаһы районында совет частарының Дон аша сигенеүен ҡаплай. Улар сигенеү юлдарында, Кавказ тауы итәгендә һуғыша. 1942 йылдың октябрендә полк таратыла, уның бөтә хужалығы һәм ҡалған шәхси составы 339 -сы уҡсылар дивизияһына һәм 189-сы запас армия полкына тапшырыла. Ошо частар менән күп кенә ополчиндар Еңеүгә, Берлинға тиклем етә. Ростовтың урамдары ополчиндар исеме менән атала. «Ростов» ҡунаҡханаһы бинаһында тап бында ополчение полктарының береһе ойошторола тигән яҙыу менән иҫтәлекле таҡта эленгән. Ростов дәүләт тимер юлдары университетының төп корпусында ҡыҙыл граниттан мемориаль йондоҙ барлыҡҡа килә, ул халыҡ ополчениеһының Ростов полкы был уҡыу йортоноң студенттары һәм уҡытыусылары тарафынан төҙөлөүе тураһында хәтерләтә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вера Волошинова. Ростов -на-Дону: улица Народного Ополчения// газета «Молот». — 29.06.2012. №№ 87-88 — с. 8.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]