Ханжонков йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ханжонков йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Ханжонков йорто Викимилектә

Ханжонков йортоТаганрог ҡалаһында боронғо йорт (Грек урамы, 36).

Йорт тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһының Грек урамындағы бер ҡатлы йорт XIX быуат аҙағында төҙөлгән.

Бинаның элекке хужалары билдәле. Беренсе милексеһе булып Донда билдәле Ханжонков фамилияһын йөрөткән дворян Михаил Павлович тора. Был фамилияны йөрөтөүселәрҙең күбеһе хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы була, есаул, сотник, подполковник, полковник, генерал исемен йөрөтә. Егерме алты йәшлек отставкалағы канцелярия хеҙмәтсеһе Михаил Павлович Ханжонков һәм уның кәләше, Таганрог сауҙагәре Михаил Петровичтың ҡыҙы, ун һигеҙ йәшлек Екатерина 1895 йылдың 14 апрелендә сиркәүҙә никахлаша. 1910 йылда улар йорттарын казак ҡатыны Евгения Захаровна Хованскаяға һата. Октябрь революцияһынан һуң 1925 йылға тиклем йорт хеҙмәткәр В.П. Черевковтың әсәһенең милегендә була.

Совет власы йылдарында йорт национализациялана, әлеге ваҡытта был күп фатирлы торлаҡ йорт.

Архитектура үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ханжонковтар ғаиләһенең бер ҡатлы кирбес йорто биҙәлешендә асиметрияһы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Әүәләүендәге медуза медальоны архитектура биҙәлешендә йыш ҡулланыла. Бинаның ҡыйығы дүрт яҡлы, фасадында биш тәҙрәһе бар. Бинаға инеү урыны төкәтмә аша уның һул яғында урынлашҡан. Йорт кирбестән, симметриялы конструкциялы. Фасады ҡабырға стеналарҙан айырмалы рәүештә штукатурланған. Һоро төҫкә буялған, ваҡ архитектура элементтары аҡ төҫ менән айырылған.

Йорттоң ихатаға инеү урыны ике кирбес бағаналағы декоратив тимер ҡапҡалар аша ашырыла. Бинаның декоратив кронштейндар менән ҡат араһы кәрнизе бар, тәҙрәләре пилястрҙар, тура мөйөшлө сандрик менән биҙәлгән. Капитель менән коринф ордерының ярым колонналары йорттоң һул өлөшөндәге тәҙрәләрҙе биҙәй[1]. >.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гаврюшкин О. П. По старой Греческой... (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Глазычев В. Л. Архитектура. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Информация. Картография; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с. — ISBN 5-17-005418-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]